Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич (29.12.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Силәбе өлк. Эҫем ҡ., — 11.10.1982, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1925). 1930 й. алып Ҡурған зона һөт хужалығы тәж. станцияһында...

БУСЛАЕВ Юрий Александрович

БУСЛАЕВ Юрий Александрович (22.11.1929, Сызрань ҡ. — 16.2.2001, Мәскәү), химик‑неорганик. СССР ФА акад. (1984), РФА акад. (1991). БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1960), проф. (1975). Мәскәү химик технология ин‑тын тамамлаған (1952). 1952—85 йй. һәм 1988—2001 йй. РФА‑ның Н.С.Курнаков ис....

БУҪТАУ ФАБРИКАЛАРЫ

БУҪТАУ ФАБРИКАЛАРЫ, буҫтау етештереүсе предприятиелар. Тәүҙә буҫтау кустарь ысул м‑н туҡыла (ҡара: Тула баҫыу). Башҡортостанда тәүге Б.ф. 19 б. 1‑се сирегендә барлыҡҡа килә. 1801 й. Ырымбур губернаһында И.Кротков ф‑каһы (Боғорослан өйәҙендә), 1812 й. Д.П.Тахтаров, 1815 й. һәм 1824 й. П.И.Шелашников,...

БУҪТЫБАЙ

БУҪТЫБАЙ, Ишбирҙе, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Энәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 509 кеше; 1920 — 460; 1939 — 177; 1959 — 176; 1989 — 106; 2002 — 110; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БУТИЛ СПИРТТАРЫ

БУТИЛ СПИРТТАРЫ, бутанолдар, С4Н9ОН, бер атомлы алифатик спирттар. Нормаль (бутанол‑1, пропилкарбинол), икенсел (бутанол‑2, метилэтилкарбинол), изобутил (изобутанол, 2‑метилпропанол‑1, изопропилкарбинол), өсөнсөл (трет‑бутанол, 2‑метилпропанол‑2, триметилкарбинол) Б.с. билдәле. Бутанол‑1 (1‑Б.), бутанол‑2...

БУТИЛЕНДАР

БУТИЛЕНДАР, бутендар, С4Н8, сылбырҙағы бер икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Билдәле изомерҙары: α‑бутилен (1‑Б.), β‑бутилен, йәки псевдобутилен (2‑Б.); изобутилен, йәки изобутен, йәки 2‑метилпропен (изо‑Б.). Ҡырҡыу насар еҫле, төҫһөҙ газдар. Һыуҙа эреүсәнлектәре насар, спиртта һәм...

БУТИЛКАУЧУК

БУТИЛКАУЧУК, изобутилен м‑н изопрендың (массаһы б‑са 1—5%) сополимеры; мол. м. 3•105 — 7•105. Тығыҙлығы 910—920 кг/ м3, tбыялаланыу —67‑нән алып —69°С тиклем булған эластик масса. Изобутилен һәм изопрен быуындары даими сиратлашмаған һыҙыҡлы структуралы. Һыу, ацетон, эфирҙарҙа эремәй, бензин, алифатик...

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1796 й. 29 нояб. император Павелдың исемле указы б‑са Ырымбур инспекцияһында (ҡара: Хәрби округтар) Бутырск мушкетёр полкы (1797—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары хөрмәтенә атап йөрөтөлгән) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Б.п.п., 1864 й. — 66‑сы Б.п.п. Полк составына 1‑се һәм...

БУХ Константин Андреевич

БУХ Константин Андреевич (1812—31.10.1895, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник. Дворяндарҙан. Баш инженерлыҡ уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1831) — Ырымбур айырым корпусында, 1836 й. — Диңгеҙ министрлығында, 1837 й. алып Хәрби министрлыҡ, дәүләт милке һәм финанс министрлыҡтары...

БУШМЕЛЁВ Сергей Адольфович

БУШМЕЛЁВ Сергей Адольфович (7.7.1966, Өфө — 28.8.1992, шунда уҡ), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1985 й. алып), “Спартак” (Мәскәү, 1989 й. алып) командаларында...

БУШУЕВ Юрий Анатольевич

БУШУЕВ Юрий Анатольевич (16.8.1959, Ырымбур өлк. Алмалы а.), спортсы. Дельталёт спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Ротор” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.К.Хрибков). СССР‑ҙың абс. чемп. (1989, 1991), Рәсәй чемп. (1993—95), Рәсәй кубогын яулаусы (1993, 1997, 2001, 2003),...

БУЯНОВ Иван Фёдорович

БУЯНОВ Иван Фёдорович [15.9.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Арҙат а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 21.6.1976, Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1939—43 йй. Күгәрсен р‑нының “Ҡыҙыл көлтә” к‑зында эшләй, 1951—71 йй. Күгәрсен МТС‑ы, “Ҡыҙыл Октябрь” к‑зы, “Октябрьский” с‑зы комбайнсыһы. Юғары...

БҮҘӘНӘ

БҮҘӘНӘ, бытбылдыҡ (Coturnix coturnix), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ҡанатының ҡоласы 32—35 см, ауырлығы 70—155 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл һәм асыҡ сыбарлыҡтары булған ерән йәки көрән...

БҮЖӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БҮЖӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Бүжән й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223 кеше; 1959 — 252; 1989 — 127; 2002 — 105; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “Пищепром” ЯАЙ филиалы. Йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Бүздәк р‑нында урынлашҡан. Завод составында 2 цех (1978 й., 1998 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 25 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1978 й. Бүздәк консерва з‑ды булараҡ...

БҮЗДӘК РАЙОНЫ

БҮЗДӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Саҡмағош, көнсығышта — Благовар, көньяҡта — Дәүләкән һәм Бәләбәй, көнбайышта Туймазы һәм Шаран р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә,...

БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1

БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бүздәк р‑ны. 1916 й. 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. хәҙ. статусын ала (1940 й. урыҫ һәм татар урта мәктәптәренә бүленә, 1947 й. берләштерелә), 1959 й. хәҙ. исемен...

БҮЗДӘК, ауыл, Бүздәк р‑ны

БҮЗДӘК, ауыл, Бүздәк р‑ны (1939—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Бүздәк а/ с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Бүздәк—Дәүләкән автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Бөгөлмә—Шишмә участкаһы) урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 3,5 (Табанлыкүл а....

БҮЗДӘКТӘР

БҮЗДӘКТӘР (Bryozoa), умыртҡаһыҙҙар класы. Яҡынса 4 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар: йомғаҡ һымаҡ Б. һәм шыуышыусы Б. Колониаль хәрәкәтһеҙ организмдар. Колониялары ҡыуаҡ, ҡабыҡ һымаҡ, кутикулалы касала урынлашҡан алғы (полипид) һәм артҡы өлөштәре (цистид)...

БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һары й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 908; 1939 — 615; 1959 — 681; 1989 — 687; 2002 — 707; 2010 — 682 кеше....