Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич (19.7.1899, Борисоглебск ҡ. — 20.9.1968, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1962), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). Практик а.х. ин‑тын (Борисоглебск, 1921) һәм К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1925) тамамлаған. 1925 й. алып Аксёнов а.х. техникумы дир., 1927 й. —...

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ, гидротехник мелиорация, а.х. ерҙәренең уңайһыҙ һыу режимын яҡшыртыу б‑са техник, агротехник һәм ойоштороу‑хужалыҡ саралары системаһы. Г. һыу режимын көйләй, шул уҡ ваҡытта тупраҡтың һауа, йылылыҡ һ.б. режимдарына тәьҫир итә, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә һәм а.х. культураларынан тотороҡло...

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы [25.12.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәләкәй Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 3.10.1997, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Борай р‑нында эшләй: 1947 й. башлап һәм 1982—84 йй. Баҙраҡ а/с рәйесе; 1951 й. — А.А.Жданов...

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы (18.12.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Имай‑Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а., — 19.2.1994, ш. уҡ р‑ндың Мөсәғит а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Родина” к‑зында (1959—80 йй. рәйес) эшләй. Г. етәкс. колхоз үҫемлекселектә...

ГӘРӘЕВ Дабир Батыр улы

ГӘРӘЕВ Дабир Батыр улы [10.12.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Алпай а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 13.2.2006, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Балтас дәүләт сорт һынау участкаһында агроном булып эшләй, 1960 й. алып...

ГАРШИН Михаил Григорьевич

ГАРШИН Михаил Григорьевич (15.2.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивановка а. — 3.9.1993, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. 1950—93 йй. Дәүләкән р‑нының  М.И.Калинин ис. к‑зында эшләй (1959 й. алып рәйес). Г. етәкс. колхоз юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген...

ГАНЦЕВА Лидия Ивановна

ГАНЦЕВА Лидия Ивановна (6.1.1938, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а. — 3.7.2000, БР‑ҙың Өфө р‑ны Михайловка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1955 й. алып Өфө р‑ны хужалыҡтарында эшләй: 1960 й. башлап “Дмитриевка” с‑зында, 1963—88 йй. “Өфө” с‑зында (1976 й. тиклем һәм 1983 й. алып һауынсы). 1959—65 йй....

ВИНОГРАД

ВИНОГРАД, й ө ҙ ө м (Vitis), виноград һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда культуралы В. үҫтерелә. Күп йыллыҡ ағас һымаҡ лиана. Һабағы (сыбыҡ) 7 м тиклем оҙонлоҡта. Япрағы ябай, өс һәм биш айырсалы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе...

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович [26.8.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Асҡаныш а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 16.4.1968, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Ленинград а.х. ин‑тын тамамлаған (Пушкин ҡ., 1926). БАССР- ҙың игенселек ХК эргәһендәге А.х. культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәш бүлегендә эшләй (1927—31 йй. һәм...

ВӘХИТОВ Ярулла Хәлиулла улы

ВӘХИТОВ Ярулла Хәлиулла улы (11.1.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле  өйәҙе Һарайлы-Моталип а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Һарайлы а., — 23.3.1994, ш. уҡ р‑ндың Яңы Бүләк а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Благовар р‑нының “Игенсе” к‑зында, 1932 й. — “Мотор” к‑зында эшләй; 1935 й....

ВӘЛИЕВ Хәниф Фәйез улы

ВӘЛИЕВ Хәниф Фәйез улы [18.11. 1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ива‑ най а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 18.11.1991, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1976). 1951 й. алып Дүртөйлө р‑нында эшләй: ВЛКСМ‑дың, 1953—58 йй. КПСС‑тың район ком‑тында, 1961 й. башлап...

ВӘЛИЕВ Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы

ВӘЛИЕВ Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы [22.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҙлыҡыуыш а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 2.12.2013, шунда уҡ], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1948 й. алып Саҡмағош районының С.М.Киров исемендәге колхозында эшләй: 1952 й. башлап тракторсы, 1962—70 йй. трактор бригадаһы бригадиры....

ВАҠ КҮСТЕРӘ

ВАҠ КҮСТЕРӘ (Bromopsis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда ҡылсыҡһыҙ, Бенекен, яр күстерәһе төрҙәре үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—150 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге – йәйенке һепертке. Июнь—июль айҙарында сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль аҙ. – авг. башында өлгөрә....

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ, балыҡсылыҡ быуаларында яһалма рәүештә балыҡ үрсетеү һәм үҫтереү. Производство технологияһы б‑са тулы системалы (балыҡты ыуылдырыҡтан тауар массаһына тиклем үҫтереү; бөтә категория быуалары ҡулланыла) һәм тулы булмаған системалы (селбәрәләрҙе һәм тауар балығын ситтән килтерелгән балыҡ...

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич

БУСЛАЕВ Пётр Дмитриевич (29.12.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем а., хәҙ. Силәбе өлк. Эҫем ҡ., — 11.10.1982, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1966), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1925). 1930 й. алып Ҡурған зона һөт хужалығы тәж. станцияһында...

БУЛАТОВ Анатолий Павлович

БУЛАТОВ Анатолий Павлович (14.9.1939, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Түбәнге Ләмәҙ а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994). Ҡурған а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ҡурған өлк. Белозёрск р‑нының “Маяҡ” к‑зы баш зоотехнигы, 1968 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тының зоотехния...

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Мул уңыш биреүсе арыш, бойҙай, борсаҡ, мал аҙығы культуралары орлоғон етештереүгә һәм бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша....

БОРСАҠ

БОРСАҠ (Pisum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6—7 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫтерелә, уның аҙыҡ (һыҙырыла торған һәм йәшелсә) һәм мал аҙығы сорттары айырып йөрөтөлә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы беленер‑беленмәҫ дүрт ҡырлы,...

БОРОС

БОРОС (Capsicum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ йәки күп йыллыҡ үлән заты. Яҡынса 20 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле: перу Б., колумбия Б., төклө Б., мексика Б. һәм башҡалар. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Американың тропик райондарында осрай. Мексика Б. бер йыллыҡ йәшелсә...

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна [28.7.1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡырпы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 23.3.1984, Мәскәү], селекционер. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Кушнаренко тәж. баҡсаһында эшләй; 1937 й. башлап БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—56 йй. бүлек мөдире. Фәнни...