Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНТГЕЛЬМИНТИКТАР

АНТГЕЛЬМИНТИКТАР, ветеринарияла: хайуандарҙы гельминттарҙан ҡотолдороу өсөн ҡулланылған дарыу матдәләре. А. химик (органик, органик булмаған) һәм биол. төркөмдәргә бүленә. Органик булмаған А. кремнийлы-фторлы натрий, марганцовкалы калий, мышаяҡлы марганец, углекислый баҡыр һ.б. ҡарай, органиктарға —...

АНТЕЙ (Chazara persephone)

АНТЕЙ (Chazara persephone), күбәләктәр отрядының бархатницалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Көньяҡ‑көнсығыш Европанан һәм Көньяҡ Уралдан алып Көнбайыш Себергә һәм Алтайға тиклем таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 7 см тиклем, өҫкө яғы шәмәхә һымаҡ ҡуйы көрән (алғы ҡанаттары һеңерсәләр м‑н бүленгән сағыу аҡ таплы,...

АНТИ...

АНТИ... (гр. anti — ҡаршы), ҡапма‑ҡаршылыҡты, нимәгәлер ҡаршы йүнәлтелгәнде аңлатыусы приставка (мәҫ., антициклон, антонимдар). Тәрж. Р.М.Шәрипова...

АНТИНЯН Сержик Анушаванович

АНТИНЯН Сержик Анушаванович (5.3.1947, Октябрьский ҡ. — 4.8.1996, Күмертау ҡ.), тренер. Дзюдо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987), самбо б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1970). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1979). 1974—90 йй. “Хеҙмәт” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының самбо һәм дзюдо...

АНТИОКСИДАНТТАР

АНТИОКСИДАНТТАР, антиокислаусылар, окисланыу ингибиторҙары, төрлө материалдарҙың физик‑химик һәм файҙаланыу үҙсәнлектәрен боҙоусы окисланыу процестарын әкренәйтеүсе йәки бөтөнләй сикләүсе матдәләр. А. ҡаты йәки юғары т‑рала ҡайнаусы ароматик аминдар һәм фенолдарҙан торған ҡайһы бер шыйыҡ синтетик матдәләр,...

АНТИПИН Иван Алексеевич

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙер БР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы....

АНТИПИН Филипп Лукьянович

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...

АНТИПИН Юрий Викторович

АНТИПИН Юрий Викторович (30.6.1939, Өфө — 6.7.2014, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре скважиналарҙы...

АНТИПОВ Яков Степанович

АНТИПОВ Яков Степанович (? — 6.3.1774, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Пронкин а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1773 й. сент. алып Берда баш күтәреүселәр үҙәгендә була. Нояб. аҙағында Пугачёв бойороғо б‑са И.Н.Зарубин һәм И.И.Ульянов м‑н...

АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич

АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич [1.9.1888, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәнәй а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 3.7.1965, Баҡы], тупраҡ белгесе. Тажик ССР‑ы ФА‑һы акад. (1951). Тажик ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлаған (1926). 1927 й. алып В.В.Докучаев ис. Тупраҡ ин‑тының (Мәскәү), бер үк ваҡытта...

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...

АНТИЦИКЛОН

АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм шул уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу...

АНТОЛОГИЯ

АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...

АНТОНИЙ I

АНТОНИЙ I (донъяуи исеме Шокотов Алексей Андреевич; 1800, Харьков губ. Изюм ҡ. — 13.3.1871, Кишинёв), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1853—58). Дини тәғлимәт магистры (1834). Архиепископ (1861), архимандрит (1836). Монахлыҡ ҡабул иткән (1834). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1823) шунда уҡ филос....

АНТОНИЙ II

АНТОНИЙ II (донъяуи исеме Радонежский Александр; 1808, Түбәнге Новгород губ. Тепелев а. — 23.12.1872, Смоленск ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1858—59). Дини тәғлимәт бакалавры (1844), проф. (1846). Архимандрит (1848). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1834)...

АНТОНИЙ III

АНТОНИЙ III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 17.3.1863, Новгород губ. — 10.8.1936, Белград), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1900—02). Дини тәғлимәт ф. д‑ры (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890). Монахлыҡ ҡабул иткән (1885). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан...

АНТОНИМДАР

АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.    Мәғәнәләре...

АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/ с ҡарай

АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Аҡкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 687; 1939 — 894; 1959 — 905; 1989 — 627; 2002 — 652; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай

АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 101 кеше; 1939 — 188; 1959 — 198; 1989 — 188; 2002 — 222; 2010 — 238 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге

АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡарабуғат й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 642 кеше; 1939 — 504; 1959 — 178; 1989 — 364; 2002 — 370; 2010 — 443 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....