Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРУЕВЦЕВ Михаил Иванович

ТРУЕВЦЕВ Михаил Иванович (9.1. 1903, Пенза губ. Николо‑Пестровка а. — ?), йырсы (лирик‑драматик баритон). РСФСР‑ҙың (1965) һәм БАССР‑ҙың (1949) атҡ. артисы. Ленинград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1938) Һарытау, Куйбышев, Горький ҡҡ. эшләгән. 1947 й. алып БДОБТ, 1957—67 йй. Үзбәк ССР‑ының Ә.Науаи...

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич (6.1. 1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Воскресенское а., хәҙ. Ырымбур өлк. Гай р‑ны Воскресенка а. — 1994, Мәскәү), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1950—70 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй. “Һаумы, дала!” (“Здравствуй,...

ТРУБИНА Татьяна Борисовна

ТРУБИНА Татьяна Борисовна (18.11. 1963, Өфө), гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Н.Н.Глебованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй (2002 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2002 й. башлап...

ТРУБИН Владимир Борисович

ТРУБИН Владимир Борисович (21.4. 1967, Өфө), гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Йөҙөү б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1991), тетратлон (ҡотҡарыу күпбәйгеһе) б‑са 2 тапҡыр Европа кубогын яулаусы. Н.Н.Глебованың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй, 1996 й. алып...

ТРУБАНОВ Владимир Евгеньевич

ТРУБАНОВ Владимир Евгеньевич (28.10.1976, Салауат ҡ. — 19.8.1996, Грозный, тыуған яғында ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1998). 1995—96 йй. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 1995 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә. РФ ЭЭМ‑ының Эске ғәскәрҙәре Себер округының 5427‑се ғәскәри часында...

ТРОШКИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

ТРОШКИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Яңы Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 39 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 252 кеше; 1920 — 486; 1939 — 422; 1959 — 238; 1989 — 233; 2002 — 288; 2010 — 284 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....

ТРОШИНА Наталия Борисовна

ТРОШИНА Наталия Борисовна (21.10. 1949, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2007). ЛДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып Диңгеҙ биол. ин‑тында (Владивосток ҡ.), 1980—2013 йй. — Биохимия һәм генетика ин‑тында (1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре бойҙай һәм картуфтың...

ТРОШИН Алексей Васильевич

ТРОШИН Алексей Васильевич (6.4.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а. — 3.4.2008, Киев), танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Хәрби-сәйәси акад. тамамлаған (Мәскәү, 1968). Стәрлетамаҡ р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләгән. 1943 й. алып Совет...

ТРОЦКИЙ Лев Давидович

ТРОЦКИЙ Лев Давидович [ысын исеме Бронштейн Лейба; 25.10. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6.11) 1879, Херсон губ. Яновка а. — 21.8.1940, Мехико], революция хәрәкәте эшмәкәре, сәйәси, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1897 й. алып РСДРП ағзаһы. 1905—07 йй. революцияла ҡатнашыусы. Одесса 6 класлыҡ уч‑щеһын, Александр...

ТРОФИМУК Андрей Алексеевич

ТРОФИМУК Андрей Алексеевич (3.8. 1911, Гродно губ. Хветкович а. — 25.3.1999, Новосибирск ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА акад. (1958), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), геол.-минералогия ф. д‑ры (1949), проф. (1960). Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы...

ТРОФИМОВА Ирина Александровна

ТРОФИМОВА Ирина Александровна (29.10.1929, Ленинград), педагог. Проф. (2002). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы М.Ф.Романова), Ленинград консерваторияһын (1952; педагогы А.Я. Ваганова), А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин‑тын (1957; педагогы С.С.Данилов)...

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович (20.12. 1938, Ырымбур өлк. Константиново а. — 5.9.2009, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Пенза художество уч‑щеһын тамамлаған (1962). Рус сәнғәтенең реалистик традицияларын дауам итеүсе. Әҫәрҙәре тарихи дәүерҙәрҙе, замандаштарының тормошон...

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы (2.4.1922, Новониколаевск ҡ. — 23.11.1985, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1960), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү авиация ин‑тын тамамлаған (1955). 1960 й. алып БАХИ-ла: металдар технологияһы каф. мөдире, 1968...

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич (21.11.1943, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1997). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1970—2008 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында: 1982 й. башлап өлкән, 1994 й. алып һәм 1999 й. —...

ТРОМБОФЛЕБИТ

ТРОМБОФЛЕБИТ, тамыр киңлегендә тромб барлыҡҡа килтереп, ҡан тамырҙары көбө шешеүе. Өҫкө (тире аҫты) һәм тәрән (флеботромбоз) веналар; бала тапҡандан һуңғы, операциянан һуңғы, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе ваҡытындағы; үҫә барған (эрерәк ҡан тамырҙарына таралғанда) һәм септик (тромб тарҡалғанда уның...

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ, троллейбус туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге троллейбус депоһы 1961 й. Стәрлетамаҡ ҡ. төҙөлә, паркта 15 троллейбус иҫәпләнә, троллейбус линияһының оҙонлоғо 12,7 км тәшкил итә. 1989 й. 2‑се депо сафҡа индерелә. 1962 й. Өфөлә 1‑се депоның тәүге сираты эшләй башлай, троллейбустар...

ТРОЛЛЕЙБУС

ТРОЛЛЕЙБУС (ингл. trolleybus), ҡала транспорты төрө; вагон тибындағы кузовлы, пневмотәгәрмәсле һәм приводы токты ике сымлы контакт линияһынан алған электр двигателе булған транспорт сараһы. Ике күсәрле һәм күп күсәрле Т. айырыла. Башҡортостан троллейбус заводы тарафынан 1998 й. тәүге Т. сығарыла, 2000...

ТРОИЦКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ТРОИЦКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 767; 1939 — 750; 1959 — 1075; 1989 — 633; 2002 — 669; 2010 — 630 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ТРОИЦКИЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

ТРОИЦКИЙ, И в а н е н к о, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1089 кеше; 1939 — 1454; 1959 — 691; 1989 — 269; 2002 — 445; 2010 — 408 кеше. Урыҫтар, украиндар...

ТРОИЦКАЯ Любовь Николаевна

ТРОИЦКАЯ (Троицкая‑Зайдентрегер) Любовь Николаевна (6.10.1911, Ҡазан — 9.4.1995, Өфө), йырсы (сопрано), педагог. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1941; Л.Н.Балановская класы) педагог‑вокалист, 1944 й. алып Респ. лекторийының художество етәксеһе, 1948—49...