Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗӘҒӘФҮРӘНОВ Фәйзрахман Зәғәфүрән улы

ЗӘҒӘФҮРӘНОВ Фәйзрахман Зәғәфүрән улы [10.10.1913, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Һөләймән а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 5.9.1975, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935) һәм КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия...

ЗАЯЦ Антонина Николаевна

ЗАЯЦ Антонина Николаевна (27.8.1953, Иваново ҡ.), ҡурсаҡтар уйнатыусы актриса. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1992) артисы. Горький театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1978; Ю.М.Копылов курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Актрисаға төрлө ҡурсаҡтар м‑н оҫта уйнау, сағыу үҙенсәлек, музыкаль һәләт хас....

ЗАЯНЧКОВСКИЙ Иван Филиппович

ЗАЯНЧКОВСКИЙ Иван Филиппович (8.2.1917, Киев губ. Рудое а. — 24.5.2010, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Ветеринария ф. д‑ры (1962), проф. (1963). РСФСР‑ҙың (1977) һәм БАССР-ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре. Воронеж ун‑тын (1941), Үзбәк а.х. ин‑тын (Ташкент, 1943) тамамлаған. 1943 й....

ЗАҺРЕТДИНОВ Роберт Абдрахман улы

ЗАҺРЕТДИНОВ Роберт Абдрахман улы (16.12.1932, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а. — 1.3.2016, Өфө), ҡумыҙсы. РСФСР‑ҙың (1987) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962; Н.Я.Инякин класы) һәм Свердловск пед. ин‑тын...

ЗАҺИТОВ Рәүис Хәбир улы

ЗАҺИТОВ Рәүис Хәбир улы (19.11.1948, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҫке Мөхәмәт а.), актёр. РФ‑тың атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) БАДТ актёры. Юмор һәм сатира ысулдарын оҫта ҡулланған күренекле...

ЗАҺИТОВ Ғазый Ҡазыхан улы

ЗАҺИТОВ Ғазый Ҡазыхан улы [20.8.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Янағош а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 23.8.1953, шунда уҡ], артиллерист, разведчик. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. Өлкән сержант З. һәм сержант М.П.Минин, 3‑сө удар армияһы 136‑сы армия туп артиллерия бригадаһы...

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы

ЗАҺИРОВ Наил Хәйбулла улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.9.2014, Красноярск ҡ.], тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). Б.В. һуғышында...

ЗАҺИҘУЛЛИНА Люциә Нурый ҡыҙы

ЗАҺИҘУЛЛИНА Люциә Нурый ҡыҙы [22.8.1943, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], биотехнолог. Техник ф. д‑ры (2002). Р.Н.Заһиҙуллиндың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Йылайыр р‑нының Юлдыбай урта мәктәбендә, 1968—71 йй. БАССР ЭЭМ‑ының бәлиғ булмағандар өсөн 2‑се хеҙмәт колонияһында...

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы (13.1.1993, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018). 23‑се СДЮСШОР (тренеры О.М.Шагаева), 5‑се республика спорт профилле мәктәп‑интернаты һәм Фехтование буйынса олимпия резервы спорт...

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы (14.8.1944, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БССР‑ҙың атҡ. табибы (1991), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). З.Ш.Заһиҙуллиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған...

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы (12.1.1960, Ырымбур өлк. Тирис‑Усман а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Екатеринбургта эшләй: 1984 й. тиклем “Электроавтоматика” з‑дында инженер, 1987 й. алып РФА Урал бүлегенең Металдар физикаһы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. 1993 й. алып “Геофизика”...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәшит Шәйҙулла улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәшит Шәйҙулла улы (6.11.1948, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1976; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров) 1994 й. тиклем Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тында рәссам, 2001 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында уҡыта. З. ижадында реалистик һәм авангард...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы [20.2.1940, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БРҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Л.Н.Заһиҙуллинаның ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып “Каустик”...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы (17.12.1959, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге продукцияны етештереү, уның сифаты һәм эшләү циклы м‑н идара итеү проблемалары, машиналар эшләүҙә технологик процестарҙы автоматлаштырыу м‑н бәйле....

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы (1.1.1977, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2010). Ш.З.Заһиҙуллиндыңулы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй (2004 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған....

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы (19.9.1948, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (1984 й. бүлек мөдире), 1984 й. — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 й. —...

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы (14.2.1904, Өфө — 4.8.1982, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1961), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1946). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1928). 1931 й. башлап 3‑сө терапия дауаханаһының баш табибы (Өфө), 1934 й. — БДМИ‑ла (1956 й. алып...

ЗАХАРОВА Евгения Александровна

ЗАХАРОВА Евгения Александровна (1.2.1944, Ульяновск өлк. Иҫке Салаван а. — 16.1.1993, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Өфөлә эшләй: М.И.Калинин ис. мәҙәниәт йорто эргәһендәге халыҡ һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 1973 й. алып...

ЗАХАРОВ Руслан Альбертович

ЗАХАРОВ Руслан Альбертович (24.3.1987, Горький ҡ.), спортсы. Шорт-трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2011). БДУ‑ны тамамлаған (2010). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры А.Ә.Тимербулатов). Эстафетала Олимпия уйындары чемп. (2014). 3000 м дистанцияла...

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович [1.4.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Өйәҙебаш а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 14.12.1993, Ижевск], хирург. Мед. ф. д-ры (1965), проф. (1967). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1939) Сыуаш АССР‑ында эшләй: 1940 й. башлап Шераут дауаханаһының...