Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Мәләүез ағас тара з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. Мәләүез ағас эшкәртеү з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1979 й. алып М.у.к., составына Мәләүез һал ағыҙыу контораһы (1964 й. асылған) инә, 1996 й. — ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына...

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛ‑ ДАРЫ ЗАВОДЫ, 1954 й. Мәләүез кирбес з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. алып М.т.м.з. ҠП, 1995 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына кирбес, минераль мамыҡ һәм унан әйберҙәр эшләү цехтары; стена бетоны һәм тротуар плиткаһы ташы етештереү участкаһы, балсыҡ карьеры һ.б. ингән. 2005...

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Тимер‑бетон һәм бетон изделиелар (контакт селтәре таяуҙары һәм автоблокировка өсөн терәктәр, юл һәм аэродром плиталары, свайҙар, ауырайтҡыстар һ.б.), ш. иҫ. тышҡы һауаһы түбән (‑55°С тиклем) т‑ратуралы райондар өсөн, етештерә. Составында арматура, бетон бутағыс,...

МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ, 1930 й. Стәрлетамаҡ ит комбинатының һуғым пункты булараҡ ойошторола, 1945 й. алып М.и.к., 1990 й. — ҠП, 1994 й. — ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составында ит-май һәм колбаса цехтары, һуғым, эсәк эшкәртеү, техник ярым фабрикаттар, тире тоҙлау бүлексәләре, һыуытҡыс булған. 2005 й. 222 кеше...

МӘЛӘҮЕЗ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМ‑ БИНАТЫ, “П И М Е К О”. 1948 й. икмәкхана булараҡ асыла, 1958 й. алып Мәләүез район аҙыҡ‑түлек комб‑ты составына инә, 1975 й. — Мәләүез икмәк комб‑ты, 1994 й. — М.а.‑т.к. ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына икмәк‑ҡалас (1948 й. асыла), кондитер (1993), үҫемлек майы һәм он етештереү...

МӘЛӘҮЕЗ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Тәҙрә һәм ишек блоктары, погонаж изделиелар һ.б. етештерә. Составына ағас эш‑ кәртеү цехы, киптереү камералары блогы һ.б. инә. 2012 й. 110 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. ойошторола, 1952 й. “Башуглеразрезстрой” тресының...

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ

МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ, һорау темаһына ярашлы ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү. Мәғлүмәтте 3 төп төркөмгә бүләләр: эш, ғилми тармаҡ өсөн һәм киң күләмле. М.х.к. төрҙәре: китапханала әҙәбиәт йәки архивта документтар биреү, фактографик йәки библиографик белешмәләр төҙөү, темалар б‑са материалдар (публикациялар,...

МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ

МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ, эшкәртеү сәнәғәтенең комплекслы тармағы. БР‑ҙа ул автомобиль сәнәғәте, приборҙар эшләү, станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте, төҙөлөш-юл һәм коммуналь машиналар эшләү, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләү, химия һәм нефть машиналары эшләү, электр техникаһы сәнәғәте һ.б....

МАРКС Карл Генрих

МАРКС Карл Генрих (5.5.1818, Трир ҡ., Пруссия — 14.3.1883, Лондон ҡ.), философ, иҡтисадсы, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусы (ҡара: Марксистик философия). Философия докторы (1841). 1847 й. алып халыҡ‑ара Коммунистар союзы ағзаһы. М. менән Ф.Энгельс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары...

МАРКЕТИНГ

МАРКЕТИНГ (ингл. market – баҙар, һатыу), баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында предприятиелар һәм фирмаларҙың етештереү-һатыу һәм сауҙа эшмәкәрлегенең табыш алыуға йүнәлтелгән ойоштороу һәм идара итеү системаһы. М. функциялары: баҙарҙы тикшереү (талаптарҙы, ихтыяжды, конкуренцияны өйрәнеү, һатыуҙы күҙаллау),...

МАНСУР ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ

МАНСУР ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ  КОМБИНАТЫ, Учалы  р‑нында тәбиғи таш сығарыу һәм  эшкәртеү эштәре м‑н шөғөлләнгән.  1983 й. Мансур ваҡ таш з‑ды булараҡ  ойошторола, 1995 й. алып М.т.м.к.,  1997 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына  1‑се (Саңғалыҡ габбродиорит төҙөлөш  ташы ятҡылығы) һәм 2‑се (Мансур  гранит...

МАКАРОН СӘНӘҒӘТЕ

МАКАРОН СӘНӘҒӘТЕ, макарон изделиелары (макарон, рожки, вермишель, туҡмас, фигуралы изделиелар һ.б.) эшләп сығарған аҙыҡ‑түлек сәнәғәте тармағы. Макарон изделиеларын бойҙай ононан әҙерләйҙәр, сорты ондоң сифатына һәм өҫтәмә компоненттарға (мәҫ., йомортҡа) бәйле, туҡлыҡлы булыуын һәм тәменең сифаттарын...

МАЙ-СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ

МАЙ, СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ, һөт эшкәртеү б-са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Һыйыр майы, сырҙар, айыртылмаған һәм әсетелгән һөт продукцияһы, киптерелгән һөт, киптерелгән һөт өҫтө һәм ҡатышмалар, һөт консервалары, туңдырма һ.б. эшләп сығара. 20 б. башында Өфө губернаһында һыйыр майын етештереү м-н...

МАЙ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

МАЙ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, май биреүсе культуралар орлоҡтарын эшкәртеү һәм майҙарҙы гидрогенизациялау б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Үҫемлек майҙары, саломастар (ҡатырылған майҙар), маргарин продукцияһы, майонез, май нигеҙендә эшләнгән синтетик йыуыу саралары, глицерин, стеарин, натураль әлифтәр һ.б....

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, Ҡариҙел р‑нында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Кирҙә, Ҡорош, Магинск урман пункттары ингән. Фанер һәм технологик сеймал, ағас-таҡта, цилиндрланған бүрәнәнән буралар, утын һ.б. етештергән. 2003...