Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУРИЛ СӘЙЕ

Просмотров: 673

КУРИЛ СӘЙЕ, дазифора (Pentaphylloides), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡлы К.с. үҫә. Көрән‑һоро ҡайырылы төҙ йәки йәйенке ныҡ тармаҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 20‑150 см. Япрағы ҡанат һымаҡ, аҫ яҡтан төклө, 5 (һирәгерәк 7) оҙонса шыма ситле япраҡсалы. Сәскәһе һары төҫтә, яңғыҙар урынлашҡан йәки һирәк тәлгәш барлыҡҡа килтерә, июнь—августа сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, август—сентябрҙә өлгөрә. Йылға ярында, һаҙлыҡлы урманда, ҡаяла, һирәк осраҡта далала үҫә. Торналы һаҙлығында (Безымяный й.), Ирәмәл (Тығын һаҙлығы), Ямантау (Ҡуянтау й.) тауҙарының тирә‑яғында һәм Ирәндек һыртында (БР‑ҙың Баймаҡ районы Бәхтегәрәй а. эргәһендә) осрай. К.с. сәй урынына ҡулланалар. Составында С һәм Р витаминдары, дуплаусы матдәләр, кумариндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Декоратив үҫемлек. Баллы үҫемлек. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2023
Связанные статьи: