Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Хизбулла Ғүмәр улы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Хизбулла Ғүмәр улы [28.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БРҙың Ишембай р‑ны) — 31.12.2001, Өфө], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1959) артисы. 1946 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) эшләй. 1950—72 йй. Башҡ. дәүләт...

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы (9.2.1963, Өфө ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1993) артисы. Адыгея Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2019). Х.Ғ.Зөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү мәҙәниәт институтын (1984; педагогы —  И.В.Смирнов), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (1998; педагогы...

ЗИНОВ Аркадий Владимирович

ЗИНОВ Аркадий Владимирович (27.2.1976, Өфө), балет артисы. РФ‑тың атҡ. (2011), БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1994; педагогы Ю.Ғ.Ушанов), А.Я.Ваганова ис. Урыҫ балеты акад. (С.‑Петербург, 2007) тамамлаған. 1994 й. алып БДОБТ, 2003—13 йй. Красноярск опера һәм балет...

ЗӘЙНЕТДИНОВ Денис Фоат улы

ЗӘЙНЕТДИНОВ Денис Фоат улы (12.1.1980, Өфө), балет артисы. БР-ҙың атҡ. артисы (2002). Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын (1998; педагогы Ш.Ә.Тереғолов), А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. (С.‑Петербург, 2008; педагогы Г.Д.Алексидзе) тамамлаған. 1998 й. алып БДОБТ солисы, 2004 й. — педагог-репетиторы,...

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы (12.2.1960, Өфө), балет артисы. БАССРҙың атҡ. артисы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1979; педагогы А.Г. Нисневич) БДОБТ солисы, 1988 й. башлап Ленинград Кесе опера һәм балет театры солисы. 1989 й. алып Д.Ноймайер труппаһында (Гамбург ҡ., Германия)...

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы (28.12.1977, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1998) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1995; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДОБТ, 1995 й. “Францияның йәш балеты” труппаһы (Париж), 2001— 02 йй. Ҡаһирә опера театры солисы. Лирик‑драматик...

ЗАЙЦЕВ Николай Георгиевич

ЗАЙЦЕВ Николай Георгиевич (1896, Рязань губ. Алёшкино а. — 1989, Ростов ҡ.), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1945). Юғары дәүләт театр оҫтаханаһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1922) Мәскәү һәм Ленинград филармонияларының балет артисы. 1925 й. алып Ленинград, Хабаровск, Пермь, Сталинград, Иркутск,...

ДУДКО Михаил Андреевич

ДУДКО Михаил Андреевич (31.12.1902, С.‑Петербург — 11.9.1981, Ленинград), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1939). Петроград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1920; педагогтары С.К. Андрианов, В.А.Семёнов, Л.С.Леонтьев) С.М. Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1941 й. репрессиялана,...

ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович)

ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович) (24.12.1914, Минск — 1.8.1993, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. Белорус ССР‑ының халыҡ артисы (1954). 1933—41 йй. һәм 1945 й. алып Белоруссия Ҙур опера һәм балет театры (Минск) балетмейстеры, 1941—44 йй. СССР‑ҙың Ҙур театры солисы, 1963—66 йй. Һарытау опера...

ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәзиб ҡыҙы

ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәжиб ҡыҙы (24.1.1921, Чистополь ҡ. — 10.2.01987, Өфө), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) БДОБТ солисы, 1971 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһының педагог‑репетиторы, 1973 й....

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы (12.9.1952, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1973; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ, 1974 й. алып Пермь опера һәм балет театры, 1977 й. – Мариин театры (С.‑Петербург) солисы. 1997 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Д. бейеүенә...

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы (21.10.1912, Бөрө ҡ. — 18.6.1984, Өфө), балетмейстер, бейеүсе. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумында уҡыған (1928—32; педагогы И.А.Моисеев). 1932—37 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта, бер...

ҒӘЛИМОВА Венера Хәким ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Венера Хәким ҡыҙы (1.10.1937, Өфө), балет артисы. РФ-тың атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1975) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1956; педагогы Н.В.Балтасиева) 1976 й. тиклем БДОБТ солисы; 1985—2011 йй. Р.Нуриев ис....

ҒӘЙНЕТДИНОВА Айһылыу Нәсих ҡыҙы

ҒӘЙНЕТДИНОВА Айһылыу Нәсих ҡыҙы (5.2.1977, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2004) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1994; педагогы Р.Ғ.Изгина) Ғәскәров Ф.исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, артислыҡ, һөйкөмлөлөк һәм камил техника хас,...

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы [15.3. 1910, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҙналы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.9.1990, шунда уҡ], халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1923 й. алып Белорет р‑нында эшләй: 1939—41 йй. “Боғанаҡ” к‑зы бригадиры, 1946—51 йй. рәйесе; 1941 й. — “Яҡтылыҡ” к‑зы, 1942...

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы

ҒӘБИТОВ Риф Фәтих улы (5.12.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Аҙналы а.), бейеүсе, балетмейстер. Ф.Ғ.Ғәбитовтың улы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1974—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 й. алып художество етәксеһе, 2003 й. —...

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич (2.1.1927, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. Рәсәй художество акад. почётлы ағзаһы (2004). СССР‑ҙың (1973), РСФСР‑ҙың (1966) һәм БР‑ҙың (1996) халыҡ артисы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Проф. (1973). Ленинград хореография уч‑щеһын (1946; педагогтары А.А.Писарев, Б.В.Шавров),...

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы (31.8.1931, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Яндыҙ а. – 10.9.2001, Өфө), бейеүсе. РСФСР-ҙың (1981) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. 1951—71 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1981—86 йй. художество етәксеһе;...

ВОЙТОВИЧ Елена Константиновна

ВОЙТОВИЧ Елена Константиновна (9.5.1900, С.‑Петербург — 10.4.1975, Өфө), балет артисы, балетмейстер. Петроград император театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1917) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театрының балет артисы. 1937 й. алып Куйбышев опера һәм балет театрының балет солисы, бер үк ваҡытта...

ВӘХИТОВ Йәнғәли Арыҫлан улы

ВӘХИТОВ Йәнғәли Арыҫлан улы (5.10.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р-ны Һыртлан а. — 3.10.2003, БР‑ҙың Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол а.), бейеүсе. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1957), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). 1951—60 йй. һәм 1964—67 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге Халыҡ...