Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТӘРЛЕТАМАҠ ИТ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ИТ КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Союзмясо”ның Стәрлетамаҡ бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. алып С.и.к., 1994 й. – ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, сеймал, ит-продукт, колбаса цехтары, һыуытҡыс һ.б. ингән. 2003 й. 292 кеше эшләгән; етештерелгән (т): ит һәм субпродукттар – 922,8, колбаса...

СТӘРЛЕТАМАҠ МАХСУС НЕФТЬ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МАХСУС НЕФТЬ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ. Быраулау иретмәләре өсөн балсыҡ онтағы һ.б. етештергән. 1949 й. Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Ҡуғанаҡ а. “Талалаевуголь” шахтаһы булараҡ нигеҙ һалына (1950 й. алып “Башнефть” берекмәһенә инә), 1955 й. башлап Ҡуғанаҡ балсыҡ онтағы етештереү з‑ды (1959—63 йй. “Башстройматериалы”...

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. А.х. техникаһы етештергән (30‑ҙан ашыу төр). 1983 й. СССР Оборона министрлығы заказы б‑са үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаларының яңы серияларын етештереү өсөн төҙөлә [1988 й. тәүге гаубица эшләнә, бөтәһе 300 берәмек эшләп сығарыла; бер үк ваҡытта агросәнәғәт комплексы...

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕБЕЛЬ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕБЕЛЬ КОМБИНАТЫ. 1962 й. “Дуҫлыҡ”, “Ҡыҙыл партизан”, “Таймур”, “Ташлы” артелдәре базаһында (бөтәһе лә — Ғафури р‑ны) Стәрлетамаҡ мебель фирмаһы булараҡ төҙөлә, 1963 й. алып Стәрлетамаҡ мебель берекмәһе составында (Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Красноусол ҡасабаһының мебель цехтары...

СТӘРЛЕТАМАҠ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СПИРТ‑АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, “Башспирт” ААЙ филиалы. Составына ликёр‑араҡы, спирт, шарап‑араҡы производстволары (Ишембай ҡ.), транспорт‑сеймал цехы, үҙәк лаб. инә. 2009 й. 669 кеше эшләгән. Спирт, алкоголле продукция, натураль уксус; углекислота, ферменттар етештерә. 72 Продук‑„ цияһы БР‑ҙа һәм...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ №1

СТӘРЛЕТАМАҠ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ №1. Составына 3 форма эшләү (1957 й., 1959 й., 1964 й. нигеҙ һалына), арматура (1984), ремонт‑механика (1963) цехтары; пилорама (1994), карьер (2008), әҙер продукция склады инә. 2009 й. 960 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. “Стерлитамакстрой”...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЭЦ-ы

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЭЦ‑ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы етештерә. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәүҙәр, ремонт‑төҙөлөш, техник хеҙмәтләндереү цехтары инә (бөтәһе лә 1957 й. төҙөлә). 2009 й. 463 кеше эшләгән. Продукцияһын...

СТӘРЛЕТАМАҠ ҺӨТ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ҺӨТ КОМБИНАТЫ, “Аллат” ЯАЙ (Өфө) филиалы, 100‑гә яҡын төр продукция етештерә. Составына ҡабул итеү‑ҡойоу; стерилләнгән һөт һәм киптерелгән һөт продукттары, май һәм шәрбәткә манылған татлы эремсек, сыр, эремсекцехтары инә. 2009 й. 608 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә...

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ

СТЕНА МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең стена блоктары, төҙөлөш кирбесе, керамик черепица етештерә торған тармағы. Башҡортостанда 19 б. уртаһынан үҫешә (ҡара: Кирбес заводтары). 2004 й. тармаҡта 162 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Берлек Плюс” ЯСЙ (Өфө, 2003 й. нигеҙ һалына),...

СТРАХОВКАЛАУ

СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө хәүеф эҙемтәләрен кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулы. С. функциялары: милекселәр мәнфәғәттәрен яҡлау, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү, йәмғиәттең...

СУБВЕНЦИЯ

СУБВЕНЦИЯ (лат. Subvenire — ярҙамға килеү), РФ йәки муниц. мәғариф субъектының дәүләт вәкиллеге тарафынан уларға тапшырылған сығым йөкләмәләрен финанс м‑н тәьмин итеү өсөн түбән кимәлле бюджетҡа түләүһеҙ нигеҙҙә бирелгән аҡса (бюджет‑ара трансферт). С. РФ субъекттары бюджетына торлаҡ-коммуналь хеҙмәтен...

СУБСИДИЯ

СУБСИДИЯ (лат. Subsidium — ярҙам, булышлыҡ), дәүләт тарафынан юридик һәм физик шәхестәргә, урындағы үҙидара органдарына маҡсатлы сығымдарҙы өлөшләтә финанслау шарттарында аҡсалата йәки натуралата бирелә торған пособие. Тура (дәүләт йәки урындағы бюджеттарҙан, ш. уҡ махсус фондтарҙан милли иҡтисадтың...

ТАБЫШ

ТАБЫШ, продукция (хеҙмәт) һатыуҙан алынған килемдең етештереү һәм һатыу сығымдарынан артыуы; предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хужалыҡ итеү эшмәкәрлегендәге финанс һөҙөмтәләренең төп күрһәткесе. Продукттарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатыуҙан килгән төшөм м‑н етештереү факторҙары сығымдарының суммаһы араһындағы...

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең бүрәнәнән ағас‑таҡта (бурса һ.б.) етештергән тармағы. Таҡта ярыу з‑дтары һәм урман хужалыҡтары, урман сәнәғәте хужалыҡтары составындағы цехтарҙан тора. Таҡта ярыу цехтарында бүрәнәне һәм бурсаны буйға ярыу, ш. уҡ ҡыры киҫелмәгән таҡта бысыу һәм осон...

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1991 й. Асҡын р‑ны Төй ҡасабаһында Талог урман пункты (30‑сы йй. нигеҙләнгән) базаһында “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең Т.у.с.х. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. 2003 й. 119 кеше эшләгән; 12,4 мең...

ТАМОЖНЯ

ТАМОЖНЯ, сик аша йөк (ш. иҫ. багаж һәм почта м‑н ебәрелгән әйберҙәр) үткәреүҙе контролдә тотҡан, таможня пошлиналары һәм йыйымдары түләткән дәүләт учреждениеһы. Т. диңгеҙ һәм йылға порттарында, халыҡ‑ара аэропорттарҙа, сик буйы пункттарында һәм т. юл станцияларында, эре үҙәктәрҙә урынлашҡан. Төп бурыстары:...

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б....

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ, тауарҙың баҙарҙа башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ тауарҙары м‑н конкуренция алып барыу һәләте; конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре, йәғни тәғәйен һатып алыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм уның аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек билдәләре булыуы. Т.к.һ. кимәле тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре...

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең туҡыма, трикотаж туҡыма, күн, тире, конструкция материалдарынан, ш. уҡ төрлө фурнитуранан кейем, көнкүреш һәм техник тәғәйенләнешле төрлө изделиелар етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай, кейем кустарь ысул м‑н етештерелә (ҡара: Күн эше, Һөнәрселек кәсебе),...

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. Составына өҫкө һәм аҫҡы складтар, тара һәм ағас эше цехтары, ремонт‑механика оҫтаханаһы инә. 2009 й. 93 кеше эшләгән; 12 мең м3 ағас сығарылған; 8,5 мең м3 ағас‑таҡта, 3,2 мең м3 утын ағасы етештерелгән....