Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СКВОРЧИХА, Ишембай р‑нындағы ауыл

СКВОРЧИХА, Ҡ о л о н, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Юрғаш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1309; 1939 — 1539; 1959 — 687; 1989 — 489; 2002 — 441; 2010 — 459 кеше....

СКВОРЦОВ ЦИМБЕЛЛАҺЫ

СКВОРЦОВ ЦИМБЕЛЛАҺЫ (Cymbella skvortzowii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡапҡастары ярым эллипс формаһында, асимметрик, ҡабарынҡы арҡа һәм ҡорһаҡ сите тура тиерлек, оҙонлоғо 25,9— 67,2 мкм, киңлеге 11,2—24,0 мкм; остары суҡыш рәүешле һуҙылған, киң йомрайтылған, радиаль, шыма ҡырҙар рәүешендә...

СКВОРЦОВ КОККОНЕИСЫ

СКВОРЦОВ КОККОНЕИСЫ (Cocconeis skvortzowii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡтар төрө. Ҡапҡастарының оҙонлоғо 14—36, киңлеге8—22 мкм. Ике ҡапҡасы ла киң ланцет формаһында, уларҙағы штрихтар ҡыҫҡа, пунктир, радиаль, бер нисә буй тулҡынлы структураһыҙ һыҙыҡтар м‑н өҙөлгән. Аҫҡы ҡапҡасы еп рәүешле йөйлө. Һыуҙың...

СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ

СКВАЖИНАЛАРҘЫ ГЕОФИЗИК ТИКШЕРЕҮ киҫелештең геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, ятҡылыҡ үҙләштереүҙе контролдә тотоу, скважинаның техник торошон баһалау һ.б. өсөн скважинала тәбиғи йәки яһалма физик ҡырҙарҙың параметрҙарын үлсәүгә нигеҙләнә. Электр, магнит, радиоактив, термик, акустик, сейсмик, механик һ.б. ысулдар...

СКВАЖИНАЛАР ТЕРМОМЕТРИЯҺЫ

СКВАЖИНАЛАР ТЕРМОМЕТРИЯҺЫ, төрлө ҡоролмалар ҡулланып скважина көпшәһе эсендәге т‑раны үлсәү; скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулы. Т‑раның тәбиғи (геотермик) бүленеүен һәм скважиналарҙы быраулау, цементажлау, перфорациялау, эксплуатациялау м‑н бәйләнгән йылылыҡ аномалияларын өйрәнергә мөмкинлек бирә....

СКВАЖИНА

СКВАЖИНА, файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау һәм сығарыу, тау тоҡомдарының составын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен өйрәнеү, шартлатыу эштәрен башҡарыу өсөн Ер ҡабығында быраулау инструменты м‑н үткәрелгән цилиндрик яһалма көпшә. Тамағынан (ер өҫтөнә сығыу урыны), забойҙан (төбө), шахта үҙәгенән һәм башҡа элементтарҙан...

СКАЧИЛОВ Владимир Анатольевич

СКАЧИЛОВ Владимир Анатольевич (6.7.1923, Өфө — 7.2.1996, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. канд. (1972). РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1964) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) Ҡырмыҫҡалы р‑нында эшләй: район дауаханаһының баш табибы, 1949 й. алып Алайғыр...

СКАУТИЗМ

СКАУТИЗМ (ингл. scout — разведчик), 7—21 йәшлек граждандарҙы тәбиғәтте танып белергә, һөнәрҙәргә өйрәтеү һәм уйындарҙан торған мәктәптән тыш тәрбиә системаһы. Төп маҡсаты — шәхестең физик, рухи һәм аҡыл яғынан үҫешенә булышлыҡ итеү. 1907 й. Бөйөк Британияла нигеҙ һалына. Рәсәйҙә малайҙар__өсөн тәүге...

СКАРЛАТИНА

СКАРЛАТИНА (итал. scarlattina), киҫкен инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөнә ҡараған гемолитик стрептококк, тышҡы мөхит шарттарына тотороҡло, дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Йышыраҡ 3—10 йәштәге балалар ауырый. Типик (еңел, уртаса ауырлыҡта һәм ауыр) һәм атипик (юйылған, гипертоксик, экстрабуккаль)...

СКАЛОН Антон Данилович

СКАЛОН Антон Данилович (1722, Лифляндия губ. — 1777, Себер губ. Усть‑Каменогорск ҡәлғәһе), хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1776). 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735 й. алып рус армияһында. 1765 й. башлап Себер сик һыҙығында драгун полкы командиры....

СКАЛОЗУБОВ Николай Лукич

СКАЛОЗУБОВ Николай Лукич (29.10.1861, Кострома ҡ. — 19.2.1915, Тубыл губ. Ҡурған ҡ.), агроном, этнограф. Пётр игенселек һәм урман акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1885) Красноуфимск өйәҙендә эшләй, 1894—1905 йй. Тубыл губ. агрономы. Себерҙә иген культуралары селекцияһы, май һығыу тармағы үҫеше мәсьәләләрен,...

СКАЛДИН Олег Алексеевич

СКАЛДИН Олег Алексеевич (11.1. 1957, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1976 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында эшләй: 1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1989 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...

СИХЫР

СИХЫР, ҡ а р а м а г и я, объектҡа негатив биоэнергетик йоғонто яһап, уның гармонияһын боҙоу, өҙөү маҡсатын ҡуйған (үлем, ауырыу, рух төшөнкөлөгө саҡырыу, ғаилә боҙоу һ.б.) йолалар. Аҡ магиянан айырмалы рәүештә, С. башҡарыусы (сихырсы) ярҙам һорап яуыз ендәргә, ҡара көстәргә мөрәжәғәт итә, шуға ла С....

СИХОНКИН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

СИХОНКИН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1115 кеше; 1920 — 1379; 1939 — 1531; 1959 — 1266; 1989 — 806; 2002 — 896; 2010 — 891 кеше. Сыуаштар йәшәй...

СИФИЛИС

СИФИЛИС, хроник, системалы ҡабатланып торған йоғошло ауырыу, башлыса енси юл аша йоға. Тыуҙырыусыһы — Treponema pallidum (төҫһөҙ трепонема). Инфекция көнкүреш йәки трансплацентар (тыумыштан бул- ған С.) юл м‑н йоғоуы мөмкин. Беренсел (6—8 аҙна), икенсел (2— 5 йыл) һәм өсөнсөл (бер нисә йылдан унлаған...

СИФАТ

СИФАТ, исемдән килгән предметтың, ваҡиғаның йәки башҡа берәй билдәнең даими билдәһен (сифатын, үҙенсәлеген) аңлатҡан һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә төп һәм шартлы сифат була. Төп С. предмет һәм күренештәрҙең тәбиғәтенә хас булған билдәләрҙе аңлата: төҫ, мәҫ., “ҡыҙыл”, “алһыу”; кеше һәм хайуандарҙың физик...

СИТКӘ КИТЕП ЭШЛӘҮ

СИТКӘ КИТЕП ЭШЛӘҮ, крәҫтиәндәрҙең ваҡытлыса эшләү өсөн даими йәшәгән урынынан сәнәғәт һәм а.х. үҫешкән райондарға китеүе. 17 б. барлыҡҡа килеп, Крәҫтиән реформаһынан һуң үҫеш алған. Башҡортостанда киң таралған ситтәге кәсептәр булып алпауыт имениеларында һәм хәлле крәҫтиәндәр хужалығында миҙгелле баҫыу...

СИТЕК

СИТЕК, башҡорт кейемендә йомшаҡ күндән тегелгән оҙон ҡуныслы традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. Ирҙәрҙеке — ҡара йә һоро, ҡатын‑ҡыҙҙыҡы төрлө төҫтән (йәшел, һары, ҡыҙыл) булған.__ Ҡатын‑ҡыҙ С. ҡайылған йөйҙәр, күн аппликация м‑н биҙәлгән, йыш ҡына контурлы сигеү м‑н аралаштырылған....

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы (22.1. 1934, Өфө — 20.7.1998, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Татнефтегазразведка” тресының (Ҡазан) өлкән инженеры, участка начальнигы. 1960 й....

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы (1.12.1958, Октябрьский ҡ.), скрипкасы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2012), проф. (2012). РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). ӨДСИ‑не (1983; М.Е.Швайштейн класы), Ҡазан консерваторияһында ассистентура‑стажировканы (1987; Ф.П.Старателева...