Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕР ЭШКӘРТЕҮ

ЕР ЭШКӘРТЕҮ, үҫтереләсәк а.х. культуралары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ иткән тупраҡҡа механик тәьҫир итеү алымдары. Е.э. — агротехниканың бер өлөшө, тупраҡтың һөрөнтө ҡатламы төҙөлөшөн көйләү, һыу, һауа, йылылыҡ һәм туҡланыу режимдарын яҡшыртыу, микробиологик әүҙемлеген күтәреү ысулы һ.б....

ЕР ФОНДЫ

ЕР ФОНДЫ, адм.‑терр. берәмектәрҙең һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың юридик яҡтан рәсмиләштерелгән сиктәре эсендәге барлыҡ ерҙәр. 2001 й. 25 окт. төҙөлгән РФ Ер кодексына ярашлы, Е.ф. айырым тәғәйенләнеш б‑са 7 категорияға бүленә: а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәр; кеше йәшәү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр; сәнәғәт,...

ЕР ТӨҘӨЛӨШӨ

ЕР ТӨҘӨЛӨШӨ, ерҙе файҙаланыуҙы өйрәнеү һәм тәртипкә һалыу саралары системаһы. Геодезия һәм картография эштәрен, тупраҡ, геоботаника һ.б. б‑са тикшеренеүҙәрҙе һәм эҙләнеүҙәрҙе, ерҙәрҙе иҫәпкә алыу һәм баһалауҙы, терр‑яларҙы тәбиғәт-ауыл хужалығы б‑са районлаштырыуҙы, ерҙәрҙе маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу...

ЕР КАДАСТРЫ

ЕР КАДАСТРЫ, ерҙәрҙең тәбиғи, хужалыҡ һәм хоҡуҡи хәле т‑дағы системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер төҙөлөшө һәм ерҙе баһалау эше мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Е.к. төп документтары — Берҙәм дәүләт ер реестры, кадастр эштәре һәм кадастр карталары (пландары). Е.к. алып барыуҙың норматив нигеҙе...

ЕМЕШСЕЛЕК

ЕМЕШСЕЛЕК, 1) емеш-еләк алыу өсөн емеш культураларын һәм еләк культураларын үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Е. йүнәлештәре: Е. үҙе (алмағас, груша, сейә, слива һ.б. орлоҡло һәм төшлө емеш культураларын үрсетеү), питомниктарҙа емеш һәм еләк культураларының ултыртыу материалын үҫтереү, еләкселек (ҡайын...

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ, башлыса емеш-еләк һәм сәтләүек алыу өсөн ҡулланылған күп йыллыҡ культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө таралған. Орлоҡло (груша, миләш, алмағас һ.б.), тосло (сейә, слива, урман өрөгө һ.б.), сәтләүек емешле (сәтләүек ағасы), еләкле (ҡайын...

ЕВЧЕНКО Василий Акимович

ЕВЧЕНКО Василий Акимович (7.11.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воздвиженка а. — 1.10.2008, Мәләүез ҡ.), механизатор. 1949 й. алып Мәләүез р‑нының “Мәләүез” с‑зында механизатор, 1966—87 йй. һыйыр малын үҫтереү б‑са оператор. Е. эшләгән звено юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1981 й. ҡарата...

ДЮРОК

ДЮРОК, ит йүнәлешле сусҡа тоҡомо. 19 б. АҠШ‑та урындағы ҡыҙыл Төҫтәге ике сусҡа тоҡомон ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1975 й., Башҡортостанға 1986 й. нәҫелдең ит биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында эре аҡ тоҡомло инә сусҡаларҙы ҡасырыу өсөн индерелә. Хайуандарҙың тән төҙөлөш¿ ныšлы, оҙонса кәүҙәле,...

ДЫУАН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ДЫУАН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһы шарттарында иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дыуан р‑ны Һикеяҙ а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са...

ДРОЗДОВ Николай Андрианович

ДРОЗДОВ Николай Андрианович (23.12.1897, С.‑Петербург — 8.10.1981, Ленинград), агроном. А.х. ф. д‑ры (1939), проф. (1939). Ҡырым ун‑тын тамамлағандан һуң (Симферополь ҡ., 1923) Краснодар ҡ. һәм Төньяҡ Кавказ крайының, 1932 й. — Ленинградтың, 1934 й. алып Мәскәүҙең ғилми-тикшеренеү учреждениеларында...

ДИВАЕВ Рәшит Мансур улы

ДИВАЕВ Рәшит Мансур улы [12.1.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Туҡай а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.2010, ш. уҡ р‑ндың Дүртөйлө а.], агроном. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1981). БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1947—51 йй. Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй. 1954 й. алып Ауырғазы...

ДЕМИЧЕВА Раиса Николаевна

ДЕМИЧЕВА Раиса Николаевна (20.1.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Константиновка а. — 9.8.1995, БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Дорошевка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1943 й. алып Дәүләкән р‑нында эшләй: 1946 й. тиклем “Яңы көнкүреш” к‑зында, 1951 й. башлап “Дуҫлыҡ” к‑зында, 1963—87 йй. (өҙөклөк м‑н) “Коммунар”...

ДЁМИНА Татьяна Ғәле ҡыҙы

ДЁМИНА Татьяна Ғәле ҡыҙы (4.1.1941, Өфө), селекционер. А.х. ф. канд. (1970). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Хәйбулла дәүләт урман питомнигында агроном булып эшләй. 1970 й. алып БНИИСХ‑ла: 1976 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре алмағас, груша селекцияһына, емеш культураларын...

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы (3.2.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Яңауыл а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм-ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) БНИИСХ‑ла эшләй: өлкән агроном, 1991—97 йй. һәм 2000 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2004 й....

ДӘҮЛӘТБИРҘИН Исхаҡ Ғүмәр улы

ДӘҮЛӘТБИРҘИН Исхаҡ Ғүмәр улы [20.12.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Байғусҡар а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 4.11.2011, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1982), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өфө юғары...

ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ, Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген культураларының, ҡуҙаҡлы иген культураларының һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дәүләкән...

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович (6.8.1946, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Степной ҡсб), агроном. Биол. ф. канд. (1974), а.х. ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1968). 1975 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү...

ҒҮМӘРОВА Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы

ҒҮМӘРОВА Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы [3.2.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Ишбулды а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 27.7.1996, ш. уҡ р‑ндың Первомайский а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1937 й. алып Әбйәлил р‑нының “Йәнгел″ с‑зында эшләй (1938—76 йй. быҙау ҡараусы). 1966—70 йй. эсендә Ғ. 1026 быҙау үҫтергән...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы [23.2.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 4.11.2010, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Мәсетле МТС‑ында агроном булып эшләй, 1956 й. алып БНИИСХ‑ла: 1964...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы [4.5.1953, БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы Исмәғил а. (БР-ҙың Ауырғазы районы)], инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2011). БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). БАХИ-ны (1981), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1990) тамамлаған. 1975...