Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОҘЛО ТУПРАҠ

ТОҘЛО ТУПРАҠ, ҡоро климат һәм йыуылмаусы һыу режимы шарттарында тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий йыйылғанда (күләмдең 10—70%‑ы) урман‑дала, дала һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т.т. профиле тупраҡ горизонттарына аныҡ бүленә: һорғолт төҫтәге серетмәле татырлыҡ...

ТОҘЙЫЛҒА, йылға

ТОҘЙЫЛҒА, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Айыулы тауынан төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Таҡаты һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Ғафури р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 669 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 55 км, басс. майҙаны 355 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ, аш тоҙо сығарыу. Башҡорттар Т.с.к. м‑н Тоҙтүбә ҡ. янындағы Илек һәм Яйыҡ йй. араһында шөғөлләнгән. Башҡортостанда тоҙ сығарыуҙың таш (кристаллы тоҡомдарҙы ҡырҡып), һирәгерәк ултырма (тоҙло күл төбөнән) ысулдарын файҙаланғандар йәки ҡайнатып алғандар (тоҙло һыуҙы парға әйләндереп)....

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ, хлорлы водород к‑таһы, HCl, көслө бер нигеҙле к‑та, хлорлы водородтың һыу эретмәһе. Ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса, техник Т.к. хлор, тимер тоҙҙары ҡушылмалары булғанға һарғылт йәшел төҫтә. Макс. ҡуйылығы яҡынса 36%, тығыҙлығы 1180 кг/м3; һауала “төтәй”. Химик яҡтан актив, кире нормаль потенциалы...

ТКАЧЕНКО Яков Тарасович

ТКАЧЕНКО Яков Тарасович (15.7. 1906, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Деевка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Золотоношка а., — 15.10.1979, Свердловск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ р‑нының “Маяҡ” к‑зында эшләгән, Магнитогорск металлургия комб‑тын төҙөүҙә ҡатнашҡан;...

ТКАЧЁВ Валентин Филиппович

ТКАЧЁВ Валентин Филиппович (7.2.1933, Белорус ССР‑ы — 17.3. 2008, Өфө), тау инженеры‑гидрогеолог. БР‑ҙың атҡ. геологы (1985). Ленинград тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) “Башкиргеология” ПБ‑нда эшләй: техник‑гидрогеолог, 1958 й. башлап йыйылма гидрогеология партияһының, 1960 й. — Башҡ‑н гидрогеология...

ТИЩЕНКО Виктор Елисеевич

ТИЩЕНКО Виктор Елисеевич (15.3. 1927, Белорус ССР‑ы Берёзки а.), инженер‑иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1976) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1980). Львов политехник ин‑тын (1951), И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын (1956) тамамлаған....

ТИШИНА Анастасия Фёдоровна

ТИШИНА Анастасия Фёдоровна (25.12.1914, Орлов губ. Мураевка а. — 11.10.2002, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1935 й. алып “Ҡыҙыл таң” з‑дында (Ленинград), 1942—71 йй. Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында эшләй. Т. тарафынан хеҙмәт етештереүсәнлеген 2 тапҡырға арттырыуға булышлыҡ иткән метчик конструкцияһын...

ТИХОНОВ Сергей Иванович

ТИХОНОВ Сергей Иванович (18.5. 1958, Өфө), тренер. Фехтование б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1976). Үҙәк физик культура ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1979). “Зенит” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары И.Н. Кудрявцева, Л.Г.Лейтман, В.И.Тимофеев). 1979...

ТИХОНОВ Пётр Трофимович

ТИХОНОВ Пётр Трофимович [8.7. 1914, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Елшанка а. (Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны) — 6.7.1993, Өфө], ветеринар врач, физиолог. Биол. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң...

ТИХОНОВ Александр Николаевич

ТИХОНОВ Александр Николаевич [20.11.1931, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Поташевка а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 16.3.2003, Мәскәү], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). РФ‑тың (1997), Үзбәк ССР‑ының (1982) һәм Сыуаш Респ. (1990) атҡ. фән эшмәкәре. Сәмәрҡәнд ун‑тын тамамлаған (1955), 1956 й....

ТИХОН

ТИХОН [донъяуи исеме Бел(л)авин Василий Иванович; 19.1.1865, Псков губ. Клин а. — 7.4.1925, Мәскәү], дин әһеле, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы (1917—25). Дини тәғлимәт канд. (1888). Митрополит (1917), архиепископ (1905), архимандрит (1892). Монахлыҡ ҡабул иткән (1891). Псков дини семинарияһын (1884),...

ТИХОМИРОВ Анатолий Георгиевич

ТИХОМИРОВ Анатолий Георгиевич [23.3.1899, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 17.4.1980, Өфө], хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1954). Рус музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһендә музыка кластарын тамамлағандан һуң (1919; В.И. Горшков һәм М.В.Вологдин...

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич (?—5.1774), Минзәлә ҡ. Смоленск шляхтичтарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд‑майор. Шляхтич (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1767 й. алып Минзәлә хәрби командаһы начальнигы. Комиссияға шляхтичтарға ергә һалым индереүҙе тыйыу һәм башҡа һалымдарҙы бөтөрөү, беркетелгән...

ТИТОВ Вячеслав Михайлович

ТИТОВ Вячеслав Михайлович [11.5. 1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 3.5.2010, Стәрлетамаҡ ҡ.], инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). РФ‑тың (1995) һәм БР‑ҙың (1991) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы тимер юлсыһы (1995). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1966 й. алып Стәрлетамаҡ...

ТИТОВ Василий Фёдорович

ТИТОВ Василий Фёдорович [23.3. 1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.11.2000, Черновцы ҡ., Украина], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Көнбайыш, Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се уҡсылар корпусының...

ТИТОВ Борис Иванович

ТИТОВ Борис Иванович (20.12.1903, Омск ҡ. — 1992, Свердловск өлк. Белоярская Застава ҡсб), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1925 й. алып Урал өлк. эшләй (1930 й. башлап Михайловка район кооператив икмәк союзының өлкән агрономы). 1931 й. алып Силәбе өлк. Лебяжье р‑нының Лопаткин МТС‑ында, 1937 й. — Бөрө район...