Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЮКИН Эдуард Автандилович

ТЮКИН Эдуард Автандилович (19.5. 1978, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2004). “Химпром” спорт клубы (тренерҙары Р.З.Сираев, А.Ф.Яруллин) һәм 15‑се СДЮСШОР (В.Г.Вагин) тәрбиәләнеүсеһе....

ТЮКОВ Николай Иванович

ТЮКОВ Николай Иванович (10.01. 1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны, Молокан а. — 16.6.2011, Күмертау ҡ., тыуған яғында ерләнгән), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны “Россия” к‑зында баш инженер. 1965 й. алып Ырымбур...

ТЮЛЕНЕВА Любовь Андреевна

ТЮЛЕНЕВА (Филатова) Любовь Андреевна (2.9.1927, Воронеж губ. Васильево а. – 29.6.2016, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1969), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1975), СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

ТЮЛИН Михаил Степанович

ТЮЛИН Михаил Степанович (1.9. 1862, С.‑Петербург губ. — 1935, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан ген. (1917). Дворян. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1889). 1879 й. алып рус армияһында, 1918 й. — РККА‑ла. 1899 й. башлап Новочеркасск казак...

ТЮЛЬКА

ТЮЛЬКА (Clupeonella cultrivetris), сельдь һымаҡтар отрядының сельдтәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ басс. йәшәй. Өйөр булып йәшәүсе пелагик балыҡ (каспий формаһы килька исеме м‑н билдәле). Кәүҙәһе тар, ян‑яғынан ҡыҫылған. Кәүҙә оҙонлоғо 10 — 15 см, ауырлығы 8 — 31 г. Ян‑яғы һәм...

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. Тюлькин А.Э. мемориаль йорт‑музейы булараҡ ойошторола, унда 1920—80 йй. А.Э. Тюлькин йәшәгән. Музей фондында 103 һаҡлау берәмеге. 4 бүлмәлә урынлашҡан экспозицияла Тюлькин йортоноң интерьеры тергеҙелгән;...

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович (30.8.1888, Өфө — 18.3.1980, шунда уҡ), рәссам, педагог. РСФСР‑ҙың (1960) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1918; педагогтары Н.И.Фешин, П.П.Беньков) Өфөнөң...

ТЮЛЬПАН

ТЮЛЬПАН (Tulipa), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә (башлыса Урта Азияла) таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һуғанбашы ҡуйы һоро тиресәле тәңкәләре булған йомортҡа формаһында. Һабағы төҙ, цилиндр формаһында,...

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна (26.6. 1944, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан а. — 20.5.2008, Өфө), химик-технолог. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

ТЮФЯКОВ Сергей Михайлович

ТЮФЯКОВ Сергей Михайлович (1.4.1949, Өфө), баянсы, педагог. Проф. (1996). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; педагогы В.Ф.Беляков), 1975—79 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында стажировка үтә (Мәскәү; етәксеһе А.А.Сурков). 1974 й. алып ӨДСИ‑ла уҡыта, 1991 й. —...

ТЯЖЁВА Александра Павловна

ТЯЖЁВА Александра Павловна (14.4. 1901, Сембер губ. Арҙат ҡ. — 14.10. 1978, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1951). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1929). 1928 й. алып СССР ФА‑ның Башҡ‑н экспедицияһы геол. отрядының геол.‑разведка партияһында эшләй; 1931  —58 йй....

ТЯПТИН Виталий Михайлович

ТЯПТИН Виталий Михайлович (19.12. 1939, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Листовка ҡсб — 2.9.1994, Өфө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1956 й. алып Махсус ҡулайламалар тресының (Өфө) 5‑се производство‑монтаж идаралығында эшләй; 1964 й. башлап “Башуралэнергострой” тресының Өфө ТЭЦ‑тары Төҙөлөш идаралығының слесарь‑сантехнигы....

УБА

УБА, һөҙәк битләүҙәре һәм аныҡ сағылмаған итәктәре булған конус формаһындағы айырым ҡалҡыулыҡ; сағыштырмаса бейеклеге 200 м тиклем. Денудация, мореналар (боҙлоҡтар) эшмәкәрлеге һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Убалы рельеф уйһыулыҡ һәм соҡорҙар рәүешендә ҡалҡыулыҡтар м‑н уйпатлыҡтарҙың сиратлашыуынан...

УБАЛАР, Архангел р‑нындағы ауыл

УБАЛАР, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх‑Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 325 кеше; 1989 — 392; 2002 — 272; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға...

УБАЛАР, археологик ҡомартҡыһы

УБАЛАР, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Архангел р‑ны Убалар а. төньяҡ‑көнбайышта урынлашҡан. 1957 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1968 й. Г.И.Матвеева өйрәнә. Ҡомартҡы 16 убанан (диам. 20 м етә, бейеклеге 1—1,5 м) тора, 2‑әүһе тикшерелгән; убаларҙың...

УБЫР

УБЫР, башҡ. мифологияһында яуыз зат. Хөрәфәти хикәйәләр һәм тылсымлы әкиәттәр персонажы. Йыш ҡына У. мәскәй м‑н тиңләштерелә. Хөрәфәттәр б‑са, үҙен үлтергән йәки ерләү йолаларын үтәмәй ерләнгән кеше У. әйләнә. У. сихырсының (ул йәнен үҙен сихырға өйрәткән өсөн шайтанға һата) йәки тыйылғанды боҙған кешенең...

УВАРОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

УВАРОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 192; 1939 — 182; 1959 — 84; 1989 — 103; 2002 — 141; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡармыш...

УВЕРТЮРА

УВЕРТЮРА (фр. ouverture), ҙур театраль (опера, балет, оперетта), вокаль‑инструменталь (кантата, оратория) әҫәрҙәргә йәки инструменталь пьесалар серияһына (сюита), 20 б. алып кинофильмдарға инструменталь, ғәҙәттә оркестр өсөн яҙылған инеш музыка; оркестр өсөн үҙ аллы, башлыса программа характерындағы...

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР, молекулаларында 5‑кә тиклем углерод атомы булған алифатик углеводородтар ҡатышмаһы. Тәбиғи газдарға, нефть эшкәртеү (тура ҡыуыу, деструктив процестар: термик крекинг, каталитик крекинг, пиролиз һ.б.) газдарына бүленә. Тәбиғи У.г. төп компоненттары — метан (ҡайһы саҡ 98%‑ҡа етә),...

УГЛЕВОДОРОДТАР

УГЛЕВОДОРОДТАР, молекулалары углерод һәм водород атомдарынан торған органик берләшмәләр. У. — нефть, углеводород газдары, газ конденсаты һ.б. төп компоненттары. Төҙөлөшөнә ҡарап алифатик (углерод атомдары һыҙыҡлы, мәҫ., н‑пентан, йәки тармаҡлы мәҫ., изо‑пентан, сылбыр барлыҡҡа килтерә,) һәм циклик (3...