Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ, 1751 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡана й. буйында Мосоловтар тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 18 б. 20—30‑сы йй. ҡаҙна ҡарамағында, 1846 й. алып Е.И.Шешукова, 1867 й. — А.П. Загряжский. Ҡананикольск...

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 245 кеше; 1920 — 173; 1939 — 145; 1959 — 152; 1989 — 109; 2002 — 116; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар...

ҠАНАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАЙ, Шипай, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 778; 1939 — 768; 1959 — 988; 1989 — 761; 2002 — 774; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАНА, йылға

ҠАНА, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ- көнбайышҡа табан аға, Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. эргәһендә төньяҡ- көнбайышҡа борола һәм артабан Йылайыр һәм Бөрйән р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел...

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә,...

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ, халыҡҡа мед. ярҙамы системаһы; донорҙарҙан ҡан алыу, уны әҙерләү, компоненттарға бүлеү, оҙайлы һаҡлау, ташыуҙы, стационарҙарҙа трансфузиологик ярҙам күрһәтеүгә (ҡара: Трансфузиология) контролде тәьмин итә, донорлыҡты пропагандалай. 1933 й. Өфөлә В.М.Романкевич етәкс....

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ, республика дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостанда төп махсус ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙәге. Донорҙар селтәрен планлаштырыу һәм булдырыу, донорҙар иҫәбен алыу һәм мед. тикшереүе үткәреү, ҡанды әҙерләү, эшкәртеү, мед. учреждениеларына бүлеү, һаҡлау эшен башҡара, ҡан...

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ, автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаб. диагностика саралары. Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү...

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 57 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 645 кеше; 1920 — 905; 1939 — 1087; 1959 — 794; 1989 — 529; 2002 — 495; 2010 — 468 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Баҡалы р‑ны Ҡамышлытамаҡ а. ситендә урынлашҡан. 1958 й. төҙөлөш эштәре барышында табыла (30‑ға яҡын ҡәбер емерелә). 1961 й. ТТӘИ һәм МДУ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәкселәре М.С.Акимова, Н.А.Мәжитов)...

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 — 476; 1939 — 520; 1959 — 608; 1989 — 539; 2002 — 669; 2010 — 758 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҠАМЫШЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Төкөн т. юл ст. Т. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 709 кеше; 1920 — 967; 1939 — 1042; 1959 — 550; 1989 — 359; 2002 — 417; 2010 — 417 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҠАМЫШЛЫ ТИРМӘН КОМБИНАТЫ ҠАСАБАҺЫ

ҠАМЫШЛЫ ТИРМӘН КОМБИНАТЫ ҠАСАБАҺЫ, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 103 кеше; 1939 — 83; 1959 — 77; 1989 — 109; 2002 — 53; 2010 — 44 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй...

ҠАМЫШ

ҠАМЫШ 1) (Phragmites), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ Ҡ. үҫә. Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы....

ҠАМЫШ

ҠАМЫШ 1) (Phragmites), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ Ҡ. үҫә. Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы....

ҠАМСЫЛЫТАМАҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠАМСЫЛЫТАМАҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 250 кеше; 1920 — 281; 1939 — 392; 1959 — 449; 1989 — 431; 2002 — 522; 2010 — 475 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ҠАМСЫЛЫЛАР

ҠАМСЫЛЫЛАР, ҡамсы йөрөтөүселәр (Mastigophora), саркомастигофорҙар тибының бер күҙәнәклеләр ярым тибы. 7 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. 2 класҡа бүленә: үҫемлек Ҡ. һәм хайуан Ҡ. Бер күҙәнәкле, һирәгерәк колониаль организм. Үлсәмдәре 2 мкм (лейшманиялар)...

ҠАМСЫҒОРТТАР

ҠАМСЫҒОРТТАР, трихоцефалдар (Trichocephalus), Trichocephalida отрядының нематодалар заты. Бөтә Ер шары буйлап таралған. 62 төрө билдәле, Башҡортостанда — 4 төрө. Оҙонлоғо 3—8 см. Кәүҙәһе 2 өлөштән тора: ауыҙ ҡыуышлығы м‑н ҡыҙыл үңәс урынлашҡан алғы өлөш (оҙон һәм сәс рәүешле) һәм эсәктәр, енси ағзалар...

ҠАМСАТ СӘСКӘ

ҠАМСАТ СӘСКӘ, д е л ь ф и н и у м (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Африканың тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, ябай, тигеҙ япраҡланған,...

ҠАМЛАУ

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа...