Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИВАНГОРОД, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ИВАНГОРОД, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Шестаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Йүкәле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 344 кеше; 1939 — 259; 1959 — 264; 1989 — 389; 2002 — 430; 2010 — 377 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИВАНАЙ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл

ИВАНАЙ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 3 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 909 кеше; 1920 — 1107; 1939 — 1182; 1959 — 761; 1989 — 1220; 2002 — 1356; 2010 — 1584 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИВАН‑КАЗАНКА, Иглин р-нындағы ауыл

ИВАН‑КАЗАНКА, Иглин р-нындағы ауыл, Иван-Казанка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта Юрмашка й. (Юрмаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 402; 1939 — 657; 1959 — 480; 1989 — 416; 2002 — 430; 2010 — 421 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта...

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ,1875 й. сауҙагәр И.П.Беляков тарафынан Златоуст өйәҙе 2‑се Әйле улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Саҡмаҡлы й. (Әй й. басс.) буйында суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Беляков, 1877 й. алып И.И.Беляков. Иван-Павловка тау округына ингән....

ИВАН-ҠЫУАЛАТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ИВАН-ҠЫУАЛАТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Иван‑Ҡыуалат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 57 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Ҡыуалат й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 543 кеше; 1939 — 718; 1959 — 484; 1989 — 484; 2002 — 499; 2010 — 430 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ИВАН IV Грозный

ИВАН IV Грозный (25.8.1530, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Коломенское а. — 18.3.1584, Мәскәү), тәүге урыҫ батшаһы (1547 й. алып), Рюриковичтар династияһынан. Бөйөк кенәз Василий III улы. Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң (1552) башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары бейҙәренә ирекле рәүештә Рәсәй дәүләте составына...

ИБРАҺИМОВТАР

ИБРАҺИМОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ибраһим Мерәҫов. Уның атаһы Өршәк-Мең улусы старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов билдәле, ул башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ихтилал ваҡытында Ҡыҙрас Муллаҡаев м‑н берлектә эш итә, улар...

ИБРАҺИМОВА Эльвира Винер ҡыҙы

ИБРАҺИМОВА Эльвира Винер ҡыҙы (3.6.1978, Өфө), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2007). Һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-производство пр‑тиеһы (Бәләбәй ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1999 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш...

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна (17.4.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 3‑сө дауаханаһында, 1982 й. алып Кардиология диспансерында эшләй, 1986 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бөйөр синдромы...

ИБРАҺИМОВА Гүзәл Ярулла ҡыҙы

ИБРАҺИМОВА Гүзәл Ярулла ҡыҙы (27.6.1963, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2008), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) БАССР МС‑ы эргәһендәге Дарыухана идаралығында эшләй. 1987—90 йй. һәм 1994 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә фарм. ярҙам ойоштороу...

ИБРАҺИМОВА Венера Латип ҡыҙы

ИБРАҺИМОВА Венера Латип ҡыҙы (19.12.1940, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1994), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1995—2011 йй. дөйөм һәм сағыштырма‑тарихи...

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы (1841, Ырымбур губ. — 1892, Ғосман империяһының Джидда ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ырымбур башҡорттарынан (дворяндарҙан тип фараз ителә). Действительный статский советник. Төрки, фарсы һ.б. телдәрҙе белгән. Себер кадет корпусын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1864)...

ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы

ИБРАҺИМОВ Шамил Шамил улы [15.7.1922, БАССР-ҙың Өфө кантоны Шишмә ҡсб (БР-ҙың Шишмә р-ны) – 20.4.1993, Өфө], хор дирижёры, композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1972). Композиторҙар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (Башҡ. студияһы, 1940—41 йй., Г.И.Литинский...

ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы

ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы (29.12.1894, Ырымбур ҡ. — 17.3.1959, Өфө), композитор, драматург, муз. йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1951). Композиторҙар союзы (1941), Яҙыусылар союзы ағзаһы. 20 б. 10‑сы йй. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, 1922—25 йй. Муз. мәғариф ин‑тында (Петроград)...

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы

ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы (1.8.1956, БАССР‑ҙың Миәкә районы Зәйпекүл а. — 21.8.2018, Өфө ҡ.), биохимик. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Биохимия...

ИБРАҺИМОВ Рәхим Кирәй улы

ИБРАҺИМОВ Рәхим Кирәй улы [15.8.1904, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 20.12.1971, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Татар Республикаһы Советтары ҮБК ис. Берләшкән татар‑башҡ. хәрби мәктәбен тамамлаған (Ҡазан, 1929). 1937 й. алып БАССР ҮБК рәйесе вазифаһын башҡара. 1938 й. башлап БАССР...

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы

ИБРАҺИМОВ Наил Хәйрулла улы (18.1.1939, ТАССР‑ҙың Урыссу а. — 4.11.2018, г.Карлскруна, Швеция), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта 1966 й. алып Новосибирск...

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы

ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы (21.11.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 25.6.2001, Өфө), урмансы. Биол. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1973), БАССР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлаған (1953), 1956 й. алып...

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы

ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы (17.10.1957, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2009). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) Өфөнөң Резина‑техник изделиелар з‑дында эшләй, 1980 й. алып Бөтә...

ИБРАҺИМОВ Илдар Абдулла улы

ИБРАҺИМОВ Илдар Абдулла улы (15.7.1932, Ленинград), математик. РФА акад. (1997), физика-матем. ф. д-ры (1966), проф. (1967). Ибраһимовтар нәҫеленән. ЛДУ‑ны тамамлаған (1956), 1960 й. алып шунда уҡ эшләй (1997—2000 йй. ихтималлыҡ теорияһы һәм матем. статистика каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1972 й. башлап...