Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАНОВ Николай Фёдорович

Просмотров: 2385

КАТАНОВ Николай Фёдорович (6.5.1862, Йәнәсәй губернаһы Йөҙөм ҡсб — 10.3.1922, Ҡазан ҡ.), тел белгесе, этнограф, төркиәтсе. Филология фәндәре (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) докторы, профессор (1921). Санкт‑Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетын тамамлаған (1888). 1889—92 йй. Император Рус география йәмғиәте һәм Император Санкт‑Петербург ФА ҡушыуы буйынса Себерҙә, Джунгарияла, Төньяҡ Монголияла һәм Көнсығыш Төркөстанда (Ҡытай Төркөстаны) экспедицияла йөрөй. Ҡазан университетында (1893—1922), Ҡазан дини академияһында (1911—17), Төньяҡ‑Көнсығыш археология һәм этнография институтында, Юғары халыҡ мәғарифы институтында (1917—22; бөтәһе лә — Ҡазан ҡ.) һ.б. уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телле халыҡтарҙың телен, фольклорын һәм этнографияһын өйрәнеүгә бәйле. 1897—98 йй. башҡорттарҙың һәм керәшен татарҙарының телен өйрәнеү маҡсатында Өфө губернаһының Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәрендә була. К. Өфө губернаһы башҡорттарының телен көнбайыш һәм көнсығыш һөйләштәренә бүлә, беренсеһенең — татар теле, икенсеһенең ҡаҙаҡ теле менән оҡшаш булыуын билдәләй; көнсығыш һөйләшен мишәрҙәр, татарҙар, типтәрҙәр һ.б. төрки телле халыҡтар теле менән сағыштырып, уның фонетик, морфологик һәм һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре тураһында (ш. иҫ. һүҙ төркөмдәре һәм уларҙың грамматик категориялары тураһында) мәғлүмәттәр бирә.

  “Башҡорт теле өсөн әлифба” (“Азбука для башкирского языка”; баҫылмаған; ҡулъяҙмаһы ТР‑ҙың Милли архивында һаҡлана) төҙөй, унда кириллица нигеҙендә 33 хәрефтән торған алфавит тәҡдим итә (башҡ. теленә генә хас өндәрҙе билдәләү өсөн юл өҫтө тамғаларын ҡуллана); әлифбала башҡ. теленең орфоэпик нормалары сағылыш таба, уҡыу материалы сифатында И.А.Крыловтың “Энәғараҡ һәм ҡырмыҫҡа” (“Стрекоза и муравей”) мәҫәленең башҡ. теленә тәржемәһе бирелә. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы, фольклоры буйынса хеҙмәттәр авторы. 1894—1914 йй. һәм 1919 й. алып Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте, 1907 й. башлап Ҡазан уҡыу округы эргәһендәге Тәржемә комиссияһы рәйесе.

  Х е ҙ м.: Отчёт о поездке, совершённой с 1 июня 1897 года по 20 августа того же года в Белебеевский и Мензелинский уезды Уфимской губернии //Учёные записки Императорского Казанского университета. Казань, 1898. Кн.11; Отчёт о поездке, совершённой с 20 мая по 20 августа 1898 года в Белебеевский уезд Уфимской губернии //Шунда уҡ. Казань, 1900. Кн.7—8; Опыт исследования урянхайского языка с указанием главнейших родственных отношений его к другим языкам тюркского корня. Казань, 1903.

  Әҙәб.: Иванов С.Н. Николай Фёдорович Катанов: очерк жизни и деятельности. 2‑е изд. М., 1973; Наследие хакасского учёного, тюрколога, доктора сравнительного языкознания, востоковеда Николая Фёдоровича Катанова: материалы Междунар. науч. конф. Абакан, 2012.

Р.М.Латипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023