Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БРУЦЕЛЛЁЗ

БРУЦЕЛЛЁЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Brucella заты бактериялары барлыҡҡа килтергән инфекцион ауырыу. Б. тыуҙырыусыларҙың 6 төрө билдәле, айырыуса өйрәнелгәндәре: Br. abortus bovis (һыйыр малы ауырыуын тыуҙыра), Br. canis (эт), Br. suis (сусҡа), Br. melitensis (һарыҡ һәм кәзә). Кешелә бөтә төр бактериялар...

БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович

БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович (12.9.1925, Волга буйы Немец АССР‑ының Палласовка станцияһы ҡсб — 12.7.2010, Германия), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) Ишембай (ҡулайламалар нач.), Черниковка,...

БРЮХАНОВ Анатолий Михайлович

БРЮХАНОВ Анатолий Михайлович (3.3.1939, Өфө — 11.10.2008, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. канд. (1982). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. уйлап табыусыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалы КБ‑нда (Өфө) эшләй, 1974 й. алып ӨДАТУ...

БРЮХАНОВ Николай Павлович

БРЮХАНОВ Николай Павлович (16.12.1878, Сембер ҡ. — 1.9.1938, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30.6.1943), революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1902 й. алып РСДРП ағзаһы. Мәскәү (1898—99, 1900—01) һәм Ҡазан (1901—03) ун‑ттарында уҡыған. 1899 й., 1903 й. һәм 1912 й. ҡулға алына...

БУБИ Мөхлисә

БУБИ Мөхлисә, Бобинская М. (ысын исеме Ниғмәтуллина Мөхлисә Ғәбделғәлләм ҡыҙы; 1869, Вятка губ. Иш‑Буби а. — 23.12.1937, Өфө), дин әһеле, педагог-мәғрифәтсе. Йәдитселек яҡлы. Өйҙә белем ала. 1901 й. алып тыуған ауылында 6 йыллыҡ татар ҡыҙ балалар мәктәбе мөдире. 1908 й. мосолман ҡыҙҙары өсөн яңы методикалы...

БУБЛИК Николай Дмитриевич

БУБЛИК Николай Дмитриевич (22.5.1941, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1964), 1965 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй (1983—86 йй. “Искра” электр технологияһы махсус конструкторлыҡ-технология...

БУВАКИН Александр Сергеевич

БУВАКИН Александр Сергеевич (4.10.1917, Тверь губ. Лемехово а. — 13.3.2000, Өфө), йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1958). 1933 й. алып — Рыбинск моторҙар эшләү з‑ды, 1945—79 йй. ӨМЭПБ токары. Тауышы тәрән тембрлы көслө, матур. Башҡарыу оҫталығы сағыулыҡ һәм артистизм м‑н айырылып торған. Репертуарында...

БУГАЙ Дмитрий Ефимович

БУГАЙ Дмитрий Ефимович (26.1.1956, Өфө), физик‑химик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨДНТУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл коррозияһы һәм ашалыу процестарының электрохимик...

БУГАНИН Александр Андреевич

БУГАНИН Александр Андреевич (26.4.1957, Өфө), рәссам, график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1988). 1989 й. алып “Сәнғәт” галереяһында (Өфө) эшләй, 1998 й. — А.В.Булянская галереяһында (Мәскәү). Б. ижадында 20 б. аҙ. постмодернизм йоғонтоһо һиҙелә. Б. әҫ. йыш ҡына...

БУГЕРА Владислав Евгеньевич

БУГЕРА Владислав Евгеньевич (24.1.1971, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Т.Шевченко исемендәге Киев университетын тамамлаған (1993). 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре марксистик философия, социаль психология, йәмғиәт үҫешендә мәғлүмәт технологияларының...

БУГОРОВКА

БУГОРОВКА, ауыл, 1958 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә. 19 б. 70‑се йй. алпауыт А.Бухвостованан һатып алынған ерҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡ. мещандары нигеҙ һала. Һуңыраҡ 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Аделаидовка (Бухвостов) а. м‑н ҡушылған. 1896 й. Б. (Бухвостов, Аделаидовка) 33 йортта 184 кеше йәшәгән. Игенселек...

БУҒАБАШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БУҒАБАШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Бөгә й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 388; 1939 — 795; 1959 — 559; 1989 — 162; 2002 — 191; 2010 — 185 кеше. Сыуаштар, урыҫтар...

БУДЁННОВСКИЙ, Будённый, Иглин р‑нындағы ауыл

БУДЁННОВСКИЙ, Будённый, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 290 кеше; 1959 — 382; 1989 — 225; 2002 — 214; 2010 — 192 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

БУДИЛОВ Владимир Васильевич

БУДИЛОВ Владимир Васильевич (20.1.1946, Приморье крайы Хороль а. — 29.8.2017, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге вакуумлы ион-плазмалы технологияларҙың...

БУДИЛОВ Игорь Николаевич

БУДИЛОВ Игорь Николаевич (16.12.1955, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1998). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1999 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында лаб. мөдире, 2001—05 йй. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап “Ресурсдиагностика” ғилми-диагностика үҙәге...

БУДНИКОВ Пётр Петрович

БУДНИКОВ Пётр Петрович (9.10.1885, Смоленск ҡ. — 6.12.1968, Мәскәү), химик-неорганик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1939), Украина ССР‑ы ФА акад. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1965). Фәнни хеҙмәттәре силикаттар һәм оксидтар химияһы һәм химик технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, силикат етештереү сәнәғәте...

БУДЬЯ ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БУДЬЯ ВӘРӘШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Вәрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 412 кеше; 1920 — 431; 1939 — 373; 1959 — 305; 1989 — 203; 2002 — 201; 2010 — 166 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға...

БУҘА

БУҘА, башҡорт аш‑һыуының традицион иҫерткес эсемлеге. Шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңыраҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында...

БУҘАН СМАҠОВ

БУҘАН СМАҠОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы Аҙнай а. (Бишбүләк р‑ны) башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1773 й. аҙ. — 1774 й. башында Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Ҡазан губернаһының Ҡазан өйәҙе татарҙарын...

БУҘАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

БУҘАТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Буҙат а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Буҙат й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1238 кеше; 1920 — 1514; 1939 — 1280; 1959 — 1213; 1989 — 957; 2002 — 784; 2010 — 722 кеше. Татарҙар...