Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛКИН Илиас Сәйетгәрәй улы

АЛКИН Илиас (Ильяс) Сәйетгәрәй улы (28.11.1895, Ҡазан — 27.10.1937, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр. Проф. (1931). Дворяндарҙан. 1919 й. алып РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1925). 1915—17 йй. рус армияһында, подпоручик (1917); 1919 й....

АЛКИН 6-сы, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай

АЛКИН 6-сы, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 147; 1959 — 97; 1989 — 147; 2002 — 150; 2010 — 148 кеше. Татарҙар, урыҫтар...

АЛКИН 2‑се, Алкин гарнизоны, Шишмә р‑нындағы ауыл

АЛКИН 2‑се, Алкин гарнизоны, Шишмә р‑нындағы ауыл, Лесной а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлынан 1,5 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 5020; 2010 — 4996 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар...

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ, органик берләшмә молекулаһына алкил төркөмдәрен индереү. Термик (юғары т‑ра һәм баҫым аҫтында) һәм каталитик (көкөрт, фосфор һ.б. к‑талар, бор фториды, алюмин һәм цинк хлоридтары, цеолиттар һ.б. ҡатнашлығында) А. айыралар. Башҡортостанда А. сәнәғәт ысулы 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып — Өфө...

АЛКИЛАТ

АЛКИЛАТ, ҡара: Бензиндар

АЛКАЛОИДТАР

АЛКАЛОИДТАР, (урта б. лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигеҙҙәр. Структур яҡтан күп төрлөләр, физиологик активлыҡҡа эйәләр. А. — молекулалағы углерод‑азот каркасының төҙөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б....

АЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында углерод атомдарынан торған бер йәки бер нисә цикл булған органик берләшмәләр (ароматик берләшмәләрҙән тыш). Молекулалағы ҡулсаларҙың (циклдарҙың) һаны б‑са моно‑, би‑ һәм полициклик берләшмәләрҙе айыралар. Моноциклик берләшмәләр ҡулсаһындағы углерод атомдарының...

АЛЁШКИН, Дембря, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

АЛЁШКИН, Дембря, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Гончаровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 873 кеше; 1920 — 1201; 1939 — 629; 1959 — 636; 1989 — 379; 2002 — 286; 2010 — 240 кеше. Мордвалар йәшәй (2002)....

АЛЁХИН Тихон Егорович

АЛЁХИН Тихон Егорович (21.5.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ждановка а. — 27.5.1970, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. Дәүләкән р‑нының “Возрождение” һәм “Дәүләкән” с‑здарында бригадир, Ҡаҙанғол орлоҡ с‑зында тракторсы, комбайнсы, Әлшәй р‑нының Раевка с‑зы Ворошилов...

АЛЁХИН Евгений Константинович

АЛЁХИН Евгений Константинович (19.12.1942, Өфө ҡ. — 20.12.2020, шунда уҡ), фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй, 1988—2011 йй. фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта...

АЛЕКТОРОВ Александр Ефимович

АЛЕКТОРОВ Александр Ефимович (1861, Пенза губ. — 1919), тарихсы, этнограф. Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған. Ырымбур һәм Орск ҡҡ. мәктәптәрендә уҡыта. 1886 й. алып — Әстерхан губ., 1894 й. башлап Турғай өлк. халыҡ уч‑щелары инспекторы, 1903 й. — Семипалатинск өлк. халыҡ уч‑щелары директоры. Ырымбур...

АЛЕКСИЙ

АЛЕКСИЙ (донъяуи исеме Сергеев Виктор Михайлович; 15.1.1899, Мәскәү губ. — 6.4.1968, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1942). Архиепископ (1941), архимандрит (1932). Монахлыҡ ҡабул иткән (1925). Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш уч‑щеһын тамамлаған (1919). 1935—37 йй. Мәскәү...

АЛЕКСЕЕВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с үҙәге

АЛЕКСЕЕВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 345 кеше; 1920 — 298; 1939 — 528; 1959 — 264; 1989 — 244; 2002 — 232; 2010 — 257 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЛЕКСЕЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

АЛЕКСЕЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Өфөнән Т. табан 10 км алыҫлыҡта Сосновое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 474 кеше; 1920 — 547; 1939 — 471; 1959 — 210; 1989 — 2454; 2002 — 3958; 2010 — 4611 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре,...

АЛЕКСЕЕВКА, Вольдгейм, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай

АЛЕКСЕЕВКА, Вольдгейм, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 339 кеше; 1939 — 447; 1959 — 524; 1989 — 416; 2002 — 354; 2010 — 367 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай

АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 181 кеше; 1939 — 251; 1959 — 261; 1989 — 230; 2002 — 274; 2010 — 303 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с ҡарай

АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 397 кеше; 1920 — 613; 1939 — 489; 1959 — 417; 1989 — 196; 2002 — 227; 2010 — 187 кеше. Урыҫтар йәшәй...

АЛЕКСЕЕВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с үҙәге

АЛЕКСЕЕВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 7 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Күтәмә й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 357 кеше; 1920 — 530; 1939 — 264; 1959 — 103; 1989 — 383; 2002 — 538; 2010 — 575 кеше. Сыуаштар, башҡорттар,...

АЛЕКСЕЕВКА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с ҡарай

АЛЕКСЕЕВКА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с ҡарай. Ҡаланан һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 433; 1939 — 420; 1959 — 173; 1989 — 288; 2002 —...

АЛЕКСЕЕВА Людмила (Люция) Ивановна

АЛЕКСЕЕВА Людмила (Люция) Ивановна (1.3.1931, Өфө — 27.6.2008, шунда уҡ), пианист, педагог. Проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. артисы (1993). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1956; М.Н.Лубяновский класы) 1970 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһы, бер үк ваҡытта 1962—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед....