Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 911

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, биология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда үҙ аллы тармаҡ булараҡ революциянан (1917) һуң формалаша башлай. Биол. уҡытыу 1920 й. Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институты) индерелә. Ошо ин‑т базаһында асылған Тимирязев К.А. исемендәге Педагогия институтында 1929 й. тәбиғәт белеме бүлеге булдырыла, унда 1930 й. ботаника, зоол. һ.б. кафедралар ойошторола; биологтар 1933 й. — химиябиол. бүлегендә, 1934 й. алып тәбиғәт белеме ф‑тында әҙерләнә. 1920—40 йй. респ. Б.б.б.б. үҫешенә К.А.Тимирязев ис. Пед. ин‑ты (С.А.Баранов, М.Я.Соколов, Р.М.Чанышев, Г.Г.Штехер), БАХИ (А.Н.Богданов, К.С.Никифорук, П.А.Положенцев) уҡытыусылары ҙур өлөш индерә. БР‑ҙа дөйөм, өҫтәмә, махсус һәм ярҙамсы белемде үҙ эсенә алған Б.б.б.б. системаһы барлыҡҡа килә. Биол. б‑са дөйөм белем мәктәптә бирелә: башланғыс кластарҙа — тәбиғәтте өйрәнеү, юғары кластарҙа ботаника, зоология, анатомия, физиология һәм кеше гигиенаһы, дөйөм биол. дәрестәре уҡытыла. Өҫтәмә белем респ. бөтә район һәм ҡалаларында эшләгән экология‑биол. үҙәктәрендә, йәш натуралистар станцияларында бирелә. Биол. б‑са өҫтәмә белемде уҡыусылар түңәрәктәрҙә, секцияларҙа, ә каникулдар ваҡытында экологик лагерҙарҙа һәм туристик базаларҙа үҙләштерә; дәрестәргә һайлау нигеҙендә йөрөйҙәр. БР‑ҙа биол. йүнәлештәге тәүге түңәрәктәр 1936 й. Пионерҙар йортонда (ҡара: Комаров В.М. исемендәге Балалар ижады һарайы) эшләй башлай. Биол. б‑са өҫтәмә белемде үҫтереүгә 1992 й. ойошторолған Респ. балалар экология‑биол. үҙәге (Өфө) тос өлөш индерә. Үҫемлектәр анатомияһын һәм морфол., биохимия, генетика, умыртҡаһыҙҙар һәм умыртҡалылар зоол., микробиология, үҫемлектәр систематикаһы, кеше һәм хайуандар физиол., экологияны һ.б. тармаҡ дисциплиналарын үҙ эсенә алған биол. б‑са махсус белем Башҡорт дәүләт университетында, Бөрө социаль-педагогия академияһында, Педагогия университетында, Сибай институтында, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында бирелә. Б.б.б.б. төбәк компоненты сифатында вуздарҙа БР тәбиғәте, БР-ҙың дарыу үләндәре, БР-ҙың фаунаһы һ.б. дисциплиналар өйрәнелә. Биол. б‑са ярҙамсы белем урта махсус (Аксёнов ауыл хужалығы техникумы, Бәләбәй педагогия колледжы, Бөрө медицинафармацевтика колледжы, Медицина колледжы, Һөнәрселек‑педагогия колледжы һ.б.) һәм юғары (Авиация техник университеты, Аграр университет, Медицина университеты, Нефть техник университеты һ.б.) уҡыу йорттарында бирелә. БДАУ‑ҙа биол. дисциплиналар агрономия (ботаника, фитопатология, энтомология һ.б.), ветеринария (ветеринария радиобиол., вирусология, эмбриология һ.б.), урман хужалығы (хайуандар һәм ҡоштар биол., дендрология һ.б.), тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау (геоботаника, урмандарҙы өйрәнеү фәне) ф‑ттарында өйрәнелә. БДМУ‑ла кеше анатомияһы, микробиол., цитология һ.б. бөтә ф-ттарҙа ла уҡытыла. ӨДНТУ‑ла дөйөм биол. һәм микробиол., дөйөм биотехнология һ.б. технология ф-тында уҡыталар; ӨДАТУ‑ла биоэкол., биохимия нигеҙҙәре, урбоэкология һ.б. техносферала йәшәү хәүефһеҙлеге, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында һаҡланыу һөнәрҙәре б‑са инженерҙар, ш. уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йүнәлеше б‑са бакалаврҙар әҙерләү программаһына инә. Дөйөм биол. һәм тупраҡты өйрәнеү фәне — БДУ‑ның геогр. ф‑тында, экология нигеҙҙәре м‑н дөйөм биол. йәки тәбиғәт белеме БДУ‑ның башҡа ф‑ттарында һәм респ. пед. вуздарында уҡытыла. Вуздарҙа уҡытыу көндөҙгө бүлектә — 5, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 6 йыл бара. БДУ‑ның биол. ф‑тында (1957 й. асылған) 6 каф. эшләй: биохимия һәм биотехнология, ботаника, зоол., үҫемлектәр физиол., кеше һәм хайуандар морфол. һәм физиол., экология; БДУ‑ның Сибай ин‑тының тәбиғәт‑техник ф‑тында (1998) — 4: ботаника, дөйөм техник фәндәр, кеше һәм хайуандар физиол., экология. Пед. вуздарында Б.б.б.б. комплекслы алып барыла һәм уҡытыусыларҙы 2 һөнәр б‑са әҙерләүҙе тәьмин итә: биол. һәм химия, география һәм биол., биол. һәм физик культура (ҡара: Педагогик белем биреү). Бөрө социаль‑пед. акад. (1960) биол. һәм химия, биол. һәм физик культура уҡытыусыларын әҙерләй; 4 каф. эшләй. БДПУ-ның тәбиғәт-геогр. ф‑тында (1973) биолог‑химиктар һәм географ‑биологтар әҙерләнә; 6 каф. эшләй. Стәрлетамаҡ пед. акад. биол.‑химия бүлегендә (1997) 4 каф. бар. Биол. уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу даими курстары 30‑сы йй. алып Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй, унда урта мәктәптә биол. уҡытыу методикаһы эшләнә (Л.Ғ.Наумова, Б.Х.Юнысбаев). Фәнни һәм пед. эш өсөн белгестәр әҙерләү биотехнология, биохимия, ботаника, генетика, микробиол., молекуляр микробиол., тупраҡты өйрәнеү, үҫемлектәр физиол. һәм биохимияһы һөнәрҙәре б‑са Биология институты, Биохимия һәм генетика институты, Ботаника баҡса-институты, БДУ һәм БДПУ аспирантураларында тормошҡа ашырыла. БДУ‑ла 1970—75 йй. — биол. һөнәре, 1995—97 йй. — ботаника, 1997— 2010 йй. үҫемлектәр физиол. (2001 й. башлап үҫемлектәр физиол. һәм биохимияһы) һәм ботаника б‑са биология ф. канд. ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са махсус совет эшләй. 2003 й. алып үҫемлектәр физиол. һәм биохимияһы, ботаника һөнәрҙәре б‑са докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са совет эшләп килә. Советтың эшләү осоронда 100‑ҙән ашыу кеше кандидатлыҡ дисс. яҡлай.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019