Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы

ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы [23.5.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Бәләкәй Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1975). 1948 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының (Өфө) Үҙәк электр селтәрҙәрендә электромонтёр, 1953 й. — мастер, 1964—88...

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы (31.1. 1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡурған өлк. Әлмән р‑нының “Әлмән” с‑зында ветеринар врач, 1980 й. алып “Малышевский” с‑зында баш ветеринар врач. 1984—2000 йй. Бөтә Рәсәй ит малсылығы...

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы [15.12.1941, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1966), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1981) тамамлаған....

ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы

ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы (24.1. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Шауъяҙы а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Кабель” КБ‑нда (Өфө) эшләй. 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть сығарыуҙа мәғлүмәт‑үлсәү, идара итеү системаларын уйлап табыуға...

ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы

ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы (8.2. 1931, Өфө — 9.6.2003, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БР‑ҙың халыҡ (2001) артисы. А.М.Таһировтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы А.Я.Ваганова), ГИТИС‑ты (1975) тамамлаған. 1949—72 йй. БДОБТ солисы, 1978—2000 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге...

ТАШ АБАҒАҺЫ

ТАШ АБАҒАҺЫ (Asplenium), таш абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 680 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: башаҡ һымаҡ Т.а. (ярым төрө — төклө Т.а.), йәшел Т.а., ҡая Т.а., төньяҡ Т.а. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, ҡара төҫтәге тәңкәләр менән ҡапланған күп...

ТАШ БЫУАТ

ТАШ БЫУАТ, эш һәм һуғыш ҡоралдары яһау өсөн башлыса таш ҡулланылған тарихи-мәҙәни осор. Өс осорға бүлеп йөрөтөлә: палеолит, мезолит, неолит. Т.б. Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Илмырҙа мәҙәниәте, Йәнгел мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Ташбулат...

ТАШ ЙЫЛАНЫ

ТАШ ЙЫЛАНЫ (Elaphe dione), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см тиклем, һомғол, ян‑яғында — шыма, арҡаһында бер аҙ ҡырлы ҡау м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт йәки һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһе буйлап бер аҙ күренгән көрән төҫтәге 4 буй һыҙаты бар, ҡорһағы һорғолт...

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...

ТАШ КҮМЕР

ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...

ТАШ ТОҘ

ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...

ТАШАҪТЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАШАҪТЫ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 10—13 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. янында Еҙем й. уң ярында Уҡлығая тауында урынлашҡан. 1911 й. С.Р.Минцлов тарафынан асыла, 1997 й. В.В. Овсянников өйрәнә. Ҡорбан килтереү урындарына (ҡара: Ғибәҙәтхана) ҡарай. 16 м2 ер ҡаҙылған. 4 тимер уҡ башағы табылған....

ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында, Еҙем тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 116 кеше; 1920 — 99; 1939 — 198; 1959 — 199; 1989 — 119; 2002 — 142; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 92 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 251 кеше; 1920 — 419; 1939 — 443; 1959 — 468; 1989 — 276; 2002 — 252; 2010 — 187 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, археологик ҡомартҡыһы

ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5 мең йыллыҡҡа ҡарай. Г.Н.Матюшин тарафынан айырып күрһәтелә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. янындағы тораисеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Морат I, Урта Түбә II, Сабаҡты III, VI һ.б.). Торамалар...

ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше; 1920 — 558; 1939 — 417; 1959 — 495; 1989 — 821; 2002 — 1048; 2010 — 1277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАШЙЫЛҒА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ТАШЙЫЛҒА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ананьин мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 6—5 бб. ҡарай. Комплексҡа ҡәберлекһәм торама инә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлек Яңауыл р‑ны Ташйылға а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөй й. уң ярындағы төп ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1965 й. асыла, 1967 й. Н.А.Мәжитов, 1968—69...

ТАШКЕНТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ТАШКЕНТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 35 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кесе Гөндөр й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 183; 1989 — 120; 2002 — 118; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАШКИН Михаил Александрович

ТАШКИН Михаил Александрович [14.2.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Һырт ҡсб (Силәбе өлк. Ҡыҙыл р‑ны) — 30.4.1945, Глучин ҡ. ерләнгән, Чехословакия], Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937— 40 йй. БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а. СССР Дәүләт банкыһы бүлексәһендә эшләй. 1940 й....

ТАШКИН, ауыл, Нефтекама ҡ. составында

ТАШКИН, ауыл, 1969 й. алып Нефтекама ҡ. (1977—88 йй. Краснокама р‑ны) составында, Ташкин а/с үҙәге. Нефтекама ҡ. һәм т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1292 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 816; 1959 — 595; 1989 — 1358; 2002 — 2003; 2010...