Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АКСАКОВНЕФТЬ”

“АКСАКОВНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Шкапов нефть ятҡылығын, ш. уҡ Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары терр‑яһында Бәләбәй, Знаменка, Раевка, Сатай, Шафран һ.б. нефть ятҡылыҡтарын, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыуға тапшырыу м‑н шөғөлләнгән. 1955 й. Йәрмәкәй...

“АЙМАҠ”

“АЙМАҠ”, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфө ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. октябренән 1929 й. авгусына тиклем “Башҡорт аймағы”, 1930 й. ғинуарынан 1931 й. авгусына тиклем “А.” (2 һаны сыға) исеме менән нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы,...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, драма

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең 6 картиналы драмаһы. 1967 й. яҙылған. Пьеса һуғыш арҡаһында айырылған әсә һәм ҡыҙҙың драматик яҙмышы хаҡында бәйән итә. Фашист әсирлегенән ҡасҡан Зөлхәбирә Италияла яңы тормош башлай. Йылдар үткәс, үҙе м‑н ҡыҙы Айгөлдө алып китеү өсөн тыуған яғына ҡайта һәм ауылдаштарының унан...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, балет

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле драмаһы б‑са Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1971 й. яҙылған. Премьера ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла үтә (И.М.Кәримов, Сабитов һәм И.Х.Хәбиров либреттоһы, балетм. — Хәбиров, дирижёры — Сабитов, ҡуйыусы рәссамы — М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Л.С.Ҡыуатова...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, трагедия

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең 3 бүлектән һәм эпилогтан торған трагедияһы. 1963 й. яҙылған. Драматик конфликт нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә. Йолаға ярашлы, Аҡйегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте 11 йәшлек...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, опера

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ” (“В ночь лунного затмения”), М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са С.Ә.Низаметдиновтың 3 шаршауҙан торған операһы. 1996 й. яҙылған. Премьераһы ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла уҙа (Я.А.Козловскийҙың шиғри тәржемәһе нигеҙендә Низаметдинов һәм Р.М.Ғәлиев либреттоһы, муз. етәкс. һәм дирижёры...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, балет

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са М.Х.Әхмәтовтың 2 шаршаулы балеты. 1978 й. яҙылған. Премьераһы 1982 й. БДОБТ‑ла уҙа (Э.В.Әхмәтова либреттоһы, балетм. Б.В.Танин, дирижёры Ғ.Х.Моталов, ҡуйыусы рәссамы Е.Ефим). Төп партияларҙа: Ф.М.Нафиҡова (Тәңкәбикә), Л.В.Шапкина (Шәфәҡ),...

“АЗАТЛЫК”

“АЗАТЛЫК” Башҡортостан Республикаһының татар йәштәре союзы, татар йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

“АЗАМАТОВ КАНТОН”, йыр

“АЗАМАТОВ КАНТОН”, “Мирхәй кантон”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. С.Сәлимов яҙып ала һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында (1929, №7) баҫтыра. Лирик‑эпик йүнәлешле йыр. Легенда б‑са, ул кантон нач. Мирхәйҙәр Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) үлер алдынан...

“АЗАМАТ”, йыр

“АЗАМАТ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М.Х.Хисмәтуллин 1937 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. С.Кулибаеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. “А.” варианттарын И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Йыр лирик характерҙа. С.Ә.Галин фаразлауынса,...

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), гәзит

“АЗАД ХАТЫН” (“Азат ҡатын”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын‑ҡыҙҙар бүлеге органы. Уралда ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән‑бер һаны Стәрлетамаҡ ҡ. 1921 й. 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға. Мәҡәләләр революция (1917) юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ...

“АҒИҘЕЛ”, ял базаһы

“АҒИҘЕЛ”, ял базаһы. “Баштур” ЯАЙ составына инә. Белорет р‑нында, Ҡағы а. 3 км, Белорет т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. 1964 й. бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2 ҡатлы корпусы һәм йәйге коттедждары (284 урын), спорт майҙансығы, туристик...

“АҒИҘЕЛ”, шайбалы хоккей буйынса ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы

“АҒИҘЕЛ”, шайбалы хоккей буйынса ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы. 2010 й. Өфө ҡ. “Рәсәйҙә ҡатын‑ҡыҙҙар хоккейын үҫтереү” программаһына ярашлы ойошторола. “Салауат Юлаев” хоккей клубы структураһына инә, Ҡатын‑ҡыҙҙар хоккей лигаһында ҡатнаша, Өфө спорт һарайында шөғөлләнә. “А.” – Ҡатын‑ҡыҙҙар хокей лигаһы чемпионаттарының...

“АҒИҘЕЛ”, спорт клубы

“АҒИҘЕЛ”, “Башнефтезаводстрой” ААЙ‑ның спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1961—93 йй. “Строитель”стадионы базаһында эшләгән. Ауыр атлетика, волейбол, конькиҙа шыуыу спорты, саңғы ярышы һәм футбол секциялары булған. “А.” 42 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб тәрбиәләнеүселәре В.П. һәм Н.П. Горбатовалар...

“АҒИҘЕЛ”, олимпия әҙерлеге үҙәге

“АҒИҘЕЛ”, велосипед спорты б‑са олимпия әҙерлеге үҙәге. 1986 й. Өфөлә велосипед спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе базаһында ойошторола. “А.” филиалдары Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Туймазы ҡҡ., Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. асыла. Бассейны, велооҫтаханалары,...

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб

“АҒИҘЕЛ”, кинофотоклуб. 1976 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ойошторола. 1979 й. “халыҡ” исемен ала. “А.” БР-ҙың 60‑тан ашыу кинофотоклубын, ш. иҫ. “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Урал” һ.б. берләштерә. “А.” — Башҡ. фотографияһы көндәрен (Мәскәү, 1979, 1995, 1997, 1999; Чита ҡ., 1985; Дрезден ҡ., Германия,...

“АҒИҘЕЛ”, журнал

  “АҒИҘЕЛ”, әҙәби‑нәфис һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015). 1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм...

“АҒИҘЕЛ”, ДУП

“АҒИҘЕЛ” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе, ДУП. Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен эшләүсе иң ҙур пр‑тие. Өфөлә урынлашҡан. “А.” составы: тегеү, сәнғәт, мебель цехтары; Шафран филиалы (1972 й. алып, тегеү цехы өсөн ярым фабрикаттар етештерә). 2010 й. 190 кеше эшләгән. Лаклы миниатюра живописы,...

“АҒИҘЕЛ”, ансамбль (Салауат ҡ.)

“АҒИҘЕЛ”, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының (Салауат ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1962 й. ойошторола, 1965 й. “халыҡ” исемен ала. РФ‑тың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2011). 1986—2015 йй. бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестры оҙатыуында башҡарылған. Репертуарында башҡорт хореографияһы классикаһы: “Зарифа”,...

“АҒИҘЕЛ” ҡунаҡханаһы, МУП

“АҒИҘЕЛ”, ҡунаҡхана, МУП. Өфө ҡ. урынлашҡан. 5 ҡатлы бинала (типлы проект) 158 номер, бизнес-үҙәк, ресторана һ.б. бар. 2010 й. 69 кеше эшләгән. 1963 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1995 й. алып ДУП, 1998 й. хәҙерге статусын ала. 2017 й. башлап “3 йондоҙ” категорияһын йөрөтә. Д.Ғ.Күскилдин Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина    ...