Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХИСАМОВ Ғәлим Афзал улы

ХИСАМОВ Ғәлим Афзал улы (25.4. 1949, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), яҙыусы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). БДУ-ны (1974), Свердловск юғары партия мәктәбен (1982) тамамлаған. 1968—69 йй. “Путь Ильича” (“Ильич юлы”; ҡара: “Кумертауское время”) гәз. хеҙм-ре,...

ХИСАМОВ Эрнст Нурғәли улы

ХИСАМОВ Эрнст Нурғәли улы (25.10.1937, БАССР-ҙың Салауат р-ны Арҡауыл а.), гистолог. Биол. ф. д-ры (1998), проф. (1996). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1963) Олёкминск ҡ. район дауаханаһында эшләй. 1966 й. алып БДМИ-ла уҡыта. 1978 й. башлап БДПУ-ла: 1989 й. алып зоология...

ХИСАМОВА Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы

ХИСАМОВА Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы (24.2.1954, Арзамас-75 ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (2010). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ-тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм-ре (2017). БДУ-ны тамамлаған (1976), 1981 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең синтаксисына, лингвопрагматикаға, текст лингвистикаһына,...

ХИСАМОВА Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы

ХИСАМОВА Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы (1.10.1948, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Ялсыҡай а.), шағирә. РФ-тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм-ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). З.С.Ҡотлогилдинаның апаһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1972) “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм-ре; 1973 й. алып Ҡыйғы р-нының 2-се Үрге Ҡыйғы...

ХИСАМОВА Рәмзиә Ислам ҡыҙы

ХИСАМОВА Рәмзиә Ислам ҡыҙы (18.8.1947, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Иҫке Хәлил а.), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1980) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч-щеһын (1966; И.Х.Йомағолов курсы), ӨДСИ-не (1999; Ф.Ҡ.Ҡасимова, А.К.Лощенков курсы) тамамлаған. 1966 й. алып (өҙөклөк...

ХИСАМОВА Тәнзилә Динислам ҡыҙы

ХИСАМОВА Тәнзилә Динислам ҡыҙы [4.4.1945, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Һайран а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], актриса. БР-ҙың халыҡ (1999) һәм атҡ. (1994) артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) 1980 й. тиклем һәм 1990 й. алып БАДТ актрисаһы. Тәүге ролдәренән үк Х. образдарҙы психологик...

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ, математиканың хисаплауҙар башҡарыу һәм электрон хисаплау машиналарын ҡулланыу м-н бәйле мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Процестарҙың, күренеш һәм объекттарҙың (физик, иҡт., соц. һ.б.) матем. моделдәрен анализлауҙы; төрлө матем. мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын һәм алгоритмдарын эшләүҙе,...

ХИСМӘТОВ Мөхәмәтйән Фазылйән улы

ХИСМӘТОВ Мөхәмәтйән Фазылйән улы (10.9.1930, БАССР-ҙың Әбйәлил р-ны Ҡырҙас а. — 18.3.2010, Өфө), географ. Геогр. ф. канд. (1959), проф. (1992). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлаған (1954). 1949—50 йй. Әбйәлил р-нының Хәмит 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. 1958...

ХИСМӘТУЛЛИН Ғарифйән Рәхимйән улы

ХИСМӘТУЛЛИН Ғарифйән Рәхимйән улы (9.8.1932, БАССР-ҙың Ауырғазы р-ны Түб. Бәгәнәш а. — 15.11. 2004, БР-ҙың Стәрлетамаҡ р-ны Первомайский а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1948—92 йй. Стәрлетамаҡ р-нының “Первомайский” с-зында эшләй (1950 — 51 йй. һәм 1954 й. алып механизатор). Юғары етештереү күрһәткестәренә...

ХИСМӘТУЛЛИН Зөлфәр Фазыл улы

ХИСМӘТУЛЛИН Зөлфәр Фазыл улы [11.7.1923, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Сермән а. (БР-ҙың Белорет р-ны) — 6.4.1983, Өфө], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1973). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1951). 1947 й. алып “Совет...

ХИСМӘТУЛЛИН Йәмил Ғәтфән улы

ХИСМӘТУЛЛИН Йәмил Ғәтфән улы (12.9.1940, Приморье крайы Кедровка а.), урман белгесе. 1963—2001 йй. Туймазы тәж. урман хужалығында эшләй (1974 й. алып механизацияланған отрядтың тракторсы-машинисы). Урман үҫтереү өсөн йырын-һыҙалы ерҙәрҙе хужалыҡта үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. 1973—96 йй. 4,7 мең га...

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы (31.7.1938, БАССР-ҙың Иглин р-ны Яңы Ҡобау а. — 21.2.2018, Өфө), йырсы (баритон), режиссёр. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). М.Х.Хисмәтуллиндың улы. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин-тын (Мәскәү, 1967; Г.Г.Аден класы), ГИТИС-ты (1976; И.М.Туманов курсы) тамамлаған. 1967 й....

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы [10.1.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Ҡобау а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 5.10.2004, Өфө], йырсы (лирик-драматик тенор), режиссёр. РСФСР-ҙың халыҡ (1965) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР-ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1949) артисы. 1931—34 йй. Башҡорт сәнғәт техникумында...

ХИСМӘТУЛЛИН Рәшит Сәғит улы

ХИСМӘТУЛЛИН Рәшит Сәғит улы (7.12.1944, Приморье крайы Себучар станцияһы а.), юрист. Юридикф.д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. юрисы (2000). Свердловск юридик ин-тын тамамлаған(1972). 1971 й. алып Стәрлетамаҡ район халыҡ суды судьяһы, 1975 й. – рәйесе. 1980 й. башлап БАССР Юғары суды судьяһы, 1985 й. алып (өҙөклөк...

ХИСМӘТУЛЛИНА Зарема Рим ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Зарема Рим ҡыҙы (13.6.1966, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д-ры (2007), проф. (2009). БР-ҙың атҡ. табибы (2013), БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлаған (1990), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй (2008 й. башлап дерматовенерология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙа микотик...

ХИСМӘТУЛЛИНА Зөһрә Рәшит ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Зөһрә Рәшит ҡыҙы (4.5.1964, Ҡаҙаҡ ССР-ының Гранитогорск ҡсб), физиолог. Биология фәндәре докторы (2009). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2016). БДУ-ны тамамлаған (1988), 1982 й. алып (өҙөклөк менән) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап...

ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы [24.11.1927, БАССР-ҙың Өфө кантоны Ябалаҡлы а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 18.2.2004, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). 1945—48 йй. Шишмә р-нының Суҡраҡлы 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 60—80-се йй. БАССР МС-ы­ның ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком-ты, “Башҡортостан ҡыҙы”...

ХИТАП

ХИТАП (ғәр.), халыҡҡа йәки айырым соц. төркөмгә йүнәлтелгән, тормош күренештәренә ижт. һәм әхлаҡи баһа биргән әҙәби жанр, шиғри монолог-мөрәжәғәт. Х. формалашыуына йырау һәм сәсәндәрҙең ижади традициялары йоғонто яһаған. Х. төп үҙенсәлеге – дидактик йүнәлешле бу­лыуы. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б-са ҡобайырға...

ХИТРИДИОМИЦЕТТАР

ХИТРИДИОМИЦЕТТАР (Chytridiomycetes), бәшмәктәр класы. 3 тәртибе (бластокладия, моноблефарида, хитридий һымаҡтар), яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР-ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Х. төп билдәһе — үҫеш циклында ҡамсыға оҡшаш шыма еп м-н күҙәнәкле стадия­лар (зооспоралар, гаметалар) булыу. Күбеһенсә...