Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАРЫШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

БАРЫШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 4 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 224 кеше; 1959 — 173; 1989 — 109; 2002 — 120; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). 1921 й....

БАСИРОВ Әсхәт Ғиниәт улы

БАСИРОВ Әсхәт Ғиниәт улы [11.11.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.10.2012, БР-ҙың Дүртөйлө р-ны Семилетка а.], нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1994). 1953 й. алып “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында нефть...

БАСИРОВ Зилфәт Рәүеф улы

БАСИРОВ Зилфәт Рәүеф улы (15.9.1927, ТАССР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Иҫке Ҡормаш а. — 19.11.2000, Өфө), скульптор. БР‑ҙың халыҡ (2000), БАССР‑ҙың атҡ. (1977) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Урал биҙәү-ҡулланма сәнғәте уч‑щеһын (Түбәнге Тагил ҡ., 1955), Мәскәү урындағы сәнәғәт технология ин‑тын (1962)...

БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы

БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы (25.11.1930, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 28.2.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1952—63 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының (ҡара: “Башҡортостан”) әҙәби хеҙм‑ре, 1964—80 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз.,...

БАСКАКОВ Анатолий Михайлович

БАСКАКОВ Анатолий Михайлович (18.9.1939, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Крепостной Йылайыр а. — 16.10.2010, Силәбе ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Ҡытаутамаҡ ҡ. эшсе йәштәр мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 й. алып Ҡытау‑Ивановка, Силәбе ҡҡ. комсомол...

БАСКАКОВ Николай Александрович

БАСКАКОВ Николай Александрович (9.3.1905, Вологда губернаһы Сольвычегодск ҡ. — 25.8.1996, Мәскәү ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1951), профессор (1969). Төрөкмән ССР‑ының (1962), Ҡаҙаҡ ССР‑ының (1967), РСФСР‑ҙың (1967), Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1960) атҡаҙанған фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлағандан...

БАСКЕТБОЛ

БАСКЕТБОЛ (ингл. basket — кәрзин һәм ball — туп), спорт төрө, спортсылар тупты бер-береһенә тапшырып, ҡаршы яҡтың сеткалы ҡулсаһына (кәрзингә) ташлау маҡсатын ҡуйған команда спорт уйыны. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. алып үҫешә. 1923 й. Өфөнөң ирҙәр йыйылма командаһы Волга буйы Олимпиадаһында 2‑се...

БАСКО-ЛТД, ЯСЙ

“БАСКО-ЛТД” производство-коммерция фирмаһы, ЯСЙ. Сәнәғәт ҡорамалдары, машиналар һәм механизмдар лизингыһын, пр‑тие м‑н идара итеү б‑са программалар эшләү һәм ғәмәлгә индереүҙе, иҫәп-хисап техникаһын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереүҙе тормошҡа ашыра; энергетика өлкәһендә инжиниринг һәм консалтинг хеҙмәттәрен...

БАСМАНОВ Гавриил Иванович

БАСМАНОВ Гавриил Иванович [1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 1.3.1945, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 74‑се уҡсылар дивизияһы...

БАСТРА

“БАСТРА” страховкалау компанияһы. Юридик һәм физик шәхестәргә страховкалау хеҙмәттәрен күрһәтә. Компания составына Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. 2 вәкиллек ингән. 2006 й. 7 кеше эшләгән. 1992 й. Өфөлә “Мединвест” акционерҙар мед. страховкалауы йәмғиәте булараҡ нигеҙ һалына, 1995 й. алып «“Б.” страховкалау...

БАСТРУК

БАСТРУК, осланған бүрәнәләр м‑н кәртәләнгән һәм тыштан соҡор м‑н уратып алынған нығытылған торама пункт. Төҙөү тибы б‑са тура (бүрәнәләре ергә вертикаль рәүештә ҡаҙып ултыртылған) һәм ҡыя (ауышлыҡ м‑н) Б., ш. уҡ торлаҡ (даими гарнизонлы, 100—200 кеше) һәм туҡталыу (ҙур булмаған стрелец отрядтары йәшәү...

БАСЭТ

“БАСЭТ” ғилми-производство предприятиеһы, ЯСЙ. Электротехник продукция етештерә: һыуҙа, һауала, майлы һәм агрессив мөхиттә эшләүөсөн торбанан торған электр йылытҡыстары, электр калориферҙары, таш электр мейестәре, йылылыҡ вентиляторҙары һ.б. Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. Составы: электротермик...

БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 56 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Әлбәк күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 507 кеше; 1959 — 447; 1989 — 373; 2002 — 317; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

БАҪМАН

БАҪМАН, нуғай мырҙаһы (15 б. 2‑се ярт.). Иҙеүкәй нәҫеленән. 15 б. һуңғы сирегендә Башҡортостандың көньяҡ өлөшө м‑н идара итә. Б. ставкаһы — Аҡтүбә — Яйыҡ й. буйында (хәҙ. Ырымбур ҡ.) урынлашҡан була. Б. 17 мең көймәле арбанан торған урҙаһы Ағиҙел, Яйыҡ йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйлап күсеп йөрөй....

БАҪМАСЫЛЫҠ

БАҪМАСЫЛЫҠ (төрки баҫмаҡ — һөжүм итеү), Урта Азия төрки халыҡтарының Совет власына ҡаршы баш күтәреүселәр хәрәкәте. Хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың үҙ атамаһы — “мөжәһиттәр”, “ҡорбаштар”. 1918 й. февр. “Коканд автономияһы” (1917 й. нояб. — 1918 й. февр. Төркөстан авт. хөкүмәте) ҡолатылғандан һуң башлана,...

БАҪЫМ

БАҪЫМ, фонетик саралар ярҙамында телмәр берәмектәрен (ижек, һүҙ, һүҙбәйләнеш) айырыу. Һүҙ, такт һәм фраза Б. була. Б. айырым төрө — логик Б. (һөйләмдә мәғәнәүи көскә эйә булған һүҙҙе айырыу). Б. төрлө ысулдар м‑н тормошҡа ашырыла: тын сығарыу көсө м‑н (көс Б., йәки экспираторлы Б.); тауыш тоны юғарылығын...

БАҪЫУ, Архангел р‑нындағы ауыл

БАҪЫУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 119 кеше; 1959 — 254; 1989 — 139; 2002 — 152; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

БАҪЫУСЫЛЫҠ

БАҪЫУСЫЛЫҠ, баҫыу культуралары продукцияһы етештереү; үҫемлекселек тармағы. Баҫыу культураларын баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр; ҡулланылышы б‑са ҡауын‑ҡарбуз культуралары, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, бүлбелеләр һәм тамыраҙыҡтар, май биреүсе культуралар, наркотик, сүс...

БАТАЙ Жан

БАТАЙ Жан (19.1.1939, Монлюсон ҡ., Франция), инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Физика ф. д‑ры (1968), проф. (1978). Юғары астронавтика һәм йыһанды өйрәнеү милли мәктәбен (Париж, 1961), Париж ун‑тын (1962) тамамлаған. 1961—70 йй. Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (Париж) хеҙм‑ре, 1970 й....

БАТАЛИН Юрий Петрович

БАТАЛИН Юрий Петрович [28.7.1927, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡалҡан а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 22.7.2013, Мәскәү], дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1983), проф. (1990). С.М.Киров ис. Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) төҙөлөш идаралығы прорабы, өлкән прорабы,...