Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛДАР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАЛДАР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 193; 1939 — 98; 1959 — 225; 1989 — 344; 2002 — 373; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар...

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР, тау иленең экзоген процесс тәьҫире арҡаһында емерелеүенән тороп ҡалған тау тоҡомдарының айырым массивтары. Барлыҡҡа килеүе һәм формалары б‑са ашалыу, ел һәм денудация тарафынан емерелеүҙән ҡалған тотороҡло тау тоҡомонан торған Ҡ.т. (денудацион); элекке яйланың таулыҡтарҙағы шаһит Ҡ.т....

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ, продукцияны ағынты һыу, газ ташландыҡтары һәм етештереү ҡалдыҡтарын барлыҡҡа килтермәгән оптималь (матди һәм энергия ағымдары йомоҡ тоташҡан) технологик схемалар б‑са етештереү ысулы. Ҡ.т. төшөнсәһе шартлы, сөнки ысынбарлыҡта тулыһынса ҡалдыҡһыҙ һәм тирә‑яҡ мөхиткә кире тәьҫир...

ҠАЛҠАМАНТИШЕК МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠАЛҠАМАНТИШЕК МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Тимер мәмерйәһе. Бөрйән р‑ны Тимер а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта девон эзбизташтарында  барлыҡҡа килгән. Төньяҡ  һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге  үткелдәрҙән һәм коридорҙарҙан  торған лабиринттан ғибәрәт....

ҠАЛҠАН, күл

ҠАЛҠАН, Урал й.  басс. күл. Учалы р‑ны  Ҡалҡан а. төньяҡ-  көнсығышҡа табан  2,5 км алыҫлыҡта  урынлашҡан. Күл өҫтө  майҙаны 1,8 км2,  оҙонлоғо 2,6 км, уртаса  киңлеге 0,6 км,  уртаса тәрәнлеге 2,9 м  (иң тәрән урыны —  4,7 м), һыу күләме 5,1 млн м3; һыу  йыйыу майҙаны 9,0 км2. Тектоник  күл, ордовик...

ҠАЛҠАН, тау

ҠАЛҠАН, тау, Учалы р‑ны Ҡалҡан а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 663 м, оҙонлоғо 2,6 км, төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң — 1 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы...

ҠАЛҠАН, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАЛҠАН, Учалы р‑нындағы ауыл,  Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т.‑Көнб. табан 26 км һәм Учалы  т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Урал й. буйында  урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. —  1139 кеше; 1920 — 1269; 1939 — 670;  1959 — 382; 1989 — 290; 2002 —  392; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар  йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп ...

ҠАЛҠЫУЛЫҠ

ҠАЛҠЫУЛЫҠ, тирә‑яғындағы терр‑яларға ҡарата күтәренке, абс. бейеклеге 200 м ашыу булған ер өҫтө участкаһы. Төҙөлөшө б‑са тектоник характерҙа (йыйырсыҡлы), барлыҡҡа килеүе денудация (эрозия) м‑н аңлатыла. Ҡ. аныҡ ҡына битләүҙәре юҡ, рельефы йырғыланған, тигеҙ йәки убалы, ашалыуға дусар була. Башҡортостанда...

ҠАЛМАҘАН, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАҘАН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта Ҡалмаҙан й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 227 кеше; 1959 — 212; 1989 — 111; 2002 — 98; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...

ҠАЛМАЗА, Бөрө ҡ. эсендә ауыл

ҠАЛМАЗА, ауыл, 1939 й. алып Бөрө ҡ. эсендә. 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Ҡалмаза бүлендек ауылы булараҡ Бөрө ҡ. кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 30 йортта 141 кеше йәшәгән. 1906 й. бүленеп сыҡҡан Бөрө Биҫтәһе булараҡ теркәлгән; һабын ҡайнатыу з‑ды, бакалея кибете булған....

ҠАЛМАҠ, башҡ. ҡәбиләһе

ҠАЛМАҠ, һартҡалмаҡ, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Тамғаһы — . Этник яҡтан Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡалмаҡ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. билдәле. Ғалимдар фекеренсә, Ҡ. — 17 б. Урал аръяғына күсенгән ҡалмыҡтарҙың вариҫтары. 18...

ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл, Салауат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 363 кеше; 1920 — 388; 1939 — 380; 1959 — 334; 1989 — 177; 2002 — 230; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы

ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948, Чкалов өлкәһе Үрге Ильяс а. — 5.2.2021, Өфө ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт училищеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев, К.Ф.Ғәҙелшин  курсы), БДУ‑ны (1987) тамамлаған. 1970 й. алып...

ҠАЛМАШ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 70 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 145 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 535; 1989 — 208; 2002 — 155; 2010 — 131 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ҠАЛМАШ, йылға

ҠАЛМАШ, йылға, Сәрмәсән й. һул ҡушылдығы. Саҡмағош р‑ны Ҡашҡар а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район терр‑яһы буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Иҫке Ҡалмаш а. янында йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртә. Сәрмәсән й. (тамағынан 27 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 410 км2. Башлыса...

ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалтасы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 51 км алыҫлыҡта Сәүләш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 940 кеше; 1920 — 964; 1939 — 876; 1959 — 753; 1989 — 548; 2002 — 627; 2010 — 503 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2022 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 2080; 1959 — 1645; 1989 — 795; 2002 — 721; 2010 — 686 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 кеше; 1920 — 2257; 1939 — 959; 1959 — 1090; 1989 — 878; 2002 — 843; 2010 — 774 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАЛМЫҠТАР

ҠАЛМЫҠТАР (үҙ атамаһы хальмг), халыҡ, Ҡалмыҡстандың төп халҡы. Ҡ. һаны 1989 й. Ҡалмыҡ АССР‑ында — 146,3 мең, РСФСР‑ҙа — 165,8 мең, 2002 й. РФ‑та — 173,9 мең, ш. иҫ. БР‑ҙа — 70; 2010 й. ошоға ярашлы 183,4 мең һәм 44 кеше. Ҡ. теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, Ҡ. күпселеге ҡалмыҡ һәм...

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 363; 1939 — 381; 1959 — 313; 1989 — 368; 2002 — 413; 2010 — 351 кеше. Мариҙар...