Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕБАШ УРТА МӘКТӘБЕ №1

Просмотров: 890

СТӘРЛЕБАШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Стәрлебаш р‑нында урынлашҡан. 1909 й. мәктәп базаһында татар донъяуи мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1921 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — өлгөлө мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала (1963 й. хеҙмәт етештереүсәнлеге м‑н хеҙмәт политехник мәктәбе), 1994 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Баҡый һәм Хәлекәй аа. филиалдары эшләй. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханаһы, ял итеү бүлмәһе, мәктәп яны участкаһы бар. Урта мәктәпте 5,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында Р.Ғ.Ғатауллин, Ф.М.Ғүмәров, Ғ.Т.Ғәлиев, Ә.Л.Ғәлиев, З.А.Ғәлимов, Р.Ғ.Ғәлимуллина, Р.З.Мерәҫов, Р.И.Мозаһитов, Рәфҡәт М.Мәсәғүтов, Ш.Р.Рәхмәтуллин, Ғ.Ғ.Фәхриев, Р.Шаммас, М.М.Әхмәтов, М.Т.Юлдашев. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы С.А.Самохинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2006).

Р.Р.Әбүләев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019