Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1969 й. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, компрессор цехтары, һыуытҡыс (бөтәһенә лә 1975 й. нигеҙ һалына) ингән. 2004 й. 295 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса изделиелары, иретелгән май, ярым фабрикаттар,...

СЕЙМАЛДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

СЕЙМАЛДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, продукцияның төрлө төрөн алыу өсөн беренсел ҡушма сеймалды тәрән эшкәртеү, сеймалдың, сәнәғәт ҡалдыҡтарының һәм өҫтәмә продукттарҙың файҙалы компоненттарын тулыһынса файҙаланыу. С.к.ф. ойоштороуҙың төп шарттары булып эре масштаблы производство, алдынғы техника һәм технологияларҙы...

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ер аҫты, һыу һәм урманда сеймал һәм яғыулыҡтың төрлө төрөн сығарыу, ш. уҡ уларҙы беренсел эшкәртеү (байыҡтырыу) м-н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостанда С.т.һ.я.ә.с. яғыулыҡ сәнәғәтенән (нефть сығарыу сәнәғәте), төҫлө металлургиянан (төҫлө...

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ, производство биналарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонтлау, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау эштәрен башҡарған төҙөлөш тармағы. Ауыр сәнәғәт (электр станциялары, күмер шахталары һ.б.) һәм еңел сәнәғәт пр‑тиеларын төҙөү айырыла. Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн объекттарҙы,...

СӘНӘҒӘТ

СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәлиткес йоғонто яһаған иҡтисад тармағы; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора. 18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә...

САУҘА

САУҘА, алыш‑биреш юлы м‑н тормошҡа ашырылған тауар әйләнеше формаһы, иҡтисад тармағы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, эске һәм тышҡы сауҙа, ойоштороу формаһы б‑са аукцион, биржа, комиссия, тауар ебәреү һәм башҡа С. айырыла. Боронғо ваҡытта С. урынын алмашыу алып тора: күршеләр, игенселек һәм һыйырсылыҡ...

САЛАУАТ ОПТИКА-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

САЛАУАТ ОПТИКА‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ. 1977 й. төҙөлгән, 1980 й. файҙаланыуға тапшырылған, 1981 й. тәүге призма алына, 1987 й. — балалар өсөн оптик уйынсыҡтар, 1988 й. — мед. приборҙары (диоптриметр, фотоколориметр), 1989 й. — концентрацион фотоэлектр колориметрҙары, 1990 й. — пластмассанан санитар- техник...

САЛАУАТ АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ. 1948 й. икмәкхана булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Салауат икмәк з‑ды, 1967 й. — Салауат икмәк комб‑ты, 1992 й. — ҠП, 1993 й. — “Салауат аҙыҡ‑түлек берекмәһе” ЯАЙ, 1994 й. башлап “С.а.‑т.к.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына икмәк (1959 й. асылған), икмәк‑булка изделиелары,...

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. — Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. — Ағас эшкәртеү заводы. 1963 й. башлап Башҡ....

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ, МУП. Бер ҡатлы тығыҙ керамик кирбес етештерә. Составына производство, плитка, ҡаҙанлыҡ цехтары инә. 2009 й. 124 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1989 й. нигеҙ һалына, 1994 й. Саҡмағош хужалыҡ‑ара кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1999 й. алып хәҙ. исемле ДУП,...