Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЗИЕВ Валерий Семёнович

ХАЗИЕВ Валерий Семёнович (20.10. 1948, Ҡаҙаҡ ССР-ының Ирсу а.), философ. Филос. ф. д-ры (1994), проф. (1995). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). МДУ-ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем Фирғәнә политехник ин-тында, 1981 й. алып Днепропетровск...

ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ

ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ, 7 б. уртаһында — 10 б. аҙағында төньяҡта Волга, Дон йй. урта ағымынан һәм Төньяҡ Донец й. үрге ағымынан алып көньяҡта Көньяҡ Кавказға тиклем, көнсығышта Каспий диңгеҙенән алып көнбайышта Ҡара диңгеҙгә һәм Көньяҡ Буг й. түбәнге ағымына тиклем территорияны үҙ эсенә алған дәүләт. Көнбайыш...

ХАЗАНКИН Роман Григорьевич

ХАЗАНКИН Роман Григорьевич (3.4.1947, Тяньцзин ҡ., Ҡытай), педагог-методист. БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2008), РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1987), БР-ҙың атҡ.уҡытыусыһы (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). В.Г.Хазанкиндың ағаһы. Магнитогорск пед. ин-тын тамамлаған (1970), 1973 й. алып...

ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич

ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич (12.5.1950, Белорет ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980). Р.Г.Хазанкиндың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (өлкән ғилми хеҙм-р). 1986 й. алып ӨАИ-ла, 1989 й. — Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы (Өфө) ректоры. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт...

ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Т и р м ә н т а ш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р-ны Хажы а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Хажы Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярындағы Тирмәнтау тауында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа кил­гән. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш...

ХАЖНАМӘ

ХАЖНАМӘ (ғәр.), мосолмандарҙың хаж сәфәрен тасуирлаған сәйәхәтнамә. Юл яҙмаларын, лирик сигенеүҙәрҙе (авторҙың тәьҫораттары һәм уйҙары), ш. уҡ дини китаптарҙан һәм легендаларҙан мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Х. теле өсөн образлылыҡ һәм хислелек хас. Урал-Волга буйы төрки телле әҙәбиәтендә иң тәүге Х.Мортаза-Ғәли...

ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы

ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы (11.7. 1946,БАССР-ҙың Белорет р-ны Бирҙеғол а.), педагог-методист. Пед. ф. канд. (1989).БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р-нының...

ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы

ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы (30.9.1939, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Һөләймән а. – 26.10.2013, БР-ҙың Дыуан р-ны Мәсәғүт а., тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1987). БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1992) ағзаһы. БДУ-ны тамамлаған (1969)....

ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ

ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам күрһәтеү т-да һөйләшеү өсөн 1706 й. йәйендә Алдар м-н бергә Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә илселәр ебәргән. Ихтилал ваҡытында Х.А. башҡорт ханы тип иғлан ителгән. 1708...

ХАЖ

ХАЖ (ғәр. — изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу), Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) һәм уның боронғо Ҡәғбә ҡорамына барыу. Исламдағы 5 фарыздың береһе булып тора, Ҡорбан байрамы ваҡытына тура килә. Х. йолалары, мосолман риүәйәте б-са, Мөхәммәт тарафынан 632 й. изге урындарға һуңғы ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында билдәләнә....

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1. 1941,Чечен-ИнгушАССР-ы Шали а.), инженер-технолог. РФА акад. (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы акад., химия ф. д-ры (1981), проф. (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡ. хеҙм-ре (2001), Чечен-Ингуш АССР-ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың...

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1.1941,Чечен-Ингуш АССР-ы Шали а. — 2.3.2018, Израиль), инженер-технолог. РФА академигы (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы академигы, химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Чечен-Ингуш...

ХАВКИН Юлий Ахиллович

ХАВКИН Юлий Ахиллович (11.1. 1931, Харьков ҡ.),биотехнолог. Биол. ф. д-ры (1973), проф. (1989). Ташкент мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй (1957 й. башлап лаб. мөдире). 1964–2000 йй. Биохимия һәм генетика ин-тында: лаб. мөдире, 1988 й. алып баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 1964–72 йй....