Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИМЕРКӘЕВ Анатолий Тимершә улы

ТИМЕРКӘЕВ Анатолий Тимершә улы (2.1.1952, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Һаҙ а.), шағир. Марий Эл Респ. халыҡ шағиры (2012), атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Мари пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) Мари китап нәшриәтендә (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1988 й. алып “Ончыко” (“Алға”) ж. баш мөхәррире (бөтәһе лә — Йошкар‑Ола)....

ТИМЕРҒӘЛИНА Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы

ТИМЕРҒӘЛИНА Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы [31.1.1910, Екатеринбург губ. Шадринск өйәҙе Ҡәнзәфәр а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 26.2. 1939, Мәскәү], йәмәғәт эшмәкәре. 1929 й. алып Башҡ‑н өлкә йәш пионерҙар бюроһы рәйесе, ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1931 й. — 1‑се секретарь....

ТИМЕРҒӘЛИЕВА Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы

ТИМЕРҒӘЛИЕВА Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (24.5.1949, БАССР‑ҙың Борай районы Ҡотлояр а. — 14.9.2020, Ҡазан ҡ.), йырсы. ТАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡаҙанған (1987) артисы, БР‑ҙың халыҡ артисы (2020). Башҡ. республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971). 1976–98 йй. Тат. филармонияһының...

ТИМЕРҒӘЗИНА Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы

ТИМЕРҒӘЗИНА Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы (9.9.1938, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Бүре а.), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1969). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1956; педагогы Н.В.Балтасиева) БДОБТ балеты солисы, 1978 й. алып балетм., 1983 й. — педагог‑репетитор, 1993—95 йй. Силәбе опера...

ТИМЕРҒӘЗИН Ҡадир Рәхим улы

ТИМЕРҒӘЗИН Ҡадир Рәхим улы (5.2.1913, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Аҡсыуаш а., хәҙ. Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Сабаҡкүл а., — 4.4.1963, Өфө), геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан...

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО, Кесе Етегәндең α‑һы, үҙгәреүсе йондоҙ (һары‑аҡ ифрат гигант). Яҡтылығы 4 тәүлек тирәһе период м‑н үҙгәргән өс йондоҙҙан торған система. Уртаса визуаль йондоҙ дәүмәле 2m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 100 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 430 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ...

ТИМЕРБУЛАТОВ Мәхмүт Вил улы

ТИМЕРБУЛАТОВ Мәхмүт Вил улы (24.1.1974, Өфө ҡ.), хирург. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2018), БР ФА профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2018). В.М.Тимербулатовтың улы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй (2010...

ТИМЕРБУЛАТОВ Зөфәр Мөхтәр улы

ТИМЕРБУЛАТОВ Зөфәр Мөхтәр улы (3.9.1951, Ишембай ҡ.), журналист, дәүләт эшмәкәре. Филос. ф. канд. (2006). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). БР‑ҙың мәғариф отличныгы (2008). Журналистар союзы ағзаһы (1980). СДПИ‑ны (1973), Свердловск юғары партия мәктәбен (1986), Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының...

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы [1.6.1952, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай районы)], хирург. РФА‑ның (2014), Рәсәй медицина ФА‑ның (2005) мөхбир ағзаһы, БР ФА академигы (2009), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2005), БР‑ҙың (1991),...

ТИМЕРБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ТИМЕРБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 468 кеше; 1920 — 704; 1939 — 537; 1959 — 422; 1989 — 326; 2002 — 314; 2010 — 298 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ТИМЕРӘК, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТИМЕРӘК, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 307; 1939 — 285; 1959 — 266; 1989 — 141; 2002 — 132; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТИМЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТИМЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 320 кеше; 1920 — 497; 1939 — 322; 1959 — 303; 1989 — 139; 2002 — 115; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы...

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ТИМЕР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Тимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 25 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 421 кеше; 1920 — 453; 1939 — 348; 1959 — 312; 1989 — 420; 2002 — 469; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ ДЕТАЛДӘРЕ ЗАВОДЫ

ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ ДЕТАЛДӘРЕ ЗАВОДЫ, “РЖДстрой” ААЙ филиалы. Өфөлә урынлашҡан. Составына тимер‑бетон һәм ағас эше цехтары (икеһе лә 1937 й. нигеҙләнгән) инә. 2005 й. 58 кеше эшләгән. Продукцияһын төп ҡулланыусылар: Куйбышев т. юлы пр‑тиелары, трестың төҙөлөш поездары. 1937 й. Сызрань...

ТИМЕР‑БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТИМЕР‑БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР, тимер‑бетондан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са – терәк һәм кәртәләүсе; яһау ысулы б‑са монолит (төҙөлөш урынында ҡорола), йыйылма (заводта етештерелә һәм төҙөлөш урынында монтажлана) һәм йыйылма‑монолит (йыйылма элементтар монолит бетон м‑н берләштерелә)...

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1991 й

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1991 й. “Башуралэнергострой” тресы составында Нефтекама тимер‑бетон изделиелар з‑ды булараҡ ойошторола, 2002 й. алып “Тимер‑бетон изделиелар заводы” ЯСЙ, 2012 й. ябыла. Составына арматура, бетон бутағыстар, форма эшләү һәм ярҙамсы цехтар (бөтәһе лә 1991 й. нигеҙләнгән)...

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1959 й

ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1959 й. Өфөлә “Башнефтезаводстрой” тресы составында трестың ярҙамсы пр‑тиелары контораһы (1945 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторола, 1993 й. алып бүлендек пр‑тие, 2005 й. ябыла. Составына кислород (1939 й. асылған), асфальт‑бетон, арматура, эре панелле йорттар төҙөү (бөтәһе...

ТИМЕР‑БЕТОН

ТИМЕР‑БЕТОН, монолит төҙөлөш материалы, бетон ҡатышмаһын ҡорос арматура м‑н берләштереү технологияһы б‑са эшләнә. Бетон м‑н арматураның Т.‑б. уртаҡлығы уларҙың ныҡ тоташыуы һәм һыҙыҡлы киңәйеү т‑раһының коэф. ҡиммәттәре яҡынлығы (‑40° алып 60°C тиклем) м‑н тәьмин ителә. Ябай һәм алдан ҡатырылған (ярылыуға...

ТИМЕР ЮЛДАР

ТИМЕР ЮЛДАР, хәрәкәт иткән махсус составтар (локомотив һәм вагондар) өсөн тәғәйенләнгән рельслы юлдар; илдең берҙәм транспорт селтәренең ҡушма өлөшө. Техник саралар комплексы — хәрәкәт иткән состав (ҡара: Тимер юл транспорты), яһалма ҡоролмалар (күперҙәр, эстакадалар, туннелдәр), станциялар, автоматика...

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ ТЕХНИКУМЫ

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ ТЕХНИКУМЫ, Өфө т. юл транспорты техникумы 1959 й. асыла, 2009 й. башлап Өфө тимер юлдары ин‑ты — Һамар дәүләт тимер юлдар университеты филиалы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: т. юл транспортында автоматика һәм...