Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҠТИСАДИ ӘҮҘЕМ ХАЛЫҠ

ИҠТИСАДИ ӘҮҘЕМ ХАЛЫҠ, халыҡтың килем килтерә торған ижт.‑файҙалы эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән өлөшө. Производствоға эшкә яраҡлы халыҡты йәлеп итеү кимәленең күрһәткесе булып тора, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы м‑н бәйле. Мәшғүл (ҡара: Халыҡтың мәшғүллеге) һәм эшһеҙ (ҡара: Эшһеҙлек) халыҡты үҙ...

ИҠТИСАДИ ИНТЕГРАЦИЯ

ИҠТИСАДИ ИНТЕГРАЦИЯ, милли иҡтисадта төбәк эсендәге, төбәкара һәм халыҡ‑ара тотороҡло бәйләнештәрҙең эҙмә‑эҙлекле үҫеше процесы. И.и. макроиҡтисад кимәлендә түбәндәге формаларға бүләләр: өҫтөнлөклө (льготалы), ирекле сауҙа зоналары; дөйөм баҙар; иҡт., таможня, иҡт. һәм валюта союздары; микроиҡтисади —...

ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР

ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР, Рәсәйҙә 18 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәр категорияһы, 1794 й. сиркәү ерҙәрен дәүләт мөлкәтенә әйләндереү арҡаһында Экономия коллегияһы ҡарамағына бирелгән элекке монастырь крәҫтиәндәренән формалаша. И.к. дәүләт ерендә йәшәгән һәм бүлеп бирелгән ерҙән файҙаланған, монастырь ерҙәренең...

ИҠТИСАДИ РАЙОНДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ҮҪТЕРЕҮ

ИҠТИСАДИ РАЙОНДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ҮҪТЕРЕҮ, урындағы етештереү факторҙарын һәм инфраструктураны оптималь файҙаланыу нигеҙендә төбәк иҡтисадының үҙ-ара бәйләнешле һәм пропорциональ үҫеше; район‑ара һәм халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешендә иҡт. райондың урынын билдәләй. Иҡт. район структураһы: район иҡтисады структураһының...

ИҠТИСАДИ РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ИҠТИСАДИ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ил терр‑яһында йәмғиәттәге хеҙмәт бүленешенә ярашлы барлыҡҡа килгән йәки төҙөлгән иҡт. райондар селтәре. Терр. халыҡ хужалығын планлаштырыуҙың инструменты, терр. производство ойоштороуын камиллаштырыуҙың, етештереү көстәрен урынлаштырыуҙың һәм иҡтисад м‑н идара итеүҙең төп шарты...

ИҠТИСАДИ РЕФОРМАЛАР

ИҠТИСАДИ РЕФОРМАЛАР, иҡтисад Башҡортостанда тәүге И.р. 1950 й. Х.Я.Тахаев тарафынан терр‑яларҙа халыҡтың тығыҙлығы һәм урынлашыу кимәле, транспорт шарттары һәм производство бәйләнештәре б‑са үткәрелә, иҡт.‑геогр. райондар бүленә: Үҙәк Ағиҙел буйы Башҡортостаны (төбәктәр: Өфө һәм Стәрлетамаҡ), Көнбайыш...

ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ

ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ, иҡтисад менән идара итеү өлкәһендә дәүләт учреждениелары һәм ижтимағи ойошмалар тарафынан тормошҡа ашырылған закондар сығарыу, башҡарма һәм контролдә тотоу саралары системаһы. Дәүләт ҡабул иткән иҡт. стратегия сиктәрендә бойомға ашырыла, донъя баҙарында милли иҡтисадтың конкурентлы...

ИҠТИСАДИ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АКАДЕМИЯҺЫ

ИҠТИСАДИ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АКАДЕМИЯҺЫ. Өфөләге филиал 1998 й. РФ‑тың Һалым полицияһы федераль хеҙмәте Һалым полицияһы акад. Өфө филиалы булараҡ асыла, 2003 й. алып РФ ЭЭМ‑ының И.х.а. 2008 й. филиал ябыла. Составында иҡт. һәм юридик бүлектәр, уҡытыу-методика бүлеге, мәғлүмәт‑белем биреү үҙәге, китапхана була....

ИҠТИСАДИ ҺӘМ СОЦИАЛЬ ГЕОГРАФИЯ

ИҠТИСАДИ ҺӘМ СОЦИАЛЬ ГЕОГРАФИЯ, халыҡтың, тәбиғәт ресурстарының һәм шарттарының урынлашыу законлыҡтарын, хужалыҡты ойоштороу, уның үҫеш юлдарын өйрәнеү, баһа биреү т‑дағы фән. Халыҡ географияһынан, тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу, мәҙәниәт, хужалыҡ, хәрби, рекреацион һ.б. географияларҙан тора. Иҡтисад,...

ИЛ

ИЛ, 1) ҡәбилә, ырыу, һирәк осраҡта башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ырыу бүленеше. 2) Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында һәм көньяҡ‑көнбайышында ырыу йәки ырыу бүленеше урынлашҡан терр‑я. “Ил” термины күп төрки халыҡтарҙа осрай, “ватан” төшөнсәһенә тиң. Әҙәб.: Кузеев Р.Г., Бикбулатов Н.В., Шитова С.Н....

ИЛАҒУТ

ИЛАҒУТ (Lythrum), илағут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда талъяпраҡ И. һәм сыбыҡ И. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы, төҙ, тармаҡлы, 50—150 см бейеклектә. Япрағы ябай, ланцет рәүешендә, ултырма, ҡапма‑ҡаршы йәки суҡлы теҙелешле....

ИЛАРИОН

ИЛАРИОН (донъяуи исеме Прохоров Николай Иванович; 9.3.1889, Харьков губ. Михайловский утары — 27.1.1973, Белополье ҡ.), Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1953—58; 1963—67). Архиепископ (1957). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Курск дини семинарияһын тамамлаған (1910), Мәскәү коммерция ин‑тында уҡыған (1912—14)....

ИЛӘКШИҘЕ, Илеш р‑нындағы ауыл

ИЛӘКШИҘЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 106 км алыҫлыҡта Ташшишмә й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 612 кеше; 1920 — 827; 1939 — 694; 1959 — 575; 1989 — 299; 2002 — 240; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ИЛӘС, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ИЛӘС, Турат, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Яңы Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Турат й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 458 кеше; 1920 – 575; 1939 – 394; 1959 – 398; 1989 – 356; 2002 – 402; 2010 — 359 кеше....

ИЛБАЕВА Зәйтүнә Зариф ҡыҙы

ИЛБАЕВА Зәйтүнә Зариф ҡыҙы [23.2.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 5.10.1983, Өфө], йырсы (лирик сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1942). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1938; Е.А.Милькович класы) БДОБТ солисы, 1952 й. алып Башҡ. филармонияһының...

ИЛБӘКОВ Ишморат Ҡәйүм улы

ИЛБӘКОВ Ишморат Ҡәйүм улы (10.2.1963, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Ғәлиәхмәт а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Р.Р.Рәхимов класы), Алматы консерваторияһын (1994; К.А.Жумакенов класы) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡ. филармонияһы солист‑ҡурайсыһы,...

ИЛЕК, Кушнаренко р-нындағы ауыл

ИЛЕК, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Горький а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 34 км һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1646 кеше; 1920 – 1980; 1939 – 1745; 1959 – 953; 1989 – 813; 2002 – 685; 2010 – 541 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИЛЕК, Мишкә р-нындағы ауыл

ИЛЕК, Мишкә р-нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Дикәнер й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 46 кеше; 1920 – 355; 1939 – 311; 1959 – 416; 1989 – 244; 2002 – 210; 2010 – 156 кеше. Мариҙар йәшәй...

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы

ИЛЕМБӘТОВ Азамат Фәттәх улы (26.9.1972, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. канд. (2002). Г.В.Плеханов ис. С.‑Петербург тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1994) Бүребай тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләй (өҙөклөктәр м‑н; 2004—05 йй. ген. дир.). 1998 й. ғин.‑майында Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө ком‑тының ер кадастры...

ИЛЕМБӘТОВ Вәлит Хәлит улы

ИЛЕМБӘТОВ Вәлит Хәлит улы (1.11.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Яңыбай а.), эстрада артисы. Филол. ф. канд. (1998). БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1992) артисы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1979), БДУ‑ны (1990) тамамлаған. 1978 й. алып Салауат башҡ. драма театры актёры, 1982 й....