Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы

ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы (3.5.1974, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). Л.Т.Ғилметдинованың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1997), 2001 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге хирургик һәм урологик профилле ауырыуҙарҙы реабилитациялау, бауыр яралары өҫтөн перитонизациялау өсөн клиник‑эксперименталь аллотрансплантант...

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы

ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы (14.2.1961, Өфө), клиник лаборатор диагностика табибы, биохимик. Мед. ф. д-ры (2001), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1999 й. — биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире, 2003 й. башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының лаборатор...

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы (20.3.1938, Силәбе ҡ. — 2015, Өфө ҡ.), патофизиолог. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Төмән медицина институтында эшләй; 1967—2008 йй. — БДМУ‑ла: 1972 й. тиклем лаборатория мөдире, 1982—2001...

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы (20.5.1959, Өфө), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1986—87 йй. Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында эшләй, 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың тын...

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы

ҒӘЛЛӘМОВ Айҙар Хәмит улы (7.4.1963, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 1988 й. тиклем һәм 1990 й. алып (бүлек мөдире) Көньяҡ Урал т. юлының Троицк ст. үҙәк т. юл дауаханаһында, 1997—2006 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2002 й....

ҒӘЛИМОВА Венера Үзбәк ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Венера Үзбәк ҡыҙы (6.2.1950, Үзбәк ССР‑ы Ҡолған‑Даръя а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың (2005) һәм БР- ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда, 1987 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (Өфө; 1990 й. башлап...

ҒӘЛИМОВ Шамил Нариман улы

ҒӘЛИМОВ Шамил Нариман улы (2.11.1960, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге кире экологик факторҙар йоғонтоһонда организмдың репродуктив функциялары боҙолоуының гормональ-метаболик механизмдарын һәм генетик маркерҙарын тикшереүгә...

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович (25.8.1962, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БР-ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып дауалау ф‑ты деканы, 2005 й. — хирургик ауырыуҙар һәм дипломдан һуң белем биреү ин‑тының яңы...

ҒӘЛИЕВ Фәрит Сөләймән улы

ҒӘЛИЕВ Фәрит Сөләймән улы (16.12.1945, Өфө — 3.11.2008, шунда уҡ), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). М.Н. Ғайсинаның улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Асҡын үҙәк район дауаханаһында, 1974 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла: уҡыта, 1995 й....

ҒӘЛИЕВ Радик Гәрәй улы

ҒӘЛИЕВ Радик Гәрәй улы (15.6.1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Яңы Ишле а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге стоматолог-ортопедтарҙың һөнәри әҙерлек алымдарын камиллаштырыуға арналған. Ғ. “ИСТОК” интеграциялы стоматологик өйрәтеү комплексын,...

ҒӘЛИЕВ Марс Ансар улы

ҒӘЛИЕВ Марс Ансар улы (24.4.1951, Бөрө ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй (1995 й. башлап ғилми эштәр б-са дир. урынбаҫары), 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6.9.1947, БАССР‑ҙың Нуриман районы Яңы Күл а.), акушер-гинеколог, профпатолог. Медицина фәндәре докторы (1999). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған табибы. Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Фазыл Минһаж улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Фазыл Минһаж улы (18.8.1946, ТАССР‑ҙың Аҡбаш а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1971). 1973 й. алып — Өфөнөң 8‑се, 1983 й. башлап 21‑се дауаханаһында эшләй. 1993 й. башлап БДМУ‑ла (2000 й. алып колопроктология курсы мөдире). Фәнни...

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы (7.4. 1953, Ҡурған-Түбә ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) 1987 й. тиклем Өфөнөң 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында нефть...

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәил Мөнир улы

ҒӘБДЕЛХАҠОВ Рәил Мөнир улы (7.2.1958, Өфө), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1985 й. тиклем Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй (1982 й. алып бүлек мөдире). 1987 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында, 1989 й. — БДМУ‑ла (2000 й. алып дипломдан һуң белем...

ҒӘББӘСОВ Әхнәф Ғәббәс улы

ҒӘББӘСОВ Әхнәф Ғәббәс улы [22.7.1928, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Түбәнге Ласынтау а. (БР-ҙың Бөрө р-ны) – 20.6.2006, Өфө], анатом. Мед. ф. д-ры (1975), проф. (1977). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлаған (1954), 1957 й. алып шунда уҡ эшләй: 1967—93 йй. кешенең...

ҒАФУРОВА Зөһрә Мофазал ҡыҙы

ҒАФУРОВА Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15.9.1940, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), паразитолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). М.М.Сәғитовтың һеңлеһе. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Ҡырмыҫҡалы р‑ны туберкулёз диспансерының баш табибы булып эшләй, 1968—2001 йй. БДМУ‑ла (1994 й. алып мед. биол. һәм...

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы

ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы (3.11.1941, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), травматолог‑ортопед. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1992). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), ТР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ ҡ. балалар ҡала дауаханаһында...

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы

ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы (1.1.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Миңеште а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Востокнефтепроводстрой” тресында (Өфө) эшләй: табип пункты мөдире, 1967—70 йй....

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы [25.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Таулар а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 26.1.2003, Өфө], педиатр. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1952 й. тиклем Октябрьский...