Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1446

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Вятка провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Вятка губернаһы составында. 19 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Сарапул өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнбайышта Вятка губернаһы Малмыж өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Алабуға ҡалаһы. Майҙаны — 8444 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 241005 кеше (башҡорттар — 8799, мариҙар — 7427, татарҙар — 39220, типтәрҙәр — 4220, удмурттар — 52670, урыҫтар — 128539 һ.б.), 1913 й. — 283,3 мең кеше. 19 б. аҙағында өйәҙҙә 230848 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 7230, дворяндар — 817, сауҙагәрҙәр — 426 һ.б.; мосолмандар — 41699, православие динендәгеләр — 194305 (ш. иҫ. 1798 старообрядсы), мәжүсиҙәр — 4910 кеше һ.б. 1803 й. А.ө. бер өлөшө 11‑се башҡ. кантонына (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) инә.

1859 й. өйәҙҙә 419 торама пункт була, 1873 й. — 432. 1869 й. башҡорттарҙың төп өлөшө 2‑се Аҡҡужа, Беҙәк, Варзы, Кесе Салағыш (Уразай), 2‑се Көсөк, Ҡасай, Ҡуразай, Ҡәҙербаш, 2‑се Песәй, Салағыш, 2‑се Таузимал, Турай, Ямырҙа ауылдарында йәшәй. 1873 й. 3 станға, 21 улусҡа (Александровка, Бемыш, Бимә, Грахов, Ильинский, Иҫке Йәтсә, Күрәк, Ҡаҙыле, Ҡасыҡ, Лекарев, Маҡан‑Пельга, Можга, Мөшөк, Оло Кибйән, Пьяный Бор, Салағыш, Тирсә, Тоҡмаш, Трехсвятский, Черкас, Әсән) бүленә. Халыҡтың төп өлөшө (19 б. аҙағына ҡарата башҡорттарҙың 94%‑ы) игенселек менән шөғөлләнгән. 19 б. 2‑се яртыһында Бемыш заводы, 2 химия, шарап ҡыуыу, һыра ҡайнатыу, селитра, быяла заводтары, ҡағыҙ фабрикаһы һ.б. предприятиелар эшләй. Һөнәрселек кәсебе (мискә яһау, септә тоҡтар үреү һәм тире эшкәртеү, иләү ҡабалары эшләү) киң таралған була. Ҙур йәрминкәләр (19 б. 60‑сы йй. аҙағында — 2), баҙарҙар (7 ауылда) үткәрелә, ваҡ сауҙа нөктәләре (12) эшләй. 19 б. 2‑се яртыһында Вятка һәм Кама йй. пароходтар бәйләнеше асыла. 35 мәсет, 30 сиркәү була (1858). А.ө. 1920 й. бөтөрөлә, уның территорияһы Вотяк автономиялы округы һәм ТАССР составына инә.

 Әҙәб.: Списки населённых мест Российской империи: Вятская губерния. СПб., 1876; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.10. Вятская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.08.2023