Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠНАЗАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

АҠНАЗАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 48 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта Бирмәҫбаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900  й. — 478 кеше; 1920— 632; 1939 — 188; 1959 — 243; 1989 — 201; 2002 — 202; 2010 — 151 кеше....

АҠНАЗАР, хан

АҠНАЗАР, А.Солтан (?—1580/81), хан. Сыңғыҙхан нәҫеле, Ҡаҙаҡ ханлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Жанибәк хандың ейәне. Оло Нуғай Урҙаһы кенәздәре, Бохара ханы Абдуллаһ II, ойраттар, ҡырғыҙҙар м‑н һуғыш алып бара. 16 б. 30‑сы йй., Алтаҡар үлтерелгәндән һуң, үҙенең хакимлығын Башҡортостандың көньяғына...

АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл

АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. —  182 кеше; 1920 — 269; 1939 — 151; 1959 — 202; 1989 — 161; 2002 — 189; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

АҠМЫРҘИН Яхъя Фәйрүз улы

АҠМЫРҘИН Яхъя Фәйрүз улы (1894, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 3‑сө Йомағужа а., хәҙ. Медногорск ҡ. составындағы Беләүтамаҡ а., — 1972, шунда уҡ), халыҡ йырсыһы. Йомшаҡ, сағыу тауыш эйәһе. Репертуарында “Зөлхәбирә”, “Мәҙинәкәй”,“Сәлимәкәй” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Уның башҡарыуында быға тиклем билдәле булмаған...

АҠМУЛЛА М. МУЗЕЙЫ

АҠМУЛЛА М. МУЗЕЙЫ. Миәкә р‑ны Туҡһанбай а. урынлашҡан. 1981 й. Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 500‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Аҡмулланың 1904 й. Ҡазанда баҫтырылған шиғырҙар йыйынтығы; Башҡортостандың...

АҠМУЛЛА

АҠМУЛЛА [ысын исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14.12.1831, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы Туҡһанбай а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.10.1895, ш. уҡ губ. Троицк өйәҙе Һарыҫтан а. янында, Мейәс Заводы ҡсб (Мейәс ҡ.) ерләнгән], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Мулла ғаиләһендә тыуған. Архив...

АҠМОРОН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

АҠМОРОН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҡморон й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 416 кеше; 1939 — 751; 1959 — 1019; 1989 — 1596; 2002 — 1549; 2010 — 1430 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

АҠМАНОВ Ирек Ғайса улы

АҠМАНОВ Ирек Ғайса улы [19.8.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ырыҫҡол а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1981), проф. (1984). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1957)....

АҠМАНОВ Айтуған Ирек улы

АҠМАНОВ Айтуған Ирек улы (16.5.1966, Өфө), тарихсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), тарих ф. д‑ры (2003), проф. (2005). И.Ғ.Аҡмановтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1988), 1993 й. алып шунда уҡ эшләй (2005 й. башлап Рәсәй тарихы, историография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2016 й....

АҠЛАН, һаҙлыҡ

АҠЛАН, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Әхмәт а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Мәнәҙе күле янында урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 323,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,5 м, иң ҡалыны — 3,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1125,0 мең м3. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, тал,...

АҠҠОШТАР

АҠҠОШТАР (Cygninae), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһе. 6 төрө билдәле, Евразияла таралған. БР‑ҙа 3 төрө бар, күсәр ҡоштар (ҡаңғылдаҡ А. ҡайһы саҡта күсеп йөрөй). Кәүҙә оҙонлоғо 145—160 см (бәләкәй йәки тундра А. 115—127 см), ауырлығы 14,3 кг тиклем. Ата А. ҙурыраҡ. Ҡауырһын ҡапламы аҡ, муйыны...

АҠҠАЙЫН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АҠҠАЙЫН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 100 кеше; 1959 — 195; 1989 — 125; 2002 — 136; 2010 — 149 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). 1922 й. Бәләбәй...

АҠКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АҠКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 103 кеше; 1959 — 116; 1989 — 54; 2002 — 125; 2010 — 38 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Боҙаяҙ районында...

АҠКҮЛ, күл

АҠКҮЛ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Аҡкүл станцияһы а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Аҡкүл заказнигында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 8,8 км2, оҙонлоғо 6,2 км, киңлеге 1,4 км, уртаса тәрәнлеге 3,9 м (макс. — 11 м), һыу күләме 34,5 млн м3. Иҫке үҙән, дүртенсел осор...

АҠКҮЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл

АҠКҮЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 459 кеше; 1959 — 1561; 1989 — 1302; 2002 — 1454; 2010 — 1325 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, фельдшер-акушерлыҡ...

АҠКҮЛ ЗАКАЗНИГЫ

АҠКҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1957 й. Ағиҙел й. һәм Аҡкүл күле туғайындағы уникаль тәбиғәт комплексын һаҡлау, ш. уҡ йылға ҡондоҙо популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Ғафури р‑ны Красноусол а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 8 мең га,...

АҠКҮҘ, Илеш р‑нындағы ауыл

АҠКҮҘ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 131 км алыҫлыҡта Ташйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 955 кеше; 1920 — 1003; 1939 — 623; 1959 — 436; 1989 — 478; 2002 — 555; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

АҠДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АҠДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 105 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 185; 1939 — 158; 1959 — 151; 1989 — 114; 2002 — 115; 2010 — 84 кеше....

АҠБҮЛӘКАРҠА, һырт

АҠБҮЛӘКАРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет районы буйлап Рау һәм Соҡаяҙ йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) башынан меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 5 км; һырттың абсолют бейеклеге 583 һәм 575 м еткән 2 түбәһе бар. Төньяғында төньяҡ,...

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы

АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы [9.10.1955, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], журналист. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре. 1978 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, 1990 й....