Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҘЕЛБАЙ Нәжип

ИҘЕЛБАЙ Нәжип (ысын исеме Иҙелбаев Нәжип Сафа улы; 12.3.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. Медногорск ҡ. составында, — 1.10.1991, Өфө), шағир, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1937—38). 1931 й. алып “Ҡыҙыл...

ИҘЕЛБӘК, Ейәнсура р-нындағы ауыл

ИҘЕЛБӘК, Овцевод, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 87 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Ҡаҙанболаҡ й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 442 кеше; 1920 — 516; 1939 — 818; 1959 — 1191; 1989 — 1373; 2002 —...

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы [2.10.1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевск р‑ны) — 8.12.1937, Коми АССР‑ы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914). 1914—17 йй. рус армияһында; 1918—19 йй....

ИҘЕРКӘЙ БАЙМӘКОВ

ИҘЕРКӘЙ БАЙМӘКОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Башҡорттарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. сент. ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Башҡорттарға һәм ҡаҙаҡтарға Пугачёв өндәмәләрен төҙөүҙә ҡатнашҡан. 8—9 нояб. И.Н.Зарубин, Ҡотлогилде...

ИҘЕҮКӘЙ

ИҘЕҮКӘЙ (1352—1419), Алтын Урҙаның хәрби начальнигы, Нуғай Урҙаһына нигеҙ һалыусы. Манғыт ҡәбиләһенән. 14 б. 70‑се йй. Аҡ Урҙа ханы Ырыҫ ваҡытында әмир була, 1376 й. Аҡһаҡ Тимергә ҡушыла. 1377—78 йй. Туҡтамышҡа Күк Урҙала хан булырға ярҙам итә. Туҡтамышҡа ҡаршы ойошторолған фетнәнән һуң (1389) яңынан...

ИҘРИС Ғабдулла

ИҘРИС Ғабдулла [Иҙрисов Абдулла Ғәббәс улы; 1910, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1952 й. декабре (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1953 й. октябре), шунда уҡ], драматург. Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт ин‑тында уҡыған (1935—38). Яҙыусылар союзы ағзаһы. 30‑сы йй. “Коммуна” (ҡара:...

ИҘРИС МӘМЕРЙӘҺЕ

ИҘРИС МӘМЕРЙӘҺЕ, Краснополь, Киҫәташ, Һарай. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы һәм урта карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлешле горизонталь коридор булып тора. Оҙонлоғо 93,0 м,...

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ, палеолиттың археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. һул ярында урынлашҡан. 2 яҙма (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) табылған. И.я.I Иҙрис мәмерйәһенә ингән урында ҡая киртләсендә урынлашҡан. 1934 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла,...

ИҘРИС, Әлшәй р-нындағы ауыл

ИҘРИС, Түбәнге Сураҡай, Әлшәй р-нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Шафран т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 612; 1939 — 583; 1959 — 613; 1989 — 462; 2002 — 445; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар...

ИҘРИС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ИҘРИС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 31 км алыҫлыҡта Обуховка й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 483; 1939 — 363; 1959 — 382; 1989 — 263; 2002 — 205; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар...

ИҘРИС, Салауат р‑нындағы ауыл

ИҘРИС, Краснополье, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Күлекле й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 157; 1939 — 194; 1959 — 228; 1989 — 184; 2002 — 188; 2010 —...

ИҘРИСИ

ИҘРИСИ [Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Абдулла ибн Иҙрис әл-Иҙриси; 1100, Сеута ҡ., Әлмөрәбиҙәр дәүләте — 1161 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1165), Сеута ҡ., Әлмөхиҙәр дәүләте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Кордова ҡ. (Әлмөрәбиҙәр дәүләте) уҡый. 12 б. башында Төньяҡ Африка, Үҙәк Европа, Кесе Азия буйлап...

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы [16.9.1913, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Абзан а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 5.2.1977, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында, 1932—36 йй. Ленинград ҡ., 1940 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эшләй. 1937—39 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл...

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы (17.1.1948, БАССР‑ҙың Ғафури районы Йөҙимән а.), актёр. РФ‑тың атҡаҙанған (2010), БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1979) артисы. Өфө сәнғәт училищеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлағандан һуң 1985 й. тиклем һәм 1998—2021 йй. Салауат башҡорт драма...

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы (18.2.1920, АСБР-ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны 2‑се Мырҙа а. – 4.2.2012, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). БАССР‑ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1945) артисы. 1941—63 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы....

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы [13.4.1944. Чкалов өлк. Домбаровск ҡсб (Ырымбур өлк.)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨМЭЗ‑дә эшләй; 1972—74 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу,...

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы (12.7.1954, Ырымбур ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1980, В.С.Петров класы) 1985 й. тиклем Ульяновск юғары хәрби команда элемтә училищеһы оркестры дирижёры, 1986—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрының...

ИҘРИСОВА Александра Николаевна

ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Морозов утары — 22.6.2012, Өфө ҡ.), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы...

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...

ИҘРИСОВА Миләүшә Абрар ҡыҙы

ИҘРИСОВА Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы (28.12.1961, Өфө), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (2014). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Н.Һ.Аллаярованың, А.Х.Ғабдрахмановтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986) БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Никольский а....