Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЯТКА ГУБЕРНАҺЫ

Просмотров: 1131

ВЯТКА ГУБЕРНАҺЫ, 1796 й. Вятка наместниклығының 13 өйәҙенән ойошторола. 18 б. аҙағында төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Пермь губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ырымбур губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан губернаһы, көнбайышта — Түбәнге Новгород һәм Кострома, төньяҡ-көнбайышта Вологда губернаһы менән сиктәш була. Административ үҙәге — Вятка ҡалаһы. Майҙаны — 154 мең км2 (1897). Халҡы: 1873 й. — 2455022 кеше (башҡорттар — 8862, комиҙар — 6655, мариҙар — 104874, татарҙар — 80373, типтәрҙәр — 8736, удмурттар — 364371, урыҫтар — 1881151 һ.б.), 1897 й. — 3030831 кеше (башҡорттар — 13909, комиҙар — 10464, мариҙар — 144918, татарҙар — 125514, типтәрҙәр — 7788, удмурттар — 377893, урыҫтар — 2347169 һ.б.). 19 б. аҙ. губернала 2945109 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 52913, сауҙагәрҙәр — 2889, дворяндар — 2366 һ.б.; мосолмандар — 132251, православие динендәгеләр — 2884917 (ш. иҫ. 98055 старообрядсы), мәжүсиҙәр — 10907 һ.б.  Губерна Вятка, Глазов, Алабуға өйәҙҙәренән, Кайгород, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул өйәҙҙәренән, Слободской, Уржум, Царёвосанчурск, Яранск өйәҙҙәренән тора. 1802 й. Кайгород, Малмыж (1816 й. тергеҙелә) һәм Царёвосанчурск өйәҙҙәре бөтөрөлә. 1803 й. Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәре территорияларының өлөштәре 11‑се башҡ. кантонына ҡушыла (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы). 1919—21 йй. Алабуға, Глазов, Сарапул өйәҙҙәре бөтөрөлә [уларҙың өлөштәре Вотяк, Мари, Коми (Зырян) автономиялы өлкәләре, Пермь губернаһы, ТАССР составына инә], Омутнинск һәм Совет (1924 й. бөтөрөлә) өйәҙҙәре ойошторола. 1928 й. Уржум өйәҙе бөтөрөлә. Ҡалалары: Алабуға, Вятка, Глазов, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул, Слободской, Уржум, Яранск, Царёвосанчурск (1898). Ауыл хужалығы киң үҫешә (башлыса арыш, һоло үҫтерәләр; 19 б. 2‑се сирегендә губерна арыш һәм яҙғы культураларҙы сәсеү күләме һәм йән башына уларҙың тулайым йыйымы буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй). Һөнәрселек кәсептәре (көршәк яһау, ағас эшкәртеү, елем ҡайнатыу, күн, аяҡ кейеме етештереү, тегеү, шәм яһау, тире иләү һ.б.) киң тарала. Ҙур предприятиеларҙың күбеһе Алабуға (Бемыш заводы), Глазов, Сарапул, Слободской һәм Яранск өйәҙҙәрендә урынлашҡан була. Йәрминкәләр (19 б. 60‑сы йй. 150‑гә яҡын), сауҙалашыуҙар (800‑гә яҡын) үткәрелә; иң ҙур йәрминкәләр: Алексей (Котельнич), Великорецкий (Орлов өйәҙе Великорецкий а.) һәм Семён (Вятка) йәрминкәләре. Губерна аша Пермь (1899) һәм Төньяҡ (1906) тимер юлдары үтә. 19 б. 2‑се яртыһында Вятка һәм Кама йй. буйлап пароход бәйләнеше асыла. 1929 й. ғинуарынан алып Түбәнге Новгород өлкәһе составында. Губерна 1929 й. июлендә бөтөрөлә, уның территорияһы Түбәнге Новгород крайының Вятка, Котельнич һәм Нолинск округтарына индерелә.

 Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.10. Вятская губерния. СПб., 1904; Очерки истории Кировской области. Киров, 1972.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023