Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЕ..., ДЕЗ...

ДЕ..., ДЕЗ... (лат. de...; фр. de..., des...), берәй нәмәнең булмауы, юҡҡа сығыуы, юҡ ителеүе (мәҫ., денитрификация, дефолианттар) йәки аҫҡа ҡарай хәрәкәт, төшөү мәғәнәләрен аңлатҡан приставка. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ДЕБУ Иосиф Львович

ДЕБУ Иосиф Львович (19.12.1774, Ливорно ҡ., Тоскана — 10.4.1842, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1832), ген.‑майор (1816). 1806—07 йй. рус‑прус‑француз һуғышында, 1806—12 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1781 й. Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә. 1793—1826 йй. рус армияһында. 1807 й. алып Азов...

ДЕВЛИКАМОВ Владимир Владимирович

ДЕВЛИКАМОВ Владимир Владимирович [28.7.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 8.3.1987, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1983), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың...

ДЕВОН

ДЕВОН, девон системаһы (осоро), палеозойҙың дүртенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 416,0±2,8 млн йыл, тамамланыуы — 359,2±2,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла Р.Мурчисон һәм А.Седжвик тарафынан 1839 й. айырып күрһәтелә, Девоншир графлығы исеме буйынса атала. Д. аҫҡы, урта, өҫкө...

ДЕГӘНӘК

ДЕГӘНӘК, әрекмән (Arctium), астра һымаҡтарғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияның урта бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. 50—200 см бейеклектәге ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, осонда тармаҡлы. Япрағы аҫ яҡтан үрмәксе ауы һымаҡ төклө, һаплы: тамыр яны япраҡтары —...

ДЕГТЯРЁВ Александр Николаевич

ДЕГТЯРЁВ Александр Николаевич (8.4.1952, БАССР‑ҙың Бөрө районы Иҫке Петров а.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (1997). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре...

ДЕГТЯРЁВ Анатолий Николаевич

ДЕГТЯРЁВ Анатолий Николаевич [19.10.1930, Красноусол р-ны Табын а. (БР-ҙың Ғафури р-ны)], конструктор. Техник ф. канд. (1991). Почётлы авиатөҙөүсе (1990). Томск политехник ин‑тын тамамлаған (1958). 1950—54 йй. Өфөнөң 210‑сы заводында эшләй. 1958 й. алып (өҙөклөк м‑н) Өфөнөң “Молния” ҒПП‑нда: инженер,...

ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна

ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна (19.9.1957, Аҡтүбә ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй: 2000 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2014 й. башлап Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович

ДЕГТЯРЬ Николай Иванович (27.12.1916, Полтава губернаһы Шевченко а. — 3.8.1986, Октябрьский ҡ., Украина ССР‑ы Котельва ҡсб ерләнгән), лётчик, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби авиация училищеһын (1938), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын...

ДЕДОВ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ДЕДОВ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 574; 1939 — 522; 1959 — 475; 1989 — 448; 2002 — 331; 2010 — 328 кеше. Урыҫтар...

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—6 бб. аҙ. ҡарай. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһында Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Дежнев а. исеме м‑н аталған. 1958 й. асыла һәм 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1961 й. А.Х.Пшеничнюк, 1966 й. С.М.Васюткин, 1968—69 йй. М.Х.Садиҡова, 1974 й. Н.Г.Рутто,...

ДЕЖНЕВ, ауыл Черниковка эсендә

ДЕЖНЕВ, ауыл, 20 б. 30-сы йй. аҙ. Черниковка эшселәр ҡсб. (ҡар.: Черниковск) эсендә. 1849 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 2‑се ярт. Колокольцевтарҙың крәҫтиәндәре тарафынан) Өфө өйәҙендә алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 29 йортта 178 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр....

ДЕЙЕҮ

ДЕЙЕҮ, башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе, күп башлы ғифрит. Иран мифологияһындағы дейеү образына барып тоташа. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары, “Киҫекбаш китабы” дастаны, әкиәттәр (“Ҡыҙ, егет, дейеү”, “Ҡарт менән дейеү”, “Һаламбай” һ.б.) һ.б. персонажы. Ир‑ат, һирәгерәк...

ДЕЙТЕРОМИЦЕТТАР

ДЕЙТЕРОМИЦЕТТАР, камил булмаған бәшмәктәр (Deuteromycetes), бәшмәктәр класы. 5 тәртибе (агономицеттар, бластомицеттар, гифомицеттар, меланконий һымаҡтар, сферопсидалылар), 17 меңдән ашыу төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 5 тәртибе, бер нисә мең төрө бар. Д. күп ядролы күҙәнәктәрҙән торған яҡшы үҫешкән,...

ДЕКАБРИСТАР

ДЕКАБРИСТАР, 19 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә йәшерен йәмғиәттәрҙә ҡатнашыусылар, улар 1825 й. 14 дек. С.‑Петербургта, 1825 й. 29 дек. — 1826 й. 3 ғин. Киев губ. Белая Церковь а. ҡораллы сығыш ойоштора. Д. күпселеге — дворяндар (башлыса офицерҙар). Ҡораллы түңкәрелеш юлы м‑н крепостной хоҡуҡты бөтөрөү һәм абс....

ДЕКОЛОНГ Иван Александрович

ДЕКОЛОНГ (Клапье де Колонг) Иван Александрович (1716—1789, С.‑Петербург), хәрби инженер. Ген.-поручик (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1733—77 йй....

ДЕКОРАТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ДЕКОРАТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР (лат. decoro — биҙәйем), йәшелләндереүҙә, торлаҡ йорттарҙы, йәмәғәт биналарын биҙәүҙә һ.б. ҡулланылған культуралы һәм ҡырағай үҫемлек төрҙәре. Ағастарға, ҡыуаҡлыҡтарға, күп һәм ике йыллыҡ үҫемлектәргә, йәйгеләргә, ҡыяҡлыларға, һуғанбаштарға һ.б. айырып йөрөтөлә. Декоратив ағастарҙы...

ДЕЛЕВ Владимир Алексеевич

ДЕЛЕВ Владимир Алексеевич (31.1.1965, Сызрань ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1987), 1989 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең физика бүлегендә, 1994 й. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре тышҡы электр ҡыры тәьҫиренән шыйыҡ кристалдарҙың структураһы...

ДЕЛЬТАПЛАН СПОРТЫ

ДЕЛЬТАПЛАН СПОРТЫ, дельтапланеризм, осоп китеү һәм ултырыу планерсының аяғы ярҙамында башҡарылған үтә еңел планерҙар — дельтапландар ҡулланылған авиация спортының бер төрө. Ярыштар баланслау һәм аэродинамик (ҡатнаш) идара ителеүсе дельтапландарҙа үткәрелә. Башҡортостанда Д.с. Өфөлә 20 б. 70‑се йй. уртаһында...

ДЁМА Леонид Васильевич

ДЁМА Леонид Васильевич (18.6.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Михайловка а. — 17.12.2004, Магнитогорск ҡ.), лётчик, гвардия полковнигы (1995). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан инструктор-лётчиктар мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) Силәбе аэроклубы инструкторы булып эшләй....