Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЙ

БЕЙ (төр. — хаким, әфәнде, кенәз), бәк, төрки халыҡтарҙа юғары ҡатламға ҡараған кешенең титулы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу башлығының быуындан‑быуынға күсә килгән титулы. Шәжәрәгә ярашлы, меңле ырыуы башлығы тип Урҙас бей, үҫәргәндәрҙә — Мөйтән бей, бөрйәндәрҙә — Бөрйән бей, табындарҙа — Майҡы бей...

БЕЙБАҠТЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

БЕЙБАҠТЫ, Иглин р‑нындағы Вернуть (Ctrl+Y)ауыл, Турбаҫлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.- Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 507 кеше; 1920 — 629; 1939 — 773; 1959 — 482; 1989 — 150; 2002 — 150; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БЕЙГИЛДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

БЕЙГИЛДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 673; 1939 — 619; 1959 — 414; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 232 кеше....

БЕЙҒОЛ, Өфө р‑нындағы ауыл

БЕЙҒОЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 55 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 316; 1939 — 313; 1959 — 146; 1989 — 114; 2002 — 151; 2010 — 172 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БЕЙЕКТАУ, һырт

БЕЙЕКТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндарында Рәүҙәк һәм Егән йй. ҡушылған урындан Ғафури р‑ны Красноусол а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 350 м. Түбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге...

БЕЙЕҮ

БЕЙЕҮ, бейеүсенең тән торошо һәм хәрәкәттәре ярҙамында художестволы образ тыуҙырыусы сәнғәт төрө; туранан‑тура музыка сәнғәте м‑н бәйләнгән. Б. сәнғәте халыҡ ижадының иң боронғо сағылыштарының береһе (ҡара: Халыҡ бейеүе). Һәр халыҡта хәрәкәт аша кәүҙәләндереүҙең үҙ алымдары, милли бейеү йолалары нығынған....

БЕЙЕҮ АНСАМБЛДӘРЕ

БЕЙЕҮ АНСАМБЛДӘРЕ, 19 б. аҙ. — 20 б. башында эре мәҙрәсәләр эргәһендә эшләгән һәүәҫкәр художестволы түңәрәктәр һәм йәмғиәттәрҙән барлыҡҡа килә (ҡара: Фольклор ансамблдәре). 20 б. башында “Нур” һәм “Ширҡәт” театрҙары труппалары эргәһендә, 1‑се Башҡ. дәүләт драма театрында (ҡара: Башҡорт драма театры)...

БЕЙЕҮ СПОРТЫ

БЕЙЕҮ СПОРТЫ, спорт бал бейеүҙәре. Б.с. ярыштары түбәндәге дисциплиналар б‑са үткәрелә: Европа бейеүҙәре (Вена вальсы һәм талғын вальс, танго, етеҙ һәм талғын фокстрот), Латин Америкаһы бейеүҙәре (джайв, румба, самба, ча-ча-ча, пасодобль) һәм икебәйге (бер үк ваҡытта Европа һәм Латин Америкаһы бейеүҙәре)....

БЕЙЕҮ ТЕАТРЫ

БЕЙЕҮ ТЕАТРЫ. 1991 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Театр берләшмәһе составында ойошторола, 2002 й. алып Стәрлетамаҡ филармонияһының Б.т. Ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе — Х.Ә.Ишбирҙин. Репертуар нигеҙендә бәләкәй формалы балет спектаклдәре, муз.-хореографик миниатюралар (ҡара: Хореографик миниатюра) һәм башҡ. фольклоры...

БЕЙЕШ, оҙон көй

“БЕЙЕШ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр А.С.Ключарёв 1933 й. Баймаҡ р‑ны Темәс а. Ә.Кәримовтан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. Йыр варианттарын төрлө йылдарҙа Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов һ.б. яҙып ала. “Б.” инструменталь варианттарын С.Г.Рыбаков яҙып...

БЕЙЕШЕВ Әкрәм Ғибат улы

БЕЙЕШЕВ Әкрәм Ғибат улы [16.4.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 2.10.2003, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1956). 1957—86 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1970 й....

БЕЙЕШЕВ Әхмәт [Әхмәҙулла] Әлмөхәмәт улы

БЕЙЕШЕВ Әхмәт [Әхмәҙулла] Әлмөхәмәт улы [24.2.1896, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 27.9.1937, Мәскәү], совет партия-дәүләт эшмәкәре. “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы, 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби уч‑щеһын (1917),...

БЕКЕТОВ Василий Семёнович

БЕКЕТОВ Василий Семёнович (25.3.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Андреев утары — 18.9.1991, Салауат ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. июленән Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 57‑се гвардия...

БЕКЕТОВ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

БЕКЕТОВ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Бекетов а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 78 кеше; 1920 — 88; 1939 — 422; 1959 — 238; 1989 — 112; 2002 — 506; 2010 — 477 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

БЕКЕТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БЕКЕТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1359 кеше; 1920 — 1548; 1939 — 986; 1959 — 745; 1989 — 559; 2002 — 745; 2010 — 633 кеше. Урыҫтар...

БЕКЕТОВТАР

БЕКЕТОВТАР, завод хужалары. Ирина Ивановна Б. (?—1825), И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) ҡыҙы. 1783 й. алып Богоявленск заводы, Минйәр заводы һәм Эҫем заводтары, Өфө өйәҙенең Бекетов, Биянка, Ерал, Илек, Малаяҙ, Муратовка, Подлуб а. хужаһы. Богоявленск (1795), Минйәр (1819) һәм Эҫем (1821) з‑дтары...

БЕККЕР Юрий Рафаилович

БЕККЕР Юрий Рафаилович (11.10.1931, Һамар ҡ. — 11.9.2013, Санкт‑Петербург ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). ЛДУ‑ны тамамлаған (1954). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының кембрий алдын өйрәнеү менән бәйле. Таулы Башҡортостан вендында боронғо эдиакар фаунаһын беренсе...

БЕЛАН Лариса Николаевна

БЕЛАН Лариса Николаевна (7.4.1967, БАССР-ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), географ, геоморфолог. Геогр. ф. канд. (1997), геол.-минералогия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ның геогр. (1989) һәм психология (2008) ф‑ттарын тамамлаған. 1989 й. алып Ағиҙел йылға пароходсылығы инженер-геологы. 1990 й. башлап БДУ‑ла (2005—07 йй....

БЕЛАЯ РЕКА, нәшриәт, ДУП

“БЕЛАЯ РЕКА”, нәшриәт, ДУП. Китаптар, журналдар, фотоальбомдар, каталогтар, буклеттар, бланк һ.б. продукция сығара һәм һата. Өфөлә урынлашҡан. Составы: брошюра-биҙәү, баҫтырыу, ҡағыҙ әҙерләү цехтары; баҫтырыуға тиклемге продукция, нәшриәт бүлектәре, технологик әҙерләү участкаһы, Благовар р-ны Благовар а....

БЕЛӘҘЕК

БЕЛӘҘЕК, ҡатын‑ҡыҙҙың беләктә йөрөтөлгән ҡулса рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа һыңар һәм ҡуш беләҙек булған. Тоташмаған остары түңәрәкләтеп яһалған яҫы Б. киң таралған. Башҡортостандың төньяғында ш. уҡ бер-береһенә тоташтырылған өлөштәрҙән торған ҡушма Б., көньяғында тәңкә суҡлы (сыңлап...