Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 2067

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Өфө һәм Иглин, көнсығышта — Архангел һәм Ғафури, көньяҡта — Ауырғазы, көньяҡ‑көнбайышта — Дәүләкән, төньяҡ‑көнбайышта Шишмә р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны өйәҙҙәре ингән. 1935— 56 йй. терр‑яһының бер өлөшө Боҙаяҙ районына инә. Майҙаны — 1751 км2. Адм. үҙәге — Ҡырмыҫҡалы а., Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 50 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 47,5; 1959 — 55,3; 1989 — 45,7; 2002 — 54,6; 2010 — 51,5. Милли составы (2002): башҡорттар — 39,6%, татарҙар — 31,9%, урыҫтар — 16,5%, сыуаштар — 9,3%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 30,1 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 122 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Ҡырмыҫҡалы (8,5 мең кеше), Прибельский (4,9 мең), Олокүл (4,5 мең ) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге, Благовещен уйпатлығы һәм Ағиҙел депрессияһы сиктәрендә ята. Карст үҫешкән. Район терр‑яһында ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Ҡыйышҡы, Иҫке Ҡыйышҡы, Салйоғот, Һыркүл, Шәкәр з‑ды, Түб. Салсыҡ, Нуғай), силикат ҡомо (Ҡолош), кирбес‑черепица сеймалы: балсыҡ (Ҡабаҡ), керамзитлы балсыҡ (Салйоғот); нефть ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Гордеевка, Ракитовка); ер аҫты һыуҙары (Александровка, Прибельский) ятҡылыҡтары бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 3°C, ғин. уртаса т‑ра –14,5°С, июлдә 19°С, абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. т‑ра –50°C. Яуым‑ төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Эҫем, Ҡарлыман ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й.; Өйәҙән, Иштиле ҡушылдыҡтары м‑н Өршәк й.; Ҡыйышҡы, Көшкәр, Оло Толпаҡ үҙән‑күлдәре барлыҡҡа килтерә. Ландшафы урман‑далалы, антропоген. Йыуылған ҡара тупраҡ, ҡараһыу урман һәм туғай тупраҡтары өҫтөнлөк итә. Һыу айырғыстарҙа һәм үҙәндәрҙә имән, йүкә, реликт дала ҡарағайы һәм икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары һаҡланған. Терр‑яның 19,1%‑ы урман м‑н ҡапланған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Ҡарлыман мәмерйәһе, Ҡыйышҡы күле, Зәңгәркүл шишмәһе — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 124 мең га (дөйөм майҙандың 70,9%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 78,1, сабынлыҡтар — 14,6, көтөүлектәр — 30,7; урмандар майҙаны — 35,0, ер өҫтөһыуҙары — 1,9. Район көньяҡ урмандала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [“Надежда” ААЙ, “Алатау” ЯАЙ, 17 ЯСЙ, “Ҡояшлы Боҙаяҙ” экологик емеш с‑зы, 84 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрөүҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Һарыҡсылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында Ҡырмыҫҡалы сорт һынау участкаһы, “Ҡырмыҫҡалы элеваторы” ЯСЙ бар. «“Башнефть” АНК» ААЙ “Башнефть‑Добыча” ЯСЙ‑ның “Уфанефть” НГДУ‑һы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә. “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ Ҡырмыҫҡалы линия‑производство магистраль газ үткәргестәре идаралығы, “Башҡорт кирбесе” ЯСЙ (Ҡабаҡ а.), ремонт‑ механика з‑ды (Олокүл а.), “Ҡарлыман шәкәре” ЯСЙ (Прибельский а.), спирт з‑ды (“Эван” ЯАЙ филиалы; Урал а.), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим— Түлгән, Ҡарлыман—Белорет участкалары), Өфө—Ырымбур, Өфө—Инйәр— Белорет, Ҡырмыҫҡалы—Атйетәр— Талбазы автомобиль юлдары үтә. Ҡ.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда РФ ЭЭМ‑ының Өфө кинологтар әҙерләү мәктәбе (Ляхов а.), һөнәрселек лицейы, 24 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 19‑ы урта мәктәп (ш. иҫ. БишауылУңғар урта мәктәбе, Боҙаяҙ урта мәктәбе, Ефремкин урта мәктәбе, Шайморат урта мәктәбе), 17 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, мәктәп‑ ара уҡыу комб‑ты, балалар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәрҙең техник ижады үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, амбулатория, 44 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 45 клуб, 37 китапхана, Өмөтбаев М. музейы (Ибраһим а.), М.М. Шайморатов музейы (Шайморатов а.), Ш. Бикҡол музейы (Ҡарлыман а.), С.Т. Аксаков музейы (Иҫке Ҡыйышҡы а.), А.Ф.Юртов музейы (Илтирәк а.), сыуаш тарихи‑мәҙәни үҙәге (Һыуыҡшишмә а.), “Йәшлек” физкультура‑ һауыҡтырыу комплексы, “Ҡырмыҫҡалы” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, “Виктория” балалар спорт‑һауыҡтырыу лагеры бар. Районда 3 өлгөлө һәм 9 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Кармаскалинская новь”, “Даирә (башҡ. телендә), “Үзән” (татар телендә) гәз. сыға.

И.В.Голубченко, Г.И.Кәбирова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019