Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИШЕР

КИШЕР (Daucus), сельдерей һымаҡтар (сатыр һымаҡтар) ғаиләһенә ҡараған ике, һирәкләп бер йыллыҡ үлән заты. 60‑ҡа яҡын төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән үҫемлек булараҡ һирәкләп ябай К. осрай, уның культуралы формалары (сәсеү...

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна [15.4.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Илек а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.7.2005, ш. уҡ райондың Баҡалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—83 йй. Баҡалы р‑нының “Ленин юлы” к‑зында эшләй (1958—82 йй. өлкән ҡош ҡараусы). Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: тауыҡтарҙан...

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна (28.7.1961, Вологда өлк. Анкимар а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). Вологда һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Вологда өлк. эшләй. 1999—2013 йй. БДАУ‑ҙа (2005—08 йй. ғилми-тикшеренеү бүлеге нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнешендә ашламалар системаһын, ашламаларҙың а.х....

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ, рендзиндар, һыу режимының йыуынты йәки ваҡыт‑ваҡыт йыуынты тибында карбонатлы тоҡомдарҙағы (доломит, эзбизташ, мергель һ.б.) ылыҫлы, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ төрө. Башҡортостанда К.‑к.т. ярым типтағы ике төрө айырыла: типик һәм йыуылған. Типик К.‑к.т....

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ, һыу режимының йыуынты тибында карбонатһыҙ элювиаль‑делювиаль ҡатламдарҙағы көньяҡ тайга ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ тибы. Башҡортостанда К.к.т. 2 ярым тибы айырыла: кәҫле көлһыу һәм кәҫле һары көлһыу. Аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н берлектә уртаса һәм...

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем....

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша,...

КӘБЕҪТӘ

КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө —...

КАРТУФ

КАРТУФ (Solanum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенең эт ҡарағаты затына ҡараған күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек төрө. Яҡынса 150 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала таралған. Культурала (бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ) башлыса 2 оҡшаш төрө бар: андия һәм чили К., йәки бүлбеле К. Башҡортостанда бүлбеле К. үҫтерелә....

КАРП

КАРП (Cyprinus carpio), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ, һаҙандың һыу ятҡылыҡтарында үрсетелгән, эйәләштерелгән формаһы. К. тәңкәле (бөтә кәүҙәһе тәңкә м‑н ҡапланған), көҙгөлө (тәңкәләре кәүҙә буйлап таралған), һыҙыҡлы (тәңкәләре ян һыҙығы б‑са урынлашҡан), яланғас (тәңкәһеҙ)...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, агросәнәғәт пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составында йәш һыйыр малын үҫтереп еткереү һәм һимертеү фермаһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 6 һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомсолоҡ репродукторы) һ.б. Колхозда...

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн калий сығанағы булараҡ ҡулланылған минераль матдәләр. К.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — составында калий минералдары булған тау тоҡомдары. К.а. сей калий тоҙҙарына (сильвин, карналлит һ.б.), концентрат ашламаларға (калий хлориды йәки сульфаты һ.б.),...