Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘМИРХАНОВА Наилә Әнүәр ҡыҙы

ӘМИРХАНОВА Наилә Әнүәр ҡыҙы (14.12.1940, Ташкент), электрохимик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Ә.Х. Әмирхановтыңҡыҙы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1962). 1965 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (1986 й. башлап дөйөм химия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т.5—4бб.— б.э. 2 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Әнәс а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—73 йй. БДУ экспедицияһы (етәксеһе В.А.Иванов) тикшерә. 232 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 130 м, киңлеге 70 м) көньяҡтан...

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2167 кеше (2‑се Миәкәбаш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 – 2467; 1939 – 723; 1959 – 1230; 1989 – 962; 2002 — 938;...

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 32 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 194 кеше; 1920 – 247; 1939 – 391; 1959 – 571; 1989 – 396; 2002 – 330; 2010 – 324 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ӘНЙӘК, Дыуан р‑нындағы ауыл

ӘНЙӘК, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 682 кеше; 1920 – 1152; 1939 – 581; 1959 – 484; 1989 – 355; 2002 – 371; 2010 – 382 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—5 бб. ҡарай. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1928 й. урында йәшәүселәр тарафынан асыла, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й., 1969 й., 1971 й. С.М.Васюткин, 1991 й. Ф.М. Таһиров...

ӘҢГӘСӘК УРТА МӘКТӘБЕ

ӘҢГӘСӘК УРТА МӘКТӘБЕ, Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан. 1880 й. Анастасьино (Әңгәсәк) 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс Әңгә­сәк мәктәбе,1931 й.—тулы булмаған урта мәктәп, 1941 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, 2 спорт залы, китапханаһы, компьютер класы, тарих‑тыуған яҡты...

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әңгәсәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 121 км алыҫлыҡта Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 595 кеше; 1920 – 866; 1939 – 1079; 1959 – 730; 1989 – 1844; 2002 – 1904; 2010 – 1850 кеше. Урыҫтар, мариҙар...

ӘПТЕК, Ишембай р‑нындағы ауыл

ӘПТЕК, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 694 кеше; 1920 — 857; 1939 — 708; 1959 — 646; 1989—292;2002— 295; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар...

ӘРЕМ

ӘРЕМ (Artemisia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡ­лыҡтар һәм бәләкәй ярым ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 25‑тән ашыу төрө үҫә. Ғәҙәттә төклө, күп, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр һәм...

ӘРИ БАШЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ӘРИ БАШЫ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 513; 1939 — 506; 1959 — 610; 1989 — 305; 2002 — 308; 2010 — 273 кеше. Удмурттар...

ӘРИБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ӘРИБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Әри й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 392 кеше; 1959 — 434; 1989 — 604; 2002 — 667; 2010 — 552 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ӘРЛӘН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ӘРЛӘН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Кендекле й. буйында (Беүә й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 310; 1939 — 362; 1959 — 209; 1989 — 121; 2002 — 118, 2010 – 93 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө...

ӘРМӘНДЕЛӘР

ӘРМӘНДЕЛӘР (Bufo), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 2 төрө осрай. Кәүҙәһе киң, ауыр, оҙонлоғо 7,5—10 см. Тиреһе ҡоро, ҡалын, төйөрсөклө, ябай, йәки һоро Ә. — көрәнһыу һоро, йәшел Ә. — ҙур ҡара‑йәшел таплы асыҡ йәшел төҫтә. Арҡаһында ваҡ,...

ӘРМӘНСТАН

ӘРМӘНСТАН, Әрмәнстан Республикаһы, Кавказ аръяғының көньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 29,8 мең км2. Баш ҡалаһы – Ереван. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,97 млн яҡын кеше (2009): 97,9%‑ы — әрмәндәр (2001), урыҫтар һ.б.; 1989 й. 145 башҡорт йәшәй. Рәсми тел – әрмән теле. Диндарҙарҙың күпселеге — христиан‑монофиситтар. БР‑ҙың...

ӘРМЕ”, башҡорт халыҡ йыры

“ӘРМЕ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫ­тырып сығара. Башҡорт муз. фольклорында киң таралған лирик‑эпик йырҙарҙың береһе. Тематикаһы б‑са башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте т‑дағы йырҙарға...

ӘРМЕТ‑РӘХИМ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ӘРМЕТ‑РӘХИМ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 1265; 1939 — 1083; 1959 — 799; 1989 — 413; 2002 — 328; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ӘРНӘШ, Борай р‑нындағы ауыл

ӘРНӘШ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта, Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 225 кеше; 1959 — 205; 1989 — 179; 2002 — 172; 2010 — 102 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ӘРТӘ ЗАВОДЫ,

ӘРТӘ ЗАВОДЫ, 1783 й. Себер даруғаһы Шөгөр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Оло Ҡошсо) улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Әртә й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы,...

ӘРТӘ ЯРУСЫ

ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы менән ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар,...