Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ

КИҢ МӘҒЛҮМӘТ САРАЛАРЫ, таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡт. йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит...

КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич

КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич (15.10.1948, Өфө — 29.10.1993, шунда уҡ), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1976 й. алып “За коммунистический труд” [“Коммунистик хеҙмәт өсөн”; хәҙ. “Гидравлика” ААЙ‑ның “Вестник Гидравлики” (“Гидравлика хәбәрҙәре”) гәз.], “Вечерняя Уфа”...

КАЛЕНДАРЬ, баҫма

КАЛЕНДАРЬ, бер йылдың көндәре, аҙналары, айҙары эҙмә-эҙлекле һаналған, ҡайһы берҙә төрлө белешмә мәғлүмәттәр биргән табл. йәки китап рәүешендәге даими йәки даими булмаған баҫма. К. мәғлүмәт үҙенсәлеге йәһәтенән универсаль һәм махсус; тәғәйенләнеше б‑са — популяр, уҡыу, фәнни, бүләк өсөн, реклама һ.б.;...

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ, йылдың көндәре теҙмәһен һәм белешмә мәғлүмәттәрҙе туплаған бәләкәй форматлы матбуғат баҫмаһы. Стенаға эленә йәки өҫтәлгә ҡуйыла торған итеп сығарыла, һәр бер бите календарҙың бер көнөнә арнала. Башҡортостанда Й.к. “Китап” нәшриәте тарафынан башҡ. телендә йыл һайын баҫтырылып тора....

ИШКИНИН Таһир Хабрахман улы

ИШКИНИН Таһир Хабрахман улы (17.8.1964, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1999). 1984 й. алып Силәбе өлк. һәм Баймаҡ р‑нының район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары дир., художество етәксеһе, 1991 й. — “Йәшлек” гәз. хәбәрсеһе. 1995 й. башлап Бөтә донъя башҡорттары...

ИТАР—ТАСС

ИТАР—ТАСС, Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы. БР‑ҙағы И.—Т. вәкиллеге Өфөлә урынлашҡан. Сәйәси, иҡт., соц.-мәҙәни һ.б. төрлө характерҙағы оператив мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә йыйыу, эшкәртеү һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә (ҡара: “Мәғлүмәт агентлыҡтары”). Тарихы 1922 й. берләштерелгән Рәсәй телеграф...

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы [10.3.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мәзит а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 21.12.2010, Өфө], журналист. Тарих ф. канд. (1966). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1999). Журналистар союзы ағзаһы (1966). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1952), Орск пед. ин‑тын (1957), КПСС ҮК эргәһендәге...

ИМАМОВ Зиф Нурихан улы

ИМАМОВ Зиф Нурихан улы (15.12.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Йүкәлекүл а. — 10.8.2006, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Көшөл а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1982). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1973). Киң мәғлүмәт сараларында эшләй: 1967 й. алып, 1980—82 йй....

ИЛЬЯСОВА Венера Йомай ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Венера Йомай ҡыҙы (4.5.1959, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 5‑се урта мәктәптә, 1998 й. алып 8‑се балалар баҡсаһында (икеһе лә — Амур ҡ.), 1999—2001 йй. 7‑се урта мәктәптә (Туймазы) эшләй. 1993 й. башлап (өҙөклөк м‑н) “Туймазинский вестник”...

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, журналистика өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус Ж.б.б.б. махсус (журналистика теорияһы нигеҙҙәре, Рәсәй һәм сит ил журналистикаһы тарихы, стилистика һәм әҙәби мөхәррирләү, журналистика социол., һөнәри этика һ.б.), ғәмәли (машинкала баҫыу,...

ЖУРНАЛИСТИКА

ЖУРНАЛИСТИКА, көнүҙәк, соц. әһәмиәтле мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратыу б‑са эшмәкәрлек төрө. Башҡортостанда Ж. 19 б. 1‑се ярт. алып үҫешә. 1838 й. Өфөлә “Оренбургские губернские ведомости” гәз. нәшер ителә башлай. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Ж. яңы формалар м‑н тулылана:...

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ

ЖУРНАЛИСТАР СЪЕЗДАРЫ. Съезд БР Журналистар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны булдыра һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда үҙгәрештәр индерә, Журналистар союзы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй, идара, ревизия комиссияһының...

ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ

ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ  Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, сәйәси булмаған ижади берекмә. Өфөлә 1957 й. ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары: һүҙ һәм матбуғат иркен тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, журналистарҙың һөнәри кимәлен күтәреү, берекмә ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм һөнәри мәнфәғәттәрен...

ЖУРНАЛ

ЖУРНАЛ, киң мәғлүмәт сараларының береһе булған баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат. Ж. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, йәмәғәт ойошмалары, берекмәләр, уҡыу йорттары, физик шәхестәр нәшер итә. Сығыу йышлығы: аҙнаһына, 10 көнгә, 2 аҙнаға, айына, 2 айға, кварталға, ярты йылға 1 тапҡыр. Күләме,...

ЖИВИТЧЕНКО Эдуард Вячеславович

ЖИВИТЧЕНКО Эдуард Вячеславович (11.7.1961, Салауат ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (1999). Журналистар союзы ағзаһы (1986). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1990). 1985 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; ҡара: “Выбор”) гәз. мөхәррир урынбаҫары. 1991—2001 йй. “Восход” — “Торатау”...

ЕРГИН Юрий Викторович

ЕРГИН Юрий Викторович (16.6.1940, Мәскәү ҡ.), журналист, физик. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1966). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Журналистар союзы ағзаһы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1962), 1965 й. алып шунда уҡ...

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна (7.1.1935, Горький ҡ.), журналист, яҙыусы. . БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Журналистар союзы (1959), Яҙыусылар союзы (1994) ағзаһы. Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Горький ҡ. киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире,...

ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы

ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы (14.8.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Ибрай а., — 2.11.1993, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1942) тамамлаған. 1935 й. алып — “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”)...

ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы

ҒИЛМАНОВА Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1.1.1954, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Имәндәш а.), тележурналист. РФ‑тың (2005) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1985). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1981). 1973 й. башлап Ғафури р‑нының Красноусол башланғыс мәктәбе...

ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы

ҒИЛМАНОВ Фәнүр Мөғәмбәр улы (9.2.1956, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Абзан ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Знамя труда” гәз. хәбәрсеһе булып эшләй. 1986 й. алып “Кызыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе. “Тыуған...