Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘБДИЕВА Мәхмүдә Ғаззали ҡыҙы

ӘБДИЕВА Мәхмүдә Ғаззали ҡыҙы [18.2.1942, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], селекционер. А.х. ф. канд. (1978). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2002). И.В.Мичурин ис. Йәшелсә‑емеш ин‑тын тамамлаған (Мичуринск ҡ., 1965). 1966—2016 йй. БНИИСХ‑ла эшләй (1995 й. — төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни...

ӘБДРӘҠИПОВА Ғәйшә Йосоп ҡыҙы

ӘБДРӘҠИПОВА Ғәйшә Йосоп ҡыҙы (1.5.1921, Өфө — 14.3.2003, шунда уҡ), балет артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1938; педагогы К.В.Матсон). 1939— 59 йй. БДОБТ‑ла эшләй. Тәүге спектаклдәрҙең бөтәһендә лә ҡатнашҡан: “Фауст” (Ш.Гуно), “Иван Сусанин” (М.И. Глинка), “Ҡарлуғас” (Н.К.Чемберджи),...

ӘБДРӘХИМ, З ә х и м, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ӘБДРӘХИМ, З ә х и м, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 567; 1939 — 421; 1959 — 460; 1989 — 261; 2002 — 326; 2010 — 324 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ӘБДРӘХИМОВ Юнир Рәхим улы

ӘБДРӘХИМОВ Юнир Рәхим улы (1.3.1942, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Тәүәкән а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), РФ‑тың почётлы мәғариф тармағы хеҙм‑ре (2017). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1995 й. алып сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау...

ӘБДРӘШБАШ, Я ң ы Т у ҡ р а н, Борай р‑нындағы ауыл

ӘБДРӘШБАШ, Я ң ы Т у ҡ р а н, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Әбдрәшбаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 371 кеше; 1920 — 474; 1939 — 375; 1959 — 324; 1989 — 186; 2002 — 118; 2010 — 88...

ӘБДРӘШИТ АЙЫТОВ

ӘБДРӘШИТ АЙЫТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһының Абдулла а. яһаҡлы татарҙарынан. Айыт Ураҙ­мәтовтыңулы. 1773 й. нояб. ихтилалға ҡушыла, Башҡортостандыңкөньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе була. Ә.А. отряды Ҡазан...

ӘБДРӘШИТ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ӘБДРӘШИТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 496 кеше; 1920 — 555; 1939 — 397; 1959 — 351; 1989 — 328; 2002 — 376; 2010 — 402 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӘБДРӘШИТ, Т а у к ү л, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ӘБДРӘШИТ, Т а у к ү л, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 704 кеше; 1920 — 900 (Яңы Әбдрәшит а. м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 533; 1959 — 782; 1989 — 526; 2002 — 661; 2010 — 619 кеше. Башҡорттар,...

ӘБДРӘШИТОВ Йәғәфәр Мөхәрәм улы

ӘБДРӘШИТОВ Йәғәфәр Мөхәрәм улы (30.11.1949, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Яңауыл а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1990) атҡ. химигы. ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1969 й. Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй. 1971 й. башлап “Каустик” ЯАЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.): 1985 й. алып...

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы [14.10.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йүкәлекүл а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 25.5.1995, Өфө ҡ.], агрохимик. Биология фәндәре кандидаты (1958). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлаған (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954). 1958—91 йй....

ӘБДРӘШИТОВ Хәмзә Зәки улы

ӘБДРӘШИТОВ Хәмзә Зәки улы (5.6.1954, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Ҡораласыҡ а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (1992), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Ишимбайнефть” НГДУ‑һының мед.‑санитария бүлегендә эшләй. 1984 й. алып Ишембай...

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Беренсе Чкалов хәрби авиация...

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы

ӘБДРӘШИТОВ Шамил Монасип улы [19.5.1921, Ырымбур ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Зәк‑Ишмәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 4.5.1944, Севастополь ҡ. янында], лётчик, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).Б.В.һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов...

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (30.4.1957, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡаратал ҡсб), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2003) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай башҡорт драма театры актрисаһы. Сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, һығылмалылыҡҡа...

ӘБДҮШЕВ Хәбибулла Бәхтигәрәй улы

ӘБДҮШЕВ Хәбибулла Бәхтигәрәй улы [1.3.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Денис а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 23.12.1998, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Фёдоровка р‑нының Октябрьский МТС‑ында тракторсы; 1953 й. башлап ш.уҡ р‑ндағы М.В.Фрунзе ис. к‑зда трактор...

ӘБДҮШЕВ Хикмәт Хөснөтдин улы

ӘБДҮШЕВ Хикмәт Хөснөтдин улы (26.2.1895, Ҡазан губ. Чистай ҡ. — 1986, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1962), проф. (1964). Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1928). 1947—71 йй. БАХИ‑ла эшләй: 1947 й., 1957—65 йй. һәм 1967 й. хирургия каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ветеринарияла хирургия...

ӘБЕЛ‑ҒАЗИ Баһадир хан

ӘБЕЛ‑ҒАЗИ Баһадир хан, Ә б е л ғ а з и Б а һ а д и р (1603—63), шағир, тарихсы, Хиуа ханы (1643 й. алып). Сыңғыҙхан нәҫеленән. Төрки телендә яҙылған “Шәжәрә‑и төрк” (“Төркиҙәр шәжәрәһе”), “Шәжәрә‑и төрөкмән” (“Төрөкмәндәр шәжәрәһе”) тарихи‑әҙәби ҡомартҡылары авторы, уларҙа башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың,...

ӘБЕЛХӘЙЕР, Б а л ғ а й ы р б а т ы р

ӘБЕЛХӘЙЕР, Б а л ғ а й ы р б а т ы р (1693—1748), Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙ ханы (1710 й. алып). 18 б. 20‑се йй. Кесе йөҙҙөң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе һәм башҡорт, ҡалмыҡ, Яйыҡ казактарының ҡаҙаҡтар м‑н мөнәсәбәтен көйләү б‑са ҡаҙаҡ‑Рәсәй һөйләшеүҙәре инициаторы. 1731 й. 10 окт. Кесе йөҙҙөң Рәсәй...

ӘБЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ӘБЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 463; 1939 — 284; 1959 — 309; 1989 — 282; 2002 — 279; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӘБЕШ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӘБЕШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай.Район үҙәгенән Т.38 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан.Халҡы:1906 й.—340 кеше; 1920 — 322; 1939 — 206; 1959 — 200; 1989 — 75; 2002 — 99; 2010 — 78 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй‑Мең...