Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИЯ

Просмотров: 1591

БИОЛОГИЯ (био... һәм ...логия), йәнле тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм ойоштороу формалары т‑дағы фәндәр комплексы. Биол. фәндәр системаһы тикшеренеү объекттарына (ботаника, зоология, кеше һәм хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы, тупраҡ ғилеме һ.б.), биол. процесс механизмдарына һәм уларҙың организм билдәләрендә күренеүенә (биохимия, генетика һ.б.) ҡарап төҙөлә. Хәҙ. Б. тере материяның ойоштороу кимәлдәре (молекуляр, күҙәнәк, туҡыма, организм һ.б.) т‑дағы тәғлимәткә нигеҙләнә. Б. фәндәренең күпселеге тереклек күренештәрен — бер структур кимәлдә (гистология, цитология һ.б.), ҡайһы берҙәре бер нисә кимәлдә (микология, энтомология һ.б.) өйрәнә. 20 б. яңы биол. дисциплиналар барлыҡҡа килә: биогеохимия, йыһан биологияһы, радиобиология һ.б.; Б. ауыл хужалығы, медицина һәм урмансылыҡ фәненә индергән өлөшө арта; ғәмәли фәндәр (биотехнология, селекция һ.б.) үҫешә, молекуляр генетика, экологик мониторинг һәм биологик төрлөлөктө өйрәнеү ысулдары эшләнә.

Башҡортостанда Б. өлкәһендә систематик фәнни тикшеренеүҙәр 30‑сы йй. башлап алып барыла. Фауна БАХИ‑ла (П.А.Положенцев), Башҡорт ҡурсаулығында (С.В.Кириков, С.И.Снигиревский һ.б.), Башҡ‑н гельминтология экспедицияһында (М.Ғ.Вилданов, М.П.Гнедина һ.б.), Башҡ‑н баҫыусылыҡ фәнни‑тикшеренеү тәж. станцияһында (А.В.Коровкина) өйрәнелә. БАХИ‑ла А.Н.Богданов һәм С.Ф.Курнаев етәкс. төп ҡырағай мал аҙығы үҫемлектәре асыҡлана. БДМИ‑ла микроорганизмдар биохимияһы (И.Л.Вакуленко), кеше һәм хайуандар физиологияһы (В.В. Петровский), гистология (Н.И.Чурбанов, Н.С.Шиманов), микробиология (С.А.Белявцев, Н.И.Мельников) өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. 50‑се йй. алып Биология институтында арыш, бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө уңышы формалашыуының физиол. үҙенсәлектәре һәм а.х. культураларының тирә‑яҡ мөхиттең насар шарттарына сыҙамлылығы (В.К.Ғирфанов, В.К.Трапезников һ.б.), ағастарҙың ҡышҡа сыҙамлылығының физиол. һәм цитохимик тәбиғәте һәм уны күтәреү ысулдары (К.А.Сергеева, Л.И.Сергеев) өйрәнелә; экологик шарттар м‑н бәйле дендрофиль бөжәктәр градацияһы законлылыҡтары (М.Ғ.Ханисламов, З.Ш.Яфаева) билдәләнә. Үҫемлек ресурстарын өйрәнеүгә — Ғ.Ҡ.Байков, Е.В.Кучеров һ.б., урмандарҙы — Ю.З.Кулагин, А.Ю.Кулагин һ.б., тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен һәм тупраҡтың биологик активлығын өйрәнеүгә Ф.Й.Баһауетдинов, И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев һ.б. хеҙмәттәре арналған. 90‑сы йй. башлап Биология ин‑тында — үҫемлектәр микробиологияһы, биохимияһы һәм физиологияһы (Н.Н.Круглова, Г.Р.Ҡоҙаярова, А.И.Мелентьев һ.б.), биол. күп төрлөлөк (В.Б.Мартыненко, А.Ә.Мулдашев һ.б.), Аграр университетта иген формалашыуының һәм иген культураларының ҡышлау үҙенсәлектәре (Р.Р.Исмәғилев һ.б.) өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла. Б. төрлө йүнәлештәре (биотехнология, матем. генетика, экологик генетика һ.б.) Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов, О.Е.Мостафина, Р.М.Хәйруллин, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис, Ф.М.Шакирова һ.б.), Биология ин‑тында (Э.А.Иванова, Р.Н.Чураев һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (М.Ғ.Баянов, Р.И.Ибраһимов, А.Р.Ишбирҙин, Л.Б.Кәлимуллина, Н.Ә.Кирәева, Р.Ғ.Миңлебаев, Б.М.Миркин, Ф.Б.Шкундина һ.б.), Педагогия университетында (Р.Р.Кәбиров, М.Ғ.Миһранов, Л.Г.Наумова, З.М.Хәсәнова һ.б.), Ботаника баҡса‑институтында (Л.М.Абрамова, В.П.Путенихин, Н.В.Старова, З.Х.Шиһапов һ.б.), Медицина университетында (Ф.С.Зарудий, Ф.Х.Камилов һ.б.) үҫешә.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.01.2020
Связанные статьи:
АБРАМОВА Лариса МихайловнаАНАТОМИЯ БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улыБАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улыБЕЛЯВЦЕВ Степан АбрамовичБИОТЕХНОЛОГИЯ БИОХИМИЯ БОГДАНОВ Александр НиколаевичБОТАНИКАВАКУЛЕНКО Иван ЛоггиновичВӘХИТОВ Венер Абсаттар улыВИКТОРОВА Татьяна ВикторовнаГЕНЕТИКА ГИСТОЛОГИЯ ҒИРФАНОВ Вәкил Кәли улыЗАРУДИЙ Феликс СрульевичЗООЛОГИЯ ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улыИВАНОВА Эвилина АлексеевнаИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улыИШБИРҘИН Айрат Рим улыКАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улыКӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улыКӘЛИМУЛЛИНА Лилиә Барый ҡыҙыКИРӘЕВА Найлә Әхнәф ҡыҙыКИРИКОВ Сергей ВасильевичКРУГЛОВА Наталья НиколаевнаКУЛАГИН Алексей ЮрьевичКУЛАГИН Юрий Захарович КУРНАЕВ Сергей ФёдоровичКУЧЕРОВ Евгений ВасильевичҠОҘАЯРОВА Гүзәл Радомес ҡыҙыМАРТЫНЕНКО Василий БорисовичМАТЕМАТИК БИОЛОГИЯМЕЛЕНТЬЕВ Александр ИвановичМЕЛЬНИКОВ Николай ИвановичМИКОЛОГИЯМИКРОБИОЛОГИЯМИҢЛЕБАЕВ Руфил Ғафар улыМИРКИН Борис МихайловичМИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улыМОСТАФИНА Ольга ЕвгеньевнаМУЛДАШЕВ Альберт Әкрәм улыНАУМОВА Лениза Ғүмәр ҡыҙыПЕТРОВСКИЙ Владимир ВикторовичПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр АртемьевичПУТЕНИХИН Валерий ПетровичРАДИОБИОЛОГИЯСЕЛЕКЦИЯСЕРГЕЕВ Леонид ИвановичСЕРГЕЕВА Клавдия АлексеевнаТРАПЕЗНИКОВ Валентин КузьмичТУПРАҠ ҒИЛЕМЕФИЗИОЛОГИЯ ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улыХӘЙРУЛЛИН Рәмил Мәғзинур улыХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙыЦИТОЛОГИЯЧЕМЕРИС Алексей ВикторовичЧУРБАНОВ Николай ИлларионовичШИҺАПОВ Зиннур Хәйҙәр улыЭНТОМОЛОГИЯ