Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРОХМАЛЬ Виктор Николаевич

КРОХМАЛЬ Виктор Николаевич (31.10.1873, Киев — 1933, Ленинград), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1899—1917 йй. РСДРП ағзаһы. Император Харьков ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1908). 1896—1905 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1898—1900 йй. Өфө губерна земство...

КРУГЛОВ Григорий Михайлович

КРУГЛОВ Григорий Михайлович (8.8.1927, ТАССР‑ҙың Сакон а. — 26.8.2018, Өфө), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951—85 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Ижады һуғыштан һуңғы йылдарҙа социалистик реализм...

КРУГЛОВ Эдуард Александрович

КРУГЛОВ Эдуард Александрович (13.2.1933, Мәскәү ҡ. — 15.3.2012, Өфө ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре кандидаты (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985). Мәскәү химия‑технология институтын тамамлағандан һуң (1957) СССР...

КРУГЛОВА Наталья Николаевна

КРУГЛОВА Наталья Николаевна (28.10.1957, Сыктывкар), эмбриолог, үҫемлектәр биотехнологы. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009). Ленинград ун‑тын тамамлаған (1980). 1986 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй, 1989 й. — Биология ин‑тында, 1996 й. — лаб. мөдире, бер...

КРУЛЬ Леонид Янович

КРУЛЬ Леонид Янович (16.8.1923, Өфө — 8.10.1997, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; педагогы А.Э.Тюлькин) 1954 й. тиклем 23‑сө урта мәктәптә уҡыта, 1961—88 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты (икеһе лә — Өфө) рәссамы. Башлыса...

КРУПСКАЯ Надежда Константиновна

КРУПСКАЯ Надежда Константиновна (14.2.1869, С.‑Петербург — 27.2.1939, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр, педагог. СССР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1931), пед. ф. д‑ры (1936). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Княгиня А.А.Оболенскаяның ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай (1887), Петербург юғары ҡатын‑ҡыҙҙар курсында уҡый (1889—90);...

КРУТЬКОВ Владимир Михайлович

КРУТЬКОВ Владимир Михайлович (6.4.1938, Брянск ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2006). Брянск технология ин‑тын тамамлаған (1962). 1968—70 йй. һәм 1985 й. алып (лаб. мөдире) Биол. ин‑тында эшләй: 1997 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1970 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен...

КРЫЖАНОВСКИЙ Владимир Николаевич

КРЫЖАНОВСКИЙ Владимир Николаевич (1868, Волынск губ. Житомир ҡ. — 1932, Дмитров ҡ.), бактериолог. Мәскәү ун‑тының физика‑матем. (1894) һәм мед. (1898) ф‑ттарын тамамлаған. 1898 й. алып С.‑Петербург Император эксперименталь мед. ин‑тында (1900 й. тиклем Сәмәрҡәндтә чумаға ҡаршы экспедицияла) эшләй. 1903 й....

КРЫЖАНОВСКИЙ Николай Андреевич

КРЫЖАНОВСКИЙ Николай Андреевич (30.10.1818, С.‑Петербург — 29.4.1888, Полтава губ. Матвеевка а.) дәүләт эшмәкәре. Ген.-адъютант (1861), артиллериянан ген. (1862). Дворяндарҙан. 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында, 1873 й. Хиуа походында ҡатнашыусы. Михаил артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (С.‑Петербург, 1837)....

КРЫЖОВНИК

КРЫЖОВНИК (Grossularia), крыжовниктар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Европала, Төньяҡ Америкала һәм Азияла таралған. Башҡортостанда ауыш, йәки культуралы К. үҫтерелә. 1,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең төйөндәрендә энәләр һәм төйөн араларында ваҡ энәләр бар. Япрағы...

КРЫЛОВ Николай Митрофанович

КРЫЛОВ Николай Митрофанович (29.11.1879, С.‑Петербург — 11.5.1955, Мәскәү), математик. СССР ФА (1929), Украина ССР‑ы ФА (1922) академигы. Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1939). Тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1902, С.‑Петербург) 1912 й. алып шунда уҡ эшләй. 1917 й. башлап Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.),...

КРЫЛОВА Елизавета Николаевна

КРЫЛОВА Елизавета Николаевна (18.10.1912, Өфө — 12.5.1994, шунда уҡ), пианист. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1953). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; В.Х.Штегман класы) Өфө кинотеатрҙары эргәһендәге оркестрҙар пианисы, 1932 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты, 1938 й. —...

КРЫМСКИЙ Виктор Григорьевич

КРЫМСКИЙ Виктор Григорьевич (16.11.1951, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып өлкән, 1994 й. — төп, 1999 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап халыҡ-ара мөнәсәбәттәр...

КРЫСИН Николай Иванович

КРЫСИН Николай Иванович (20.4.1938, БАССР‑ҙың Шишмә районы Дмитриевка а.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (2012). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефть” берекмәһендә: 1965 й. алып “Пермвостокнефтеразведка” тресында технологик бүлек начальнигы, 1968 й. — баш инженер, 1969 й. —...

КРЮКОВ Николай Иванович

КРЮКОВ Николай Иванович (12.9.1948, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Любажи а. — 2.12.2018, Өфө, тыуған яғында яғында ерләнгән), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996), РФ‑тың яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1966 й. алып “Бугульмагоргаз”...

КРЮКОВА Антонина Яковлевна

КРЮКОВА Антонина Яковлевна (5.3.1936, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Архангел үҙәк р‑н дауаханаһында, 1966 й....

КРЮЧКОВ Иван Павлович

КРЮЧКОВ Иван Павлович (3.10.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Крючковка а. — 9.5.1995, БР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943—86 йй. Мәсетле р‑нының “Ураҡ һәм сүкеш” к‑зында эшләй: 1943 й. алып рәйес урынбаҫары, 1955 й. —...

КСЕНОБИОТИКТАР

КСЕНОБИОТИКТАР (гр. xenos — ят һәм био...), организмдар өсөн ят булған берләшмәләр (синтетик дарыу берләшмәләре, пестицидтарһ.б.). К. организмдарҙың һәләк булыуына, ағыуланыуына, аллергия ауырыуҙарына, нәҫеллеге үҙгәреүгә, иммунитеты түбәнәйеүгә, экосистемаларҙа тәбиғәт процестарының тәбиғи ағымы боҙолоуға...

КСЕРОФИТТАР

КСЕРОФИТТАР (гр. xеros — ҡоро һәм фито...), дымдың шаҡтай ныҡ етешмәүен (тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо) кисерә алған, ҡоро урындарҙа үҫкән үҫемлектәр. К. ныҡ үҫешкән тамыр системаһы (ҡылғандар), матдәләр һаҡлау өсөн тамыр ҡулайламалары булыу (ябай ерек ҡураһының “тамыр тубырсыҡтары”), транспирациялаусы...

КСИЛОЛДАР

КСИЛОЛДАР, диметилбензолдар, (СН3)2С6Н4. 3 изомер: орто‑, мета‑ һәм пара‑К рәүешендә була. Төҫһөҙ шыйыҡлыҡ, этил спирты, диэтил эфиры, ацетон, бензол м‑н яҡшы ҡатнаша; һыуҙа насар (0,015%‑тан аҙыраҡ), поляр шыйыҡлыҡтарҙа (көкөртлө ангидрид, диэтиленгликоль, фенол һ.б.) яҡшы эрей; tҡайнау о‑К. 144,4°С,...