Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠҺЫМДАР

Просмотров: 1115

АҠҺЫМДАР, аминокислоталар ҡалдығынан торған юғары молекуляр органик берләшмәләр.

Химик составы б‑са ябайҙарға (протеиндар, тик аминокислоталарҙан тора) һәм ҡатмарлыларға (составында аминокислоталар м‑н бер рәттән липидтар — липопротеидтар, нуклеин кислоталары — нуклеопротеидтар, углеводтар — гликопротеидтар һ.б. булған протеидтар) айырып йөрөтөлә, аҡһым молекулаһының формаһы б‑са — фибрилляр (кератин, коллаген һ.б) һәм глобуляр (антиесемдәр, зеин һ.б.).

Аҡһым молекулаларының ойошторолоуы 4 кимәлгә айырыла. Беренсел структураһы полипептид сынйырында аминокислота ҡалдыҡтарының эҙмә‑эҙлеклелегенә, икенсел структураһы төп сынйыр атомдарының аралыҡтағы тәртибенә, өсөнсөл структураһы аҡһым глобулаһының бөтә атомдарының аралыҡта таралыуына, дүртенсел структураһы глобулаларҙың (А. субберәмектәренең) үҙҙәренең аралыҡта урынлашыуына тап килә.

А. бөтә организмдар составында була. Структур (туҡымаларҙың, күҙәнәктәрҙең һ.б. төҙөлөшө), көйләүсе (гормондар), транспорт (гемоглобин тарафынан кислород күсерелеү), каталитик (ферменттар), һаҡлағыс (гликопротеидтар) һ.б. функциялар үтәй. А. төп сығанағы булып хайуан, үҫемлек һәм микроб сығышлы продукттар тора. Кеше һәм хайуандар аҙығында А. булмауы йәки етешмәүе матдәләр алмашыныуы ауырыуҙарына килтерә.

Хайуан йәки үҫемлек сығышлы А. (һөт казеины, ҡуҙаҡлылар А.) сикләнгән күләмдә яһалма сүстәр, биотарҡалыусы пластиктар, елемдәр, аҙыҡүлек сәнәғәте һәм еңел сәнәғәт өсөн плёнка материалдар етештереү өсөн файҙаланыла. Аҡһымлы мал аҙыҡтары һәм аҡһымлы‑витаминлы өҫтәмәләр ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа киң ҡулланыла. Мал аҙығы А. етештереү өсөн микробиол. синтез (сүпрә бәшмәге йәки башҡа микроорганизмдарҙы арзан углерод сығанаҡтарында, мәҫ., шәкәр етештереү ҡалдыҡтарында, целлюлоза гидролизы продукттарында, углеводородтарҙа һ.б. үрсетеү) файҙаланыла. Медицинала А.‑ферменттар, А.‑гормондар, ҡан А. ҡулланыла. А. инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы диагностик препараттар һәм дауалау сывороткаларының тәьҫир итеүсе башланғысы булып тора.

Башҡортостанда А. биохимияһы б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. уртаһынан алып барыла. Биохимия һәм генетика институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында нуклеосома А., нуклеокапсид А., гликопротеиндар һәм һыуыҡ шокҡа дусар ителгән үҫемлек А. (В.А.Вәхитов, А.В.Чемерис, А.А.Ямалеева), хитин м‑н тәьҫир итешеүсе үҫемлек А. үҙенсәлектәре һәм функциялары (И.В.Максимов, Р.М.Хәйруллин), үҫемлек ферменттарының А. ингибиторҙарының молекуляр күплеге һәм физиологик роле (Р.И.Ибраһимов, Р.Р.Әхмәтов) өйрәнелә. Биология институтында күҙәнәк ядроһы А. (Э.А.Иванова), Нефть техник университетында регио‑ һәм стереойүнәлешле каталитик әүҙемлеккә эйә микроорганизм А. (ферменттары) үҙенсәлектәре һәм ҡулланылышы (В.В.Зорин, Н.И.Петухова), Медицина университетында термик зарарланыуҙар, хлорорганик экотоксиканттарҙың тәьҫире һөҙөмтәһендә хайуандарҙа һәм кешелә А. алмашыныуы (Э.Ғ. Дәүләтов, Ф.Х.Камилов, Р.М.Сәләхова, Э.Ф.Әһлетдинов) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

1976—86 йй. Башҡортостан биохимия комбинатында паприн (н‑парафиндар нигеҙендәге микроб сығышлы мал аҙығы А.) сығарыла, 1994 й. биотрин (аҡһымлы мал аҙығы өҫтәмәһе) етештереү үҙләштерелә. 60‑сы йй. башында Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) кешенең нормаль иммуноглобулины, аллергияға ҡаршы иммуноглобулин, дифтерияға ҡаршы сывороткалар һ.б. аҡһымлы дарыу препараттарын етештереү башлана.

Р.Р.Әхмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019