Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АККУМУЛЯТОРҘАР

АККУМУЛЯТОРҘАР (лат. accumulator — йыйыусы, туплаусы), артабан файҙаланыу өсөн энергия туплаусы ҡулайламалар. Электр (химик реакция һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан электр энергияһын туплау), гидравлик (иң күп һәм иң аҙ тотонолған ваҡытта шыйыҡлыҡ һәм газ баҫымының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә алынған энергияны...

АЗОТ КИСЛОТАҺЫ

АЗОТ КИСЛОТАҺЫ, нитрат кислотаһы, HNO3, төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле төтөнләнеп тороусы шыйыҡса; tиреү —41,1°С, tҡайнау 82,6°С, тығыҙлығы 1522 кг/м3. Ҡуйыртылған А.к. — көслө окисландырыусы, еңел тарҡала, барлыҡҡа килеүсе продукт һары төҫ бирә. Һыуҙа төрлө нисбәттәрҙә эрей. Күп органик берләшмәләр (ҡара: Нитратлаштырыу),...

АЗОТ

АЗОТ (Nitrogenium), N, Д.И.Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тәбиғи А. ике тотороҡло изотоптан тора. Төҫһөҙ, еҫһеҙ, тәме булмаған газ, һауанан еңелерәк; tиреү —209,8°С, tҡайнау —195,8°С. Һыуҙа эреүсәнлеге насар. Ғәҙәти шарттарҙа А. химик активлығы түбән. Юғары баҫым аҫтында һәм...

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ, аҙыҡ продукттарының етештереү технологияһын, структураһын, физик‑химик һәм органолептик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, һаҡлау ваҡыттарын оҙайтыу, биол. һәм аҙыҡ ҡиммәтен арттырыу өсөн аҙыҡ‑түлек составына индерелеүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләр. А.ө. консерванттар (бензой, ҡырмыҫҡа һ.б....

АҘЫҠ КИСЛОТАЛАРЫ

АҘЫҠ КИСЛОТАЛАРЫ, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә консервалау саралары сифатында, ашамлыҡтарға әскелтем тәм биреү өсөн ҡулланылыусы карбон кислоталары. Иң билдәлеләре — лимон, һөт, шарап, аскорбин (С витамины) к‑талары, уксус кислотаһы. Башҡортостанда тәбиғи уксусты “Сталк” пр‑тиеһында сығаралар, уксус к‑таһын —...

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ, химик реактивтар, реагенттар (ш. иҫ. коррозия ингибиторҙары, яғыулыҡҡа, майҙарға, полимерҙарға өҫтәмәләр һәм присадкалар), биологик актив матдәләр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, аналитик химияла һәм төрлө синтезда ҡулланылыусы органик реактивтар...

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР, һуғыш припастарын әҙерләү өсөн ҡулланылған һәм химик ҡоралдың нигеҙен тәшкил иткән көслө ағыулай торған берләшмәләр. Тактик классификацияға ярашлы, ҡуйыртылған парҙарының тығыҙлығы (осоусанлығы) б‑са тотороҡһоҙ (фосген, синиль к‑таһы), тотороҡло (иприт, люизит) һәм ағыулы төтөнлө...

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР, көнкүреш ташландыҡтары, сәнәғәт ҡалдыҡтары м‑н бысранған һәм торама пункттар, сәнәғәт пр‑тиелары терр‑яларынан канализация системалары аша сығарылған һыуҙар. Бысраныу сығанағына ҡарап көнкүреш (хужалыҡ, йорт хайуандары һәм кеше тиҙәктәре), сәнәғәт (ҡайһы берҙәре икенсел ресурстар булып...

АВТОКЛАВ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

АВТОКЛАВ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, автоклавта ҡатырылған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. А.т.м. силикат кирбес, автоклав силикат бетондан эшләнгән изделиелар (стена өсөн һәм ҙур блоктар, бер һәм ике ҡатлы аҫмалы стена панелдәре, ҡат-ара һәм сарлаҡ таяуҙары өсөн бер ҡатлы плиталар) инә. Йылылыҡ үткәрмәүсе,...