Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУҠРАУЫҠ, шарлауыҡ

ҠУҠРАУЫҠ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Егән а. көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ҡуҡрауыҡ й. (Егән й. басс.) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Һикәлтәһенең бейеклеге яҡынса 12 м, 3 баҫҡысы бар; баҫҡыстарының бейеклеге 3‑тән 4 м тиклем, киңлеге 5 м яҡын. Өҫкө вендтыңҡуҡрауыҡ...

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ, спорт төрө, аяҡ һәм ҡулдар м‑н һуғыу, ҡармап тотоу, ырғытыу, ауырттырыу һәм быуыу алымдары ҡулланылған бергә‑бер көрәш. Ҡ.һ. б‑са комплекслы ярыштар 2 турҙа үтә: 1‑се — ҡораллы көрәштәштән һаҡланыу техникаһын күрһәтеү, 2‑се — көрәш (ҡорал ҡулланмайынса). 20 б. 40‑сы йй. уртаһында Өфөлә “Дина‑...

ҠУЛАЕВ Мстислав Александрович

ҠУЛАЕВ Мстислав Александрович [Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы; 7.2. 1873, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1959, Ҡазан], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, тел‑ се, табип. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан...

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП, ҡулаҡса ҡатнашлығынан тыш матди ҡиммәттәр м‑н тәьмин итеү һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү б‑са килешеүҙәр төҙөү барышында иҫәпләшеү ысулы. Түләү документтары ярҙамында аҡ‑ са күсереү юлы м‑н банкылар аша, ш. иҫ. электрон формала һәм пластик карталар файҙаланып, башҡарыла. Аҡса операцияларын...

ҠУЛЛАНЫЛЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР

ҠУЛЛАНЫШТАН ҮТКӘН МАЙҘАР, эксплуатациялау ваҡытында химик һәм физик үҙенсәлектәре үҙгәреү сәбәпле төп тәғәйенләнеше б‑са файҙаланыла алмаған, файҙаланыуҙың норматив мөҙҙәттәре үткән һәм алыштырылырға тейеш булған синтетик, минераль майҙар йәки уларҙың ҡатышмалары. Майҙарҙың үҙенсәлектәре насарайыуы...

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, физик һәм юридик шәхестәрҙең ирекле берекмәһе, ағзалыҡ нигеҙендә матди һ.б. ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн терр. билдә б‑са төҙөлә (ҡара: Ҡулланыусылар кооперацияһы). Өфө губернаһындағы тәүге Ҡ.й. 1871 й. Өфөлә ойошторола. Пай түләүе 20 һум тәшкил итә; ҡатнашыусылар һәм пайҙар...

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ (Башпотребсоюз), БР‑ҙың ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм район ҡулланыусылар йәмғиәттәре союздары эшмәкәрлеген көйләү, уларҙың мөлкәт һ.б. төрлө хоҡуҡтарын, дәүләт органдарында һәм урындағы үҙидара органдарында мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған ирекле бе‑ рекмә. Өфөлә...

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КӘРЗИНЕ, кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары һәм хеҙмәттәрҙең миним. йыйылмаһы. Халыҡтың төп соц.‑демографик төркөмдәре (хеҙмәткә яраҡлылар, пенсионерҙар, балалар) өсөн федераль башҡарма власть органдары эшләгән һәм...

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КООПЕРАЦИЯҺЫ

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР КООПЕРАЦИЯҺЫ, кооперация төрө. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1916 й. Өфө кооперативтар ширҡәте ойошторола. Революциянан (1917) һуң крәҫтиәндәрҙе күпләп ҡулланыусылар кооперативтарына индереү башлана. 1924 й. Ҡ.к. 33 мең, 1934 й. 1150 мең пайсы-ағза була. Респ. ваҡлап һатыуҙағы...

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ТАУАРҘАРЫ БАҘАРЫ. Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын ваҡлап һатыу баҙарҙарын үҙ эсенә ала. Функциялары: яңыртып етештереү (халыҡҡа тулайым милли продукттың бер өлөшөн һатыу һәм етештереүгә, уның әйләнешенә киткән сығымдарҙы ҡаплау), дәртләндереү (юғары ихтыяжлы тауарҙар етештереүгә), көйләү...

ҠУЛЪЯҘМА КИТАП

ҠУЛЪЯҘМА КИТАП, китап мәҙәниәте ҡомартҡыһы; ҡулдан яҙылған китап йәки бит. Ҡ.к. археографияла, кодикологияла, палеографияла, текстологияла һ.б. дисциплиналарҙа өйрәнелә. Башҡортостанда Ҡ.к. әҙерләү һәм таратыу китап нәшер итеү эше барлыҡҡа килгәнгә тиклем була. Башҡортостанда табылған Ҡ.к. 16—20 бб....

ҠУМРЫҠ

ҠУМРЫҠ, ҡумрын, ҡумрыт, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. табын ҡәбиләләре составында Урал буйына күсенә. 14—15 бб. Инйәр й. басс. таралып ултыра, бында ул бишул, бәҙрәк,...

ҠУМЫҘ

ҠУМЫҘ, үҙьяңғырашлы телле башҡ. музыка ҡоралы. Металдан йәки ағастан (һирәкләп һөйәктән) эшләнә, оҙонлоғо яҡынса 8 см. Тимер Ҡ. (дуға рәүешле) остарына табан тарая барған даға рәүешендә, уның уртаһына осо бөгөп ҡуйылған нәҙек ҡорос тел беркетелә, ағас ҡумыҙ (рамлы) ҡайындан йәки сағандан тел уйып яһалған...

ҠУМЫҠ ТЕЛЕ

ҠУМЫҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡумыҡтарҙың милли теле, Дағстан Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Ингушетияла, Төньяҡ Осетия—Аланияла, Чечняла һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә таралған. РФ‑та Ҡ.т. һөйләшеүселәр һаны 400 меңдән ашыу кеше (2010), БР‑ҙа...

ҠУНАҠБАЕВ Сабирйән Абдулла улы

ҠУНАҠБАЕВ Сабирйән Абдулла улы [29.12.1901, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Олокүл а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 3.7.1996, Өфө], селекционер. БССР ФА‑ның почётлы акад. (1991), а.х. ф. канд. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1987). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). К.А.Тимирязев...

ҠУНАҠБАЙ ЙОМАЕВ

ҠУНАҠБАЙ ЙОМАЕВ (? — 1774 й. ғин.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ирен улусы Сарысбаш (Самсун) а. башҡорто. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Ҡәнзәфәр Усаев һәм Мәүлит Айытов м‑н берлектә Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Әшит ҡәлғәһен ала, ш. уҡ...

ҠУНАҠБАЙ Хөсәйен Әхмәтйән улы

ҠУНАҠБАЙ (Ҡунаҡбаев) Хөсәйен Әхмәтйән улы [12.2.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурғәле а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., — 15.2. 1943, Курск өлк. Ольховатка а. янында], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1932—36). 1929...

ҠУНАҠБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ҠУНАҠБАЙ, Даңғыр, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ермолаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. 20 км алыҫлыҡта Ҡунаҡбай й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 438 кеше; 1920 – 441; 1939 – 204; 1959 – 322; 1989 – 208; 2002 – 172; 2010 – 108 кеше. Башҡорттар...

ҠУНАҠБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ҠУНАҠБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 140 кеше; 1920 — 1094 (Преображеновка а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 242; 1959 — 232; 1989 — 106; 2002 — 130;...

ҠУНАҠБАЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠУНАҠБАЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ҡунаҡбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1275 кеше; 1920 — 1696; 1939 — 916; 1959 — 716; 1989 — 618; 2002 — 677; 2010 — 750 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...