Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКВАРИУМ БАЛЫҠТАРЫ

АКВАРИУМ БАЛЫҠТАРЫ, балыҡтың аквариумда тотоу өсөн яраҡлаштырылған төрҙәре һәм яһалма сығарылған формалары. Фәнни‑танып белеү һәм декоратив маҡсаттарҙа үрсетелә. А.б. төҫө, кәүҙә формаһы һәм ҙурлыҡтары б‑са төрлө була. Карп һымаҡтар (брахиоданио, данио, алтын балыҡ һәм уның бик күп формалары, кардинал,...

АКВАРЕЛЬ

АКВАРЕЛЬ (фр. aguarelle) һыу ҡушып шыйығайтылған буяуҙар, ш. уҡ ошо буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсем. А. төп сифаты — буяу ҡатламы аша ерлектең (ҡағыҙ, һирәгерәк — ебәк, фил һөйәге) тоны һәм фактураһының үтәнән-үтә күренеүсәнлеге. А. живопись (тон байлығы, төҫ м‑н форма һәм киңлек перспективаһын булдырыу)...

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич (18.4.1939, БАССР‑ҙың Благовещен районы Дубровка а. — 29.11.1999, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1961—73 йй. комсомол һәм партия эшендә. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре йәмғиәттә социаль процестар...

АКАДЕМҮҘӘК

АКАДЕМҮҘӘК, респ. мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә идея һәм практик яҡтан етәкс. итеү маҡсатында 1922 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑һы эргәһендә ойошторола. А. составында төрлө ваҡытта фәнни-методик (башҡ., урыҫ, аҙ милләттәр), терминологик, әҙәби-художестволы, музей, архив, театр, муз., балалар комиссиялары;...

АКАДЕМИЯ

АКАДЕМИЯ, ҡайһы бер фәнни учреждение һәм уҡыу йорттары исеме. Башҡортостанда БР Фәндәр академияһы һәм РФА Өфө фәнни үҙәге эшләй. Респ. РФА‑ның 2 акад. (Р.И.Ниғмәтуллин, М.С.Юнысов) һәм 5 мөхбир ағзаһы (Х.Н.Ғиззәтуллин, У.М.Джемилев, М.Ә.Илһамов, В.В.Напалков, В.Н.Пучков), 1 Рәсәй мед. фәндәре акад....

АКАДЕМИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АКАДЕМИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, Рәсәй империяһының терр‑яһын һәм халҡын өйрәнеү өсөн Фәндәр һәм художество акад. Геогр. департаменты тарафынан ойошторола. 1769 й. 2 Ырымбур астрономик экспедицияһы (етәкс. рус армияһы поручигы Х.Л.Эйлер, акад. адъюнкты Л.Ю.Крафт) Өфө, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һ.б. торама пункттарҙың...

АЙЫУҺАҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АЙЫУҺАҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 230 кеше; 1920 — 425; 1939 — 296; 1959 — 272; 1989 — 178; 2002 — 183; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат...

АЙЫУХАНОВ Нәджит Миңлеғәле улы

АЙЫУХАНОВ Нәджит Миңлеғәле улы (10.12.1920, Атбаҫар ҡ. — 24.8.1990, Өфө), балет артисы, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыған (1934—39, педагогтары А.А.Писарев һәм А.В.Ширяев). 1939—40 йй. һәм 1946 й....

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы (28.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Айыухан а. — 10.3.2000, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1955), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980—90 йй....

АЙЫУХАНОВ Закир Насир улы

АЙЫУХАНОВ Закир Насир улы (23.5.1889, Сембер губ. Татар Ҡалмайыры а. — 22.6.1961, Өфө), тел белгесе, педагог‑методист. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1910), Ҡаһирә ун‑тын (1914) тамамлаған. 1914 й. алып “Хөсәйениә”, 1916 й. — “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә, 1918 й. — Себер татар уҡытыусылар семинарияһында, татар пед....

АЙЫУХАН, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

АЙЫУХАН, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Раев а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Айыухан й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 838 кеше; 1920 — 930; 1939 — 728; 1959 — 429; 1989 — 280; 2002 — 304; 2010 — 286 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЙЫУТОҘАҠЛАҒАН, һырт

АЙЫУТОҘАҠЛАҒАН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Бирйән һәм Ҡусағаҙы йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) араһынан көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км. Төньяҡ өлөшө (киңлеге 4,5 км) күп уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған, бында 5 түбә айырылып...

АЙЫУТАБАН

  АЙЫУТАБАН, мүктәк (Aconitum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: имәнлек А. һәм бүре А. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 80—200 см. Япрағы бармаҡ бүленешле йәки теленмә. Сәскәһе торҡа...

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 340 кеше; 1920 — 426; 1939 — 585; 1959 — 490; 1989 — 282; 2002 — 276; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

АЙЫУҠАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

АЙЫУҠАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 140 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 741; 1939 — 546; 1959 — 305; 1989 — 178; 2002 — 207; 2010 — 200 кеше. Татарҙар,...

АЙЫУКҮЛ ҺАҘЫ

АЙЫУКҮЛ ҺАҘЫ, Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 630 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 5,0 м. Ер өҫтөһыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, уҫаҡ,боросло ҡымыҙлыҡ, күрән, сыбар һаңғырау кесерткән, һаҙ...

АЙЫУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АЙЫУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Иҫәнғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 147 кеше; 1920 — 158; 1939 — 158; 1959 — 154; 1989 — 151; 2002 — 161; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар...

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ (Saga pedo), тура ҡанатлылар отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Төньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Тән оҙонлоғо 7,8 см тиклем, йомортҡа һалғысыныҡы — 4,0 см тиклем. Тәне ныҡ һуҙылған, төҫө йәшкелт һарынан көрәнһыу йәшелгә тиклем, ҡабырғалары...

АЙЫУ КУЛЬТЫ

АЙЫУ КУЛЬТЫ, тотем хайуан — айыу (ҡара: Тотемизм) м‑н кеше араһындағы ҡәрҙәшлек хаҡындағы ышаныуға, уны ғәҙәттән тыш көскә эйә тип иҫәпләүгә ҡоролған дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, мәҙәни йолаларҙың төрлө аспекттарында өлөшләтә һаҡланған һәм...

АЙЫУ БАЛАНЫ

АЙЫУ БАЛАНЫ (Lonicera), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: алтай А.б., ябай А.б., субарктик А.б., татар А.б. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, бейеклеге 3 м тиклем. Япрағы ябай, бөтөн, оҙонса‑ялпаҡ, эллиптик, ҡыҫҡа...