Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, этностың традицион мәҙәниәте материалдарын йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡорттар, уларҙың таралыу терр‑яһы, көнкүреше, дини ҡараштары, йолалары һ.б. т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. 18 б....

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР, этностың билдәле терр‑яла тупланып йәшәгән, тел үҙенсәлектәрен һәм мәҙәниәтенең айырым компоненттарын һаҡлаған өлөшө. Э.т. оҙайлы ваҡыт дауамында тәбиғи‑геогр., хужалыҡ, тарихи, этник, демографик, сәйәси һ.б. факторҙар йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙа көньяҡ‑көнсығыш,...

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР, этностың матди мәҙәниәте предметтарын һәм этнографик төркөмдәрҙә уның урындағы варианттарын үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың Э.к. Академик экспедициялар, этнографик экспедициялар барышында, 18 — 21 бб. ғалимдары тарафынан тупланған. Рәсәй этнография музейында (С.‑Петербург) башҡорт...

ЭТНОГЕНЕЗ

ЭТНОГЕНЕЗ (этнос һәм ...генез), этник берлектәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү процесы; этностың этник тарихының башланғыс этабы. Этник процестар барышында төрлө этник компоненттар ассимиляциялана йәки этнографик төркөмдәр һәм этник төркөмдәр бүленә. Э. барышында тәбиғи‑геогр. шарттар, соц.‑иҡт. үҫеш кимәле...

ЭТНОБОТАНИКА

ЭТНОБОТАНИКА, халыҡтың үҫемлектәр т‑дағы белемен системаға һалған ботаника бүлеге. Э. төп бурыстары: этностар тарафынан үҫемлектәр донъяһы объекттарын файҙаланыу үҙенсәлектәрен, этник мәҙәниәт үҫешенең экосистемалар м‑н бәйләнешен асыҡлау. Башҡортостан Э. б‑са иң тәүге мәғлүмәттәр 18 б. ғалим‑сәйәхәтселәре...

ЭТНОАРХЕОЛОГИЯ

ЭТНОАРХЕОЛОГИЯ, археологик һәм этнографик мәғлүмәттәр нигеҙендә халыҡтарҙың матди мәҙәниәтен өйрәнгән фән. 20 б. уртаһында барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Э. объекттары — 13 —18 бб. археологик ҡомартҡылары һәм этнографик экспедициялар барышында йыйылған 19 — 20 бб. башҡорт этнографияһы материалдары. Археологик...

ЭТНИК ҮҘАҢ

ЭТНИК ҮҘАҢ, кешенең билдәле этносҡа ҡарауын аңлауы; этник ҡиммәттәргә, туған телгә, мәҙәниәткә (ҡара: Этник мәҙәниәт) тартылыуы, тарихи яҡтан формалашҡан йәшәү терр‑яһы. Э.ү. этносҡа хас булған идеологияны, донъяға ҡарашты, инаныуҙарҙы сағылдыра. Этник тарих барышында формалаша, халыҡтың этнос булараҡ...

ЭТНИК ТӨРКӨМДӘР

ЭТНИК ТӨРКӨМДӘР, башҡорттарҙа этностың традицион мәҙәниәттә, телдә үҙенсәлектәре булған һәм этник үҙаңын һаҡлаған территориаль яҡтан айырымланған өлөшө. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе терр‑яһында Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур...

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР, этногенез һәм этник тарих барышында этнос‑ара эшмәкәрлек йәки этностың эске эволюцияһына бәйле айырым этник компоненттарҙың, этностың йәки уның бер өлөшөнөң үҙгәреүе. Эволюцион (этносты берләштергән) һәм трансформацион (этносты бүлгән) Э.п. айырыла. Этносты берләштергән процестар этностың...

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ, билдәле этносҡа хас матди һәм рухи мәҙәниәт элементтары йыйылмаһы. Этногенез һәм этник тарих барышында формалаша, этностың төп билдәләренең береһе булып тора. Башҡорттарҙың традицион Э.м. йолалар, традициялар, тел (ҡара: Башҡорт теле), дин, йола хоҡуғы нормалары, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте,...

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ, айырым халыҡ төркөмөнөң ҡатлам өҫтөнлөктәре һәм бурыстарын (ҡара: Казак ҡатламы), йәки этностың ҡатлам статусын алыуға бәйле бүленә. Э.ҡ.т. этник (мәҙәни‑тел) һәм соц. берлек араһында билдәле булмаған урын биләй. Термин 20 б. аҙ. Р.Ғ.Кузеев тарафынан индерелә. Ҡатлам бер этностың,...

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос. 

ЭТҠОЛАҠ

ЭТҠОЛАҠ (Symphytum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда да­рыулы Э. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ҡытыршы төклө үлән. Һабағы ҡырлы, тарбаҡлы, төҙ, бейеклеге 30—100 см. Япрағы эре, оҙонса‑йомортҡа...