Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы

ҠЫУАТОВ Усман Мөхәмәтғәлим улы [1897, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1956, Баҡы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡыуатовтар нәҫеленән, М.Ә.Ҡыуатовтың улы, Ғ.Ғ.Ҡыуатовтың ҡустыһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1918). 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә...

ҠЫУАТОВА Әлмира Шәриф ҡыҙы

ҠЫУАТОВА Әлмира Шәриф ҡыҙы (30.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Этҡол а.), актриса, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). Ҡыуатовтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Рәсәй сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын...

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы (9.11.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер, педагог. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1974) халыҡ һәм атҡ. (1971) артисы. Ҡыуатовтар нәҫеленән, С.С.Ҡыуатовтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1993 й....

ҠЫУАТОВТАР

ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й....

ҠЫУЫШ

ҠЫУЫШ, башҡорт йәйләүҙәрендә осло йәки ике ҡыйыҡлы итеп эшләнгән ваҡытлы торлаҡ. Башлыса ҡайындан, уҫаҡтан, ҡарағайҙан эшләнгән. Ике ҡыйыҡлы Ҡ. каркасы сатрашлап бәйләнгән 2—3 пар һайғауҙан, арҡыры һалынған баҫрауҙан (оҙонлоғо 2 м ашыу) һәм горизонталь йәки вертикаль һалынған ботаҡтарҙан, осло Ҡ. —...

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ

ҠЫУЫШ ТАЖЪЯПРАҠ (Coeloglossum), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда йәшел Ҡ.т. үҫә. Бармаҡ һымаҡ бүленгән 2 тамыр‑бүлбеһе булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 6—40 см, төбөндә көрән төҫтәге...

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠЫУЫШТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Кузнецовка а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Эҫем й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының гипстарында һәм ангидриттарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге үтә тишекле горизонталь коридорҙан тора....

ҠЫШЛАУЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҠЫШЛАУЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 48 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡышлауйылға й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 265 кеше; 1920 — 462; 1939 — 445; 1959 — 490; 1989 — 370; 2002 — 388;...

ҠЫШТЫМ ЗАВОДТАРЫ

ҠЫШТЫМ ЗАВОДТАРЫ, 1757 й. Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин), Терһәк һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыштым й. буйында (Исәт й. басс.) Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан Үрге һәм Түбәнге суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар,...

ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ

ҠЫШТЫМ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Урал тау һәм металлургия сәнәғәтенең иң ҙур акционер йәмғиәттәренең береһе. 1900 й. С.‑Петербургта Ҡыштым тау округы хужалары (сауҙагәр Л.И.Расторгуев вариҫтары) тарафынан ойошторола. Идараһы С.‑Петербургта, баш идаралығы Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым Заводы ҡасабаһында урынлаша....

ҠЫШҺӨЙӘР

ҠЫШҺӨЙӘР (Chimaphila), утүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5—7 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте урмандарында таралған. Башҡортостанда сатырлы Ҡ. үҫә. Һырылыусы, тармаҡлы тамырһабаҡлы мәңге йәшел ярым ҡыуаҡ. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 10—20 см. Япрағы ҡалын тиресәле,...

ҠЫЯҠЛЫЛАР

ҠЫЯҠЛЫЛАР, б а ж а т һ ы м а ҡ т а р (Gramineae, йәки Poaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. 650 заты, яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үлән, һирәгерәк ағас һымаҡ үҫемлек. Башҡортостанда 39 заттан (айрыҡ, аҡтамыр, бажат, бүтәгә, ҡолонғойроҡ, ҡылған һ.б.) 139 төр үҫә. Бер, ике, күп йыллыҡ...

ҠЫЯР

ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы,...

ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠЫЯУЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 891; 1939 — 726; 1959 — 455; 1989 — 197; 2002 — 177; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар...

ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич

ЛАВРЕНТЬЕВ Михаил Алексеевич (19.11.1900, Ҡазан — 15.10.1980, Мәскәү, Новосибирск ҡ. ерләнгән), математик, механик. СССР ФА (1946) һәм Украина ССР‑ы ФА (1939) акад., техник ф. д‑ры (1934), физика‑матем. ф. д‑ры (1935), проф. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). МДУ‑ны тамамлаған (1922). 1929—76 йй. Мәскәү,...

ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович

ЛАВРЕНТЬЕВ Пётр Денисович (11.1.1905, Дон ғәскәре өлк. Таганрог ҡ. — 4.10.1979, Химки ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Харьков политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында, 1941 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) эшләй:...

ЛАВРОВ Сергей Андреевич

ЛАВРОВ Сергей Андреевич (6.11. 1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Жана‑Семей ҡсб), конструктор. Техник ф. канд. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ‑ла эшләй: өлкән инженер‑конструктор, 1960 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1964 й. — баш конструктор,...

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович

ЛАВРОВСКИЙ Константин Петрович [19.11.1898, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсекә районы) — 7.3.1972, Мәскәү ҡ.], химик‑органик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), химия фәндәре докторы (1937). Фәнни эшмәкәрлеге детонацияға ҡаршы өҫтәмәләрҙе, ш. иҫ. тетраэтилҡурғашты, синтезлауға,...

ЛАВСОНИТ, минерал

ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының...

ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович

ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович (7.4.1950, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Объект а. – 28.12.2014, Өфө), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге б‑са халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). БДПИ‑ны...