Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЗУМРУДНАЯ, судан үләне сорты

ИЗУМРУДНАЯ, судан үләне сорты. 1986 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИЗиС) тарафынан ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағы төҙ, цилиндр рәүешендә, бейеклеге 2,0 м тиклем. Япраҡлылығы 75—86%. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — күп башаҡлы һепертке. 1000 орлоғоноң ауырлығы 12,5—14,0 г. Иртә өлгөрөүсән, һыуыҡҡа,...

ИЗОТОПТАР

ИЗОТОПТАР (гр. isos — бер иш һәм topos — урын), ядроһында протондар һаны бер үк, ә нейтрондар һаны төрлө булған бер химик элементтың атом төрҙәре. И. тип ш. уҡ шундай элементтарҙың атомдары ядроһы атала. И. физик‑химик үҙенсәлектәре бер иш тиерлек була, сөнки атомдың электрон төҙөлөшөнә тик ядро заряды...

ИЗОМЕРЛАШТЫРЫУ

ИЗОМЕРЛАШТЫРЫУ, химик берләшмәне уның структуралы изомерына әүерелдереү процесы. Катализаторҙар ярҙамында үткәрелә. И. ваҡытында молекуланың һөлдәһе, функциональ төркөмдәрҙең характеры йәки уларҙың молекулала урынлашыуы, комплекслы берләшмәнең геом. конфигурацияһы үҙгәрә, цикл тарая йәки киңәйә һ.б....

ИЗОМЕРҘАР

ИЗОМЕРҘАР (гр. isos — бер төрлө һәм meros — өлөш, бүлеү), составы һәм мол. м. бер төрлө, ләкин төҙөлөшө һәм атомдарының арауыҡта урынлашыуы төрлөсә булған химик берләшмәләр. Структуралы һәм арауыҡлы И. айыралар. Структуралы булғандары терәклеләргә (углерод атомдарының бәйләнештәре төрлө тәртиптә), үҙ‑ара...

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 2‑се сирегенә ҡарай. Ырымбур өлк. Изобильный а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 м алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1993 й. М.А.Турецкий тарафынан өйрәнелә. Кәшәнә бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролманан ғибәрәт...

ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна

ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна (12.4.1952, Златоуст ҡ.), инженер-механик. ӨАИ‑не тамамлаған (1979). 1972 й. алып ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1978 й. башлап инженер-конструктор, 1982 й. — инженер‑технолог, 1987 й. — өлкән инженер‑технолог, 1989 й. — төп инженер, 1990 й. — ионлы имплантация технологияһы бюроһы начальнигы....

ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович

ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович (17.9.1939, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Ҡарсаҡбай ҡсб — 5.2.2002, Салауат ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1973), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1964—69 йй. Салауат...

ИЗИМАРИ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИЗИМАРИ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан Соҡаяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 528; 1959 — 514; 1989 — 379; 2002 — 355; 2010 — 312 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна (1.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Андреевка а.), шағирә. Мари Эл Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016). Мари пед. ин‑тын (Йошкар-Ола, 1982), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1991) тамамлаған. 1982—89 йй. Мари китап нәшриәте хеҙм-ре, 2005—08 йй....

ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ

ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ, башҡа диндән күскәндәр өсөн, Изге Никола сиркәүе. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1895—98 йй. сауҙагәрҙәр С.М.Белов, Н.С.Капустин һ.б. аҡсаһына Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе терр‑яһында төҙөлә, Ҡазан святителдәре Гурий, Варсонофий һәм Герман хөрмәтенә...

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм...

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н...

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы...

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр...

ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ

ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ, ҡыҫҡа халыҡ‑ара ярыштар, 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелгән. Уйындарҙың девизы: “Спортта дуҫлыҡтан — Ерҙәге тыныслыҡҡа!”. Тәүге йәйге И.и.у. — Мәскәү ҡ. (1986), ҡышҡыһы АҠШ‑та (Лейк-Плэсид ҡ., 2000) үтә. Уйындарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары араһында С.В.Үлмәҫова — 3000 м һәм...

ИЗАФЕТ

ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән...

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2009 й. Өфөлә БР ФА-ның Ижт. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (2004 й. нигеҙләнгән) базаһында РБФА‑ның И‑с.һ.х.т.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан Республикаһының соц.‑иҡт., дәүләт‑хоҡуҡи...

ИЖАУ

ИЖАУ, йомро, һирәгерәк яҫы төплө, оҙонса бәләкәй моронло һәм һырлы тотҡалы ағас сүмес (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Ғәҙәттә ҡайын, һирәгерәк саған олононоң тамырға яҡын өлөшөнән йәки ороһонан эшләгәндәр, ерек ҡабығы ҡайнатмаһында буяғандар һәм май һеңдергәндәр. И. тотҡаһын семәрләп уйып (геом.,...

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Башхудожник” ширҡәте булараҡ ойошторола; 1953 й. алып СССР‑ҙың Художество фонды (1958 й. башлап РСФСР‑ҙың, 1992 й. — БР‑ҙың Рәссамдар союзы) эргәһендәге Башҡ‑н бүлеге; 1977 й. — Башҡ‑н художество-производство оҫтаханалары, 1980 й. — Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты....

ИҘРИСОВА Миләүшә Абрар ҡыҙы

ИҘРИСОВА Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы (28.12.1961, Өфө), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (2014). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Н.Һ.Аллаярованың, А.Х.Ғабдрахмановтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986) БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Никольский а....